Ҡалып:Низағтарҙы хәл итеү
Әгәр проектта ҡатнашыусылар ниндәйҙер мәҡәләнең йөкмәткеһе буйынса килешә алмаһа, әгәр ниндәйҙер башҡа мәсьәлә: ҡатнашыусыларҙәң үҙ-ара мөнәсәбәттәренә йәки Википедияла эшләүгә ҡағылышлы низағ килеп тыуһа, әгәр ҡайһылыр ҡатнашыусының ҡылығы Википедия ҡағиҙәләрен боҙа икән, теләһә ҡайһы ҡыҙыҡһыныусы яҡ эҙмә-эҙлекле ошо биттә тәҡдим ителгән низағты хәл итеү ысулына мөрәжәғәт итә ала:
Ҡайһы бер осраҡтарҙа бәхәстәрҙе фекер алышыуға арналған махсус биттәрҙә хәл итергә кәрәк:
Әгәр низағ тулы мәҡәләнең билдәле версияһына ҡағылған осраҡта, рецензияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Барлыҡ әүҙем ҡатнашыусылар һәм хакимдарға күҙәтеп барырға тәҡдим ителгән был биттә һәр ҡатнашыусы ҡағиҙә боҙоулоуға, низағтарға, вандаллыҡҡа йәки айырым ҡатаншыусыларҙың ғәмәлдәренә иғтибар йәлеп иттереү өсөн мәғлүмәт ҡалдыра ала. Был бит ҙур булмаған, башҡа ҡатнашыусыларҙан,әммә тотош берләшмәнән түгел, ярҙам талап иткән, проблемалар өсөн булдырылған. Дөйөм иғтибар талап иткән мөһим ваҡиғалар Форум>да сағылыш табырға тейеш.
Әгәр ике яҡ өсөнсө нейтраль ҡатнашыусының фекерен белергә теләһә, был хаҡта ошо биттә һорай ала.
Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе ҡағиҙәләргә ярашлы тотһағыҙ, ә оппонентығыҙ уларҙы боҙһа, бындай ҡылығы тураһында уның шәхси фекер алышыу битендә бындай ҡылыҡҡа юл ҡуйылмауытураһында иҫкәртегеҙ һәм тейешле нигеҙләүҙәргә һылтанмалар ҡуйығыҙ, ҡағиҙәләрҙең ниндәй положениелары боҙолоуын күрһәтегеҙ. Әгәр шундай тҫкәртеүҙән һуң да ҡағиҙә боҙоуҙар шулай дауам итһә хакимдарға мөрәжәғәт итегеҙ, мөрәжәғәтегеҙҙең нигеҙле булыуын раҫлаусы һылтанмалар (һәм диффтар) бирегеҙ.
Әгәр ҡатнашыусылар уртаҡ фекергә килә алмай һәм башҡа ҡатнашыусылар ярҙам итә алмай икән, низағлашыусы яҡтар консенсусҡа өлгәшеү өсөн аралашсыны йәлеп итә. Аралашсылыҡ консультатив, третейский йәки мәжбүри була ала. Һәр ҡатнашыусы йәки ҡатнашыусылар төркөмө аралашсы була ала.
Кәңәш биреү йәки третей аралашлығы ике яҡтың да ризалығын талап итә. Әгәр бер яҡ ҡатнашлыҡтан баш тартһа, мәжбүри аралашсылыҡ йәки арбитраж ҡулланылыуы ихтимал. Консультатив аралашсы фекер алышыуҙа модератор ролен үтәй, иң әһәмиәтле дәлилдәрҙе һәм һығымталарҙы айырып, яҡтарға уртаҡ фекергә килергә ярҙам итә. Третей аралашсыһы яҡтарҙың дәлилдәрен анализлап, фекер алышыуға йомғаҡ яһай, уның һөҙөмтәһе яңы, алдан иҫәпкә алынмаған дәлилдәр булғанда кире ҡағылыу мөмкин.
