Балдаҡлы селәүсендәр |
Lumbricusырыуындағы ямғыр селәүсене |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Тип: | Балдаҡлы селәүсендәр |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Annelida Lamarck, 1809 |
Классы |
---|
- Многощетинковые черви
- Поясковые черви
- Мизостомиды
|
|
|
Ҡылыҡһырлама
Күп күҙәнәкле, башлыса ирекле йәшәүсе хайуандар.Балдаҡлы селәүсендәр ҙурлығы бер нисә мм-ҙан алып 2,5 м-ға тиклем. Тәне күп һанлы сегменттарҙан (балдаҡтарҙан) тора, уларҙың һәр береһендә ҡабырға тирәһендәге төклө үҫентеләр — примитив аяҡтар, йәки параподиялар булыуы мөмкин. Тән ҡыуышлығы икенсел (целом). Бүлеп сығарыу ағзалары — метанефридиялар. Ҡан системаһы йомоҡ. Һулышы тире аша, ҡайһы ваҡыт айғолаҡтары була. Нервы системаһы ганглионар типлы. Балдаҡлы селәүсендәр айырым енесле, һирәгерәк гермафродит. Енси юл менән, ҡайһы ваҡыт енесһеҙ үрсей. Үҫеше метаморфоз менәнн (күп төклө селәүсендәр), йәки тура (аҙ төклө селәүсендәр, һөлөктәр). Тупраҡтың органик матдәләре, детрит, һыу хайуандары (бөжәк балағорттары, ваҡ ҡусҡарҙар һ.б.) менән туҡлана. Балыҡтар өсөн аҙыҡ, һыу ятҡылыҡтарының биологик индикацияһында ҡулланыла ала, Б.с. ҡайһы бер төрҙәре — паразит селәүсендәрҙең аралыҡ һәм резервуар хужалары.
Таралышы
Башҡортостан Республикаһы тупрағында ямғыр селәүсендәре һәм энхетреидтар (аҡ, һирәгерәк һары йәки алһыу төҫтәге бик бәләкәй Б.с.) йәшәй, һыу ятҡылыҡтарында — һыу селәүсендәре, ике күҙле һөлөктәр, ҡусҡар һымаҡ һөлөктәр, стилярийҙар, трубочниктар һ.б. Медицина һөлөгө Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 6 класы, яҡынса 8 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостан Республикаһында аҙ төклө селәүсендәр (олигохеттар) класына ҡараған 34 төрө һәм һөлөктөң 13 төрө асыҡланған.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Балдаҡлы селәүсендәр, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.