Яңы Собханғол: Бөрйән районындағы ауыл, Башҡортостан

Яңы Собханғол (рус. Новосубхангулово; икенсе атамаһы Янһары) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.

Иҫке Собханғол ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 525 кеше була. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219825004.

Ауыл
Яңы Собханғол
рус. Новосубхангулово
Яңы Собханғол: Географик урыны, Тарихы, Хәҙерге осор
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл Советы

Иҫке Собханғол

Координаталар

HGЯO

Халҡы

525 кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453580

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 825 004

ОКТМО коды

80 619 425 116

Яңы Собханғол (Рәсәй)
Яңы Собханғол
Яңы Собханғол
Яңы Собханғол (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Собханғол

Географик урыны

Яңы Собханғол (Янһары) ауылы район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан төньяҡҡа табан 10 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 141 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы

Яңы Собханғол ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Яңы Собханғолда (Янһары) X иҫәп алыу ваҡытында 33 йортта 200 кеше иҫәпләнгән. Собханғол ауылына абруйлы ер биләүсе Собханғол Килдекәев нигеҙ һалған. Ул 1757 йылда Сибай ауылынан сотник Мотай Айытҡолов, башҡа ер хужалары менән бергә, Вознесенка баҡыр иретеү заводы өсөн, барон Сиверсҡа һәм Тимашевҡа Ырғыҙлы һәм Ағиҙел йылғалары буйындағы ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашыуы менән билдәле

1866 йылда 36 йорт-хужалыҡта 214 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылда ауылда 467 кеше йәшәгән.

1930—1935 йылдарҙа Бөрйән районының административ үҙәге була.

Хәҙерге осор

Ауылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы — Яңы Собханғол төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ вокаль ансамбле «Гөлдәр»), мәсет бар.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 316
1920 йыл 26 август 467
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 346
1959 йыл 15 ғинуар 316
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 440
2002 йыл 9 октябрь 513
2010 йыл 14 октябрь 525 265 260 50,5 49,5
    Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %).

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһаһы буйынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Яңы Собханғол ауылында халыҡ һаны 514 кеше тәшкил итә. Ир-аттар — 230 (44.66 %) һәм ҡатын-ҡыҙҙар — 284 (55.34 %).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

Бөйөк Ватан һуғышына бәйле шәхестәр

Яңы Собханғол

Урамдары

  • Ағиҙел урамы (рус.  улица Агидель)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  улица Дружбы)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  улица Заки Валиди)
  • Инсебикә урамы (рус.  улица Инсебика)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Ҡарағас урамы (рус.  улица Карагас)
  • Ҡараташ урамы (рус.  улица Караташ)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Октябрь урамы (рус.  улица Октября)
  • Салауат юлаев урамы (рус.  улица Салавата Юлаева)
  • Тау урамы (рус.  Горная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  улица Мира)
  • Урман урамы (рус.  Лесная улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная улица)
  • Юзаҡай урамы (рус.  улица Юзакай)

Тирә-яҡ мөхит

    Ер-һыу атамалары

Тау-таштар

  • Бесәй ташы
  • Кәзә ташы
  • Бәйет тауы
  • Зөбәй ҡаралтыһы

Яландар

  • Саҡмағош яланы
  • Ҡарағас яланы
  • Йөҙәкәй яланы
  • Күҙәмбәт яланы

Йылға-шишмәләр

  • Сатра йылғаһы
  • Әүлиә шишмәһе Ҡойонсаҡ
  • Улаҡ шишмәһе
  • Сөрөлдәүек йылғаһы

Тикшеренеү эше

  • Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы тарихы (ғилми-тикшеренеү эше)

Видеофильмдарҙа

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Яңы Собханғол Географик урыныЯңы Собханғол ТарихыЯңы Собханғол Хәҙерге осорЯңы Собханғол Халыҡ һаныЯңы Собханғол Билдәле шәхестәреЯңы Собханғол УрамдарыЯңы Собханғол Тирә-яҡ мөхитЯңы Собханғол Тикшеренеү эшеЯңы Собханғол ВидеофильмдарҙаЯңы Собханғол ИҫкәрмәләрЯңы Собханғол ӘҙәбиәтЯңы Собханғол ҺылтанмаларЯңы Собханғол2010 йылБашҡортостан РеспубликаһыБөрйән районыИҫке Собханғол ауыл Советы (Бөрйән районы)ОКАТОРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ант төркөмөКеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһыКитабханәНардуғанМәжит ҒафуриТажикстанГрецияУран (мифология)БлогОрион (мифология)Ғәбдерәхим Усман әл-БолғариБаҡырЙәлдәкНизами ГәнжәүиМакаоТәкәфүлБикбаев Рауил Төхфәт улыАхиллКашин Николай Иванович (разведчик)СахалинЕнси актТәржемәБашҡорт ВикипедияһыРәүешҺауа торошо тураһында халыҡ һынамыштарыБашҡортостан ҡоштарыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыТултырыусыУраҙаБашҡортостан Республикаһының Дәүләт гимныҠобайырИр енес ағзаһыИҙелбайҺөйләм төрҙәреБашҡорттарАҡҡош башҡорт мифологияһындаСССР Яҙыусылар союзыҠарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙыСәнғәтЭрнест РезерфордРоботМолдавия гербыҠытай телеБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыСәскәТавасиев Сосланбәк Дафай улыФарсы әҙәбиәтеТокиоСатираАҠШ Оборона департаментыБолгарияЙәстү намаҙы29 февральМеос Владислав ЭдуардовичХөсәйен ибн АлиВодянова Наталья МихайловнаҮсекләшеүҙәрЗәки Вәлиди урамы (Өфө)Норвег телеУкраинаБикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улыДанияЭней23 февраль🡆 More