Арбитраждан алда барлыҡ осраҡтарҙа ла аралашсылыҡты ҡулланырға кәңәш ителә! Арбитраж комитеты аралашсылыҡ менән хәл итеп булған осраҡтарҙы ҡарамаясаҡ. Аралашсылыҡ күпкә тиҙерәк, сөнки һәр осраҡта аралашсы айырым, ә арбитрҙар һәр мәсьәлә буйынса эске консенсус эҙләргә һәм тауыш бирергә тейеш. Арбитражға бары тик аралашсылыҡ һөҙөмтә бирмәгәндә йәки мөмкин булмағанда ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин!
Әгәр аралашсылыҡ бер яҡтың хеҙмәттәшлектән баш тартыуы сәбәпле туҡтатылып эш арбитражға тапшырылһа, аралашсы арбитрҙарға фекер алышыу мәсьәләһе буйынса үҙ фекерен еткерергә хоҡуҡлы.
Әгәр алдан фекер алышыу барышында проблеманы хәл итеү юлдары табылмаһа, уның буйынса һорау алыу үткәрергә мөмкин. Уның өҫтөнлөгө шунда: һорау алыу барышында яңы идеялар һәм ҡарарҙар әйтелергә мөмкин. Әгәр һорау алыуҙа ҡатнашыусылар барыһын да ҡәнәғәтләндергән вариантты таба алмаған осраҡта ла, был идеяларҙы артабан ҡулланырға була. Ғәҙәттә бигерәк тә ҡатмарлы мәсьәләләр буйынса һөҙөмтәләрҙе бейҙәр раҫлай.
Тауыш биреүҙе сығанаҡтарҙы анализлау, фекер алышыу һәм Википедияның биш тағанына нигеҙләнгән дәлилле ҡарар ҡабул итеп булмаған мәсьәләләр буйынса үткәреү маҡсатҡа ярашлы. Атап әйткәндә, тауыш биреү проект эшенең эске ҡағиҙәләре, Википедияның ниндәйҙер эске стандартын булдырыр кәрәккәндә ойошторола. Мәҫәлән, шәхестәр тураһындағы мәҡәләләрҙең нисек аталышы (ФИО йәки ИОФ?), мәҡәләләрҙең йәки ҡалыптарҙың структураһы һәм биҙәлеше (мәҫәлән, ҡалып-карточкалар структураһы). Аныҡ мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе һәм нисек аталышына, категориялаштырыуға, ҡулланылған терминдарға һ.б. ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тауыш биреү үткәреү кәңәш ителмәй — бындай осраҡта дәлилле фекер алышыу һәм уртаҡ фекергә килеү урынлы.
Шулай уҡ шәхси характерҙағы мәсьәләләр — ҡатнашыусыны блоклау, иҫкәртеү биреү йәки уны алыу, хакимдарҙың ғәмәленә дәғүә белдереү һәм шуға оҡшаш мәсьәләләр буйынса тауыш биреү үткәреү тәҡдим ителмәй: бындай тауыш биреү барышына һәм һөҙөмтәләргә мәсьәләнең асылы түгел, ә ҡатнашыусылар араһындағы шәхси мөнәсәбәттәр йоғонто яһауы мөмкин һәм уның низағлы мәсьәләне тағы ла киҫкенләштереүгә килтереүе бар. Шәхси низағтарҙы хәл итеү өсөн аралашсылыҡҡа, аралашсылар хәл итә алмағанда арбитражға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һорауҙарҙы тауыш биреүгә ике ысул менән ҡуйырға була:
Тауыш биреүҙә, ул башланғанға тиклем уны үткәреүҙең аныҡ ваҡыты билдәләнеп, күрһәтелергә тейеш.
Третей арбитраж комитеты (ТАК) аныҡ бер низағты хәл итеү өсөн саҡырылған арбитраж ad hoc булып тора. Третей АК-һы низағтарын ТАК-та ҡарарға әҙер булған ике яҡ булғанда саҡырыла ала. ТАК түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарай алмай:
Третей АК-ында ғаризалар түбәндәге схема буйынса ҡарала:
Ғариза тексын, фекер алышыуҙарҙы һәм ҡарарҙарҙы урынлаштырыу өсөн АК аҫбиттәрен: третей арбитражын /(ғариза исеме) ҡулланырға мөмкин, әммә мотлаҡ түгел. Третей АК сығарған ҡарар традицион арбитраж комитеты ҡарарына тиң, уны сағырған яҡтар өсөн мотлаҡ үтәлергә тейеш. Ул да тражицион АК ҡарары кеүек үк осраҡтарҙа ғына кире ҡағыла ала. Третей АК ҡарарын третей (ике яҡтың килешеүе буйынса саҡырыла), шулай уҡ традицион АК-ла кире ҡағырға мөмкин. ТАК ҡарарын тотош берләшмәгә таратыу теләге булғанда, ул Википедия: ФА-ла йәки традицион Юғары шурала ратификация үтергә тейеш.
