Түләүле ҡатнашыу — өлөш индереүҙең компенсация алыуға ҡоролоуы.
Бындай ҡатнашыуға ҡарата түбәндәге талаптар бар.
Алдауға ҡоролған ғәмәлдәрҙә ҡатнашыу, шул иҫәптән ниндәй ҙә булһа ойошмала, хәрәкәттә ағза булып тороу йә ҡатнашыу, үҙеңде икенсе кеше итеп танытыу, мутлашыу тыйыла. Был шарттар, һеҙ түләнеүсе ниндәй генә өлөш индергән саҡта ла, үҙегеҙҙең эш биреүсегеҙ йәки клиентығыҙ, ниндәй ҙә булһа ойошмала, хәрәкәттә ағза булып тороуығыҙ йә ҡатнашыуығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте асырға тейешлегегеҙҙе күҙҙә тота. Быны эшләүҙең ике юлы бар.
1. Ошо ысулдарҙың береһе:
2. Шулай уҡ Википедия:Түләүле ҡатнашыуға ғариза биргән ҡатнашыусылар исемлеге битендә үҙегеҙҙең никты түләүле өлөш индереүселәрҙең берҙәм исемлегенә яҙып ҡуйырға тейешһегеҙ.
Ҡиммәтле приздар бирелә торған конкурстарҙа ҡатнашыу түләүле ҡатнашыуҙың бер төрө тип иҫәпләнә. Түләүле ҡатнашыу тураһында ентеклерәк итеп ошонда белергә була: Түләүле ҡатнашыу тураһында мәғлүмәтте асыуға бәйле айырыуса йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар.
Шура ағзаларына, бейҙәргә, чекъюзерҙарға һәм ревизорҙарға уларҙың ошо вазифаларына туранан-тура бәйле булған түләүле өлөш индереүҙәрҙә ҡатнашыу тыйыла. Юғары шура ағзаһы, бей һәм чекъюзер вазифалы кешеләргә бер ниндәй, хатта тейешле флагҡа бәйһеҙ булған түләүле ҡатнашыу ҙа рөхсәт ителмәй. Хакимдарға флаг булыуға бәйле түләүле өлөш индереү мәнфәғәттәр конфликты ихтималлығы арҡаһында рөхсәт ителмәй.
Викимедиа берләшмәһе һәм уның ағзалары был ҡағиҙәләрҙе боҙған файҙаланыусыларға ҡарата ла сара күрә ала, уларға ҡарата иҫкәртеү, тикшереү, бикләү йәки бөтөнләй һүндереп ҡуйыу ҡуллана ала. Һеҙ бәхәстәрҙе хәл итә торған органдарҙың һуңғы ҡарарҙарын үтәргә ризалыҡ бирәһегеҙ. Бындай органдар (мәҫәлән, юғары шуралар) башҡорт Википедияһы берләшмәһе тарафынан ойошторола, уларҙың ҡарарҙарына башҡорт Википедияһы ҡағиҙәләрендә ҡаралған санкциялар инә ала.
Башҡорт Википедияһының ошо ҡағиҙәһе автоматик рәүештә Викимедия Фондының Попечителдәр советы тарафынан 2014 йылдың 16 июнендә ҡабул ителгән Ҡулланыу шарттарына төҙәтеүҙәр нигеҙендә ғәмәлгә инде. Был ҡағиҙә 2014 йылдың 16 июненән эшләй. Башҡорт Википедияһы берләшмәһе түләүле ҡатнашыуға өҫтәмә сикләүҙәр индерҙе, улар ошо ҡағиҙәлә сағыла. Был өҫтәмә сикләүҙәр буйынса йөкләмәләр барлыҡҡа килеү ваҡыты ошо ҡағиҙәнең иҫкәрмәләрендә күрһәтелгән.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Википедия:Түләүле ҡатнашыу, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.