Балдыбаев Сәғит Вәлит Улы: Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны

Балдыбаев Сәғит Вәлит улы (10 ғинуар 1925 йыл — 13 май 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе, хеҙмәт ветераны.

Балдыбаев Сәғит Вәлит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Балдыбаев Сәғит Вәлит Улы: Биографияһы, Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре, Иҫкәрмәләр СССР
Балдыбаев Сәғит Вәлит Улы: Биографияһы, Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре, Иҫкәрмәләр РСФСР
Тыуған көнө 10 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 13 май 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (73 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Сәғит Вәлит улы Балдыбаев 1925 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышына 18 йәше тулғас та, 1943 йылдың 13 февралендә, алына. Ырымбур өлкәһенең Тоцк-2 ҡалаһында махсус 20-се батальонда әҙерлек курсы үтә. 1943 йылдың сентябрь айында Тбилиси ҡалаһында радиотелеграфистар училищеһында уҡый. 1944 йылдың майында фронтҡа оҙатыла.

Сәғит Балдыбаев 1-се Белоруссия фронтының 69-сы Армияһы 152-се айырым элемтәселәр полкында радиостанция урынлаштырылған машинала 1944 йылдың 16 майынан 20 июненә тиклем радист була. Украина һәм Көнбайыш Белоруссияны немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 20 июлендә Көнбайыш Украинаның Ковель ҡалаһында ауыр яралана. Уң аяғын ҡырҡалар һәм, 1945 йылдың 26 майында комиссия үткәс, ауылына ҡайтаралар.

Һуғыштан ҡайтҡас, Сәғит Вәлит улы Балдыбаев Яңы Собханғол ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡыта башлай. Артабан Байназар, Брәтәк балалар йорттарында уҡытыусы була, бер үк ваҡытта Темәс педагогия училищеһында ситтән тороп белем ала. Украинаның Львов ҡалаһында бухгалтер һөнәренә уҡый.

Ул, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Госстрах инспекторы, коммуналь хужалыҡта баш бухгалтер вазифаларында эшләй. Һуңынан район мәғариф бүлегендә экономист, баш бухгалтер була. 3 ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

1998 йыл 13 майында вафат була. тыуған ауылы Яңы Собханғолда ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • В. И. Лениндың 100 йыллығына арналған миҙал
  • Хеҙмәт ветераны

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Tags:

Балдыбаев Сәғит Вәлит Улы БиографияһыБалдыбаев Сәғит Вәлит Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреБалдыбаев Сәғит Вәлит Улы ИҫкәрмәләрБалдыбаев Сәғит Вәлит Улы СығанаҡтарБалдыбаев Сәғит Вәлит Улы10 ғинуар13 май1925 йыл1998 йыл«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалыБөйөк Ватан һуғышыХеҙмәт ветераны (исем)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ир енес ағзаһыҺуғышYouTubeКәкүкӨлкән сержантФредерик ШопенСатурн (планета)ОкеанияХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыСалауат Юлаев музейыЕсенина Татьяна СергеевнаЗакир ҺаҙыйФранц Петер ШубертМалайзияИсландияИстанбулАйғырМәғрифәтселек дәүере25 апрельОҙон көйТанзанияСыуаштарТөмән өлкәһеҺыуКонституцион монархияСәғитов Ирек Хаммат улыБашҡортостан ҡоштарыЫрыу (биология)Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыМетаболизмТултырыусыФлоридаШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыМария ЧеботарьМайФерменттарФутболКәбиров Артур Зиннур улыҺарытау20 мартЙоһанн Вольфганг фон ГётеБашҡорт Википедияһы24 майБашҡорт дәүләт университетыКилешМәскәү өлкәһеДжимми УэйлсВьетнамГренландияОперацион система2012 йылМакроиҡтисадГрецияҒаләмДоткомдар ҡыуығыТверьИтБахрейнИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы1992 йыл🡆 More