Башҡорт Википедияһында низағтарҙы көйләү менән шөғөлләнгән һуңғы һәм юғары инстанция булып Юғары шура тора. Комитет Башҡорт Википедияһының демократик юл менән һайланған иң тәжрибәле ҡатнашыусыларынан тора. Ул фекер алышыу йәки аралашсылыҡ юлы менән хәл итеп булмаған барлыҡ мөһим эштәрҙе, шулай уҡ хакимдарҙың, аралашсыларҙың, айырым арбитрҙарҙың һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың ғәмәлдәренә аппеляцияларҙы ҡарай. Комитет эште ҡарауҙан баш тарта, уны аралашсыларға йүнәлтә йәки эште ентекле ҡарап тормайынса бер тауыштан ҡарар ҡабул итә(мәҫәлән, күҙгә ташланып торған вандализм күренеше булғанда, аппеляцияны кире ҡаға) ала.
Арбитражға Википедияның һәр ҡатнашыусыһы, әгәр мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа барлыҡ ысулдары уңышҡа өлгөшмәһә йәки хәл итә алмаһа, Арбитраж комитеты компетенцияһында булған теләһә ниндәй мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итә ала. Ваҡыты билдәһеҙ мөҙҙәткә йәки тулыһынса блок (бикләү) ҡуйылған ҡатнашыусылар бары тик үҙҙәренән бикләүҙе алыу (шулай уҡ бикләү ҡуйыуҙы кире ҡағыу тураһындағы мөрәжәғәттәр) тураһында ғына ғариза бирә ала. Ғариза ҡабул итеү өсөн ғариза биреүсенең статусына бәйле башҡа сикләүҙәр юҡ.
Арбитраж комитет Википедия ҡағиҙәләрен ҡаршы килмәгән теләһә ниндәй саралар һәм санкциялар ҡабул итә, шул иҫәптән: иҫкәртеү белдерә, аныҡ мәҡәләләрҙе мөхәррирләүҙе тыйыу (билдәле бер ваҡытҡа йәки билдәһеҙ мөҙҙәткә), теләһә ҡайһы мәҡәләне мөхәррирләүҙе тыя (билдәле ваҡытҡа), ҡатнашыусыны биклә, хаким, бей, арбитр йәки башҡа статустарҙан мәхрүм итә ала һ.б. Административ ғәмәлдәрҙе үтәүҙе күҙаллаған Комитет ҡарарын Википедия хакимдары тормошҡа ашыра.
Арбитраж комитеты бары тик суд органы ғына булып тора. Ул Википедия ҡағиҙәләрен һәм сәйәсәтен (берләшмә тарафынан консенсус нигеҙендә формалаша) билдәләү хоҡуғына эйә түгел, әммә уларҙы ҡаралған эшкә ҡарата интерпретациялау хоҡуғына эйә.
Эш буйынса яңы хәл-торош барлыҡҡа килгәндә йәки ҡарар ҡабул иткәндә тупаҫ ҡағиҙә боҙоуҙар ебәрелгәндә АК-ның алдағы ҡарарҙарын аппеляция нигеҙендә кире ҡағыу мөмкин. Бындай билдәләр булмағандағаризаны ҡабаттан ҡарау маҡсатҡа ярашлы түгел.
Ғариза биреүсе «Арбитраж:Ғаризалар» битендә бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарға һылтанма биреп, ҡыҫҡаса аңлатма бирә һәм уларҙың фекер алышыу биттәренәдә тейешле хәбәр ҡалдыра. Әгәр мөрәжәғәт итереүсе ундай хәбәр ҡалдырмай икән, быны уның өсөн арбитрҙарҙың береһе йәки арбитраж клерк эшләй. Ҡыҙыҡһыныусы яҡтарҙың һәр ҡайһыһы арбитражға бирелгән ғариза буйынса үҙ ҡарашын белдерә ала. Арбитрҙар ғаризаны ҡарау йәки кире ҡағыу тураһында ҡарар ҡабул иткәс, арбитрҙарҙың береһе йәки арбитраж клерк был хаҡта ҡыҙыҡһыныусы яҡтарға хәбәр итә.
