Балалар өсөн уйындар— уйындар аша бала логик фекерләргә, тирә-йүнде танып белергә,фиэик яҡтан таһыллы булып үҫергә булышлыҡ итә.
Балалар түңәрәк яһап тора. Һынашмаҡ әйтеп бесәй менән сысҡан һайлана. Бесәй түңәрәктең тышҡы яғында сысҡан эс яҡта тора .Балалар хор менән бер , ике, өс бесәй сысҡанды тот тип ҡысҡыралар һәм ҡулдарын өҫкә күтәрәләр.Бесәй түңәрәк буйлап сысканды баҫтыра уйын сысканды тотканса дауам итә. Уйын шулай дауам итә, ҡабатлана.
Һынашмаҡ буйынса уйынды башлаусы һайлана. Уның күҙен яулыҡ менән бәйләйҙәр.Ҡалған балалар сәпәкәй ләп кенә аяҡ остарында ғына тауышһыҙ йөрөйҙәр. Күҙен бәйләгән бала балаларҙы баҫтырып, тотоп бөткәнсе уйын дауам итә.
Һынашмаҡ буйынса уйынды башлаусы һайлана.123456 йәшендек мин эҙләргә сыҡтым тил әйткәс эҙләй башлай йәшенгән балаларҙы табыл боткәс кем беренсе табылған шул уйынды башлаусы була .Уйын шулайдауам итә.
Балалар бер түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар.Бер бала яулыҡ ала ла йөҙҙәре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй. Йәшерәм яулыҡ йәшерәм яулыҡ Йәшел ҡайын артына.ҡ Һиҙҙермәйсә һалып киттем бер иптәштең артына.Шул арала һиҙҙермәйсә генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә.Йыр бөтөп яулыҡ һалыусы туҡтағас барлыҡ балалар ҙа үҙ тирәләрен ҡарай.Яулыҡ кем янында һалып ҡалдырылҡан булһа шул кеше яулыҡты алып йүгерә башлай.Ә тегеһе уның урынына бара һалып ултыра.Уйын шул рәүештә дауам итә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Балалар уйыны, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.