Әгәр ғариза биргәндә ҡыҙыҡһыныусы ҡатнашыусы яҡтар иҫәбенә индерелмәгән берәй ҡатнашыусының мәсьәләне ҡарауға ҡарата өҫтәмә талаптары булһа, ул уны ғаризаға ҡушылып белдерә ала. Ғаризаға өҫтәмә талаптар индермәй бары тик «һан буйынса өҫтөнлөк» алыу өсөн генә яҙыу ҡабул ителмәй. Арбитрҙар ғаризаны ҡарау өсөн ҡабул иткәндән һуң уға ҡаризаны ҡарауҙа ҡатнашҡан арбитрҙарҙың ризалығы менән генән ҡушылырға мөмкин. Мәсьәләне ҡарауға ҡағылышлы әһәмиәтле өҫтәмәләрҙе һәм күҙаллауҙарҙы ғаризаға ҡушылмайынса, тейешле фекер алышыу битендә яҙырға була.
Әгәр арбитр низағта ҡатнашҡан һәм ҡаралған эшкә объектив ҡарашта була, теге йәки был сәбәптәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша алмауын белдерә икән, ул үҙ кандидатураһын алырға мөмкин. Әгәр яҡтарҙың береһе бер йәки бер нисә арбитр үҙен кире алырға тейеш тип иҫәпләһә, ул был хаҡта нигеҙле итеп белдерә (әгәр был бер нисә арбитрға ҡағылһа, талаптар һәр береһенә айырым белдерелә). Шул уҡ ваҡытта был арбитр үҙенең кире алырға йәки дәлилле итеп дәғүәне кире ҡаға ала. Дәғүә кире ҡағылған осраҡта, һәр айырым осраҡта мәсьәлә арбитрҙарҙың, шул иҫәптән эште ҡарауҙан ситләштереү талабы ҡуйылғандарын да индереп, тауыш биреүенә сығарыла.
Әгәр яҡтар (яҡтарҙың береһе) бер нисә арбитрҙы ситләтеү тураһында ғариза бирһә, улар килеү тәртибе буйынса ҡарала.
Арбитрҙарҙы ситләтеү тураһындағы ғариза арбитрҙарҙың ғаризаны ҡарау тураһындағы мәсьәлә буйынса тауыш биреү башланғанға тиклем рөхсәт ителә. Һуңыраҡ бирелгән мөрәжәғәттәр ҡаралмай.
Низағлашыусы яҡтарҙың һәр ҡайһыһы Арбитраж комитеты ағзаларының яртыһын йәки яртыһынан күберәген ситләтеүҙе талап итә алмай.
Ғариза ҡарауға ҡабул ителгәндән һуң яҡтарға үҙ позицияларын раҫлау өсөн өҫтәмә ваҡыт бирелеүе мөмкин. барлыҡ ҡыҙыҡһыныусы яҡтар ғаризаның фекер алышыу битендә үҙ фекерен белдерә ала. Арбитраж комитеты үҙ инициативаһы буйынса тикшерелгән мәсьәлә буйынса кәңәш һорап теләһә ҡайһы ҡатнашыусыға мөрәжәғәт итә ала.
Әгәр мәсьәләне ҡараусы арбитрҙарҙың күпселеге (йәғни үҙ кандидатураһын алған, эште ҡарауҙан ситләштерелгән һәм үҙенең булмауы тураһында хәбәр иткәндәрҙән тыш) тауыш бирһә, ҡарар ҡабул ителгән тип иҫәпләнә.
Арбитраж комитет ҡарары мотлаҡ үтәлергә тейеш. Әгәр АК ҡарары ниндәй ҙә булһа административ ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙы күҙаллаһа, ҡарарҙы теләһә ҡайһы хаким тормошҡа ашыра ала.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Википедия:Низағтарҙы хәл итеү, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.