Баден-Баден

Баден-Баден (нем.

Baden-Baden, алем.Bade-Bade) — Германияла Баден-Вюртемберг ерендәге курорт-ҡала. Ос йылғаһы ярҙарында Шварцвальдтың көнбайыш битләүҙәрендә урынлашҡан. Халыҡ һаны 54 мең кеше. Билдәле курорт урыны. 1931 йылға тиклем ҡала Баден тип аталған, әммә кешеләр йыш ҡына «Баден. Баденда» (Баден төбәге) тип әйткәндәр, шулай итеп хәҙерге ике ҡатлы Баден-Баден атамаһы барлыҡҡа килгән.

Баден-Баден
нем. Baden-Baden
ФлагГерб
Баден-БаденБаден-Баден
Рәсем
Рәсми атамаһы Baden-Baden һәм Baden
Ҡыҫҡаса атамаһы Bba
Архивы хранятся в Stadtarchiv Baden-Baden[d]
Дәүләт Баден-Баден Германия
Административ үҙәге Маркграфство Баден[d]
Административ-территориаль берәмек Карлсруэ[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ос[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Мэр
Хөкүмәт башлығы Dietmar Späth[d]
Ойошма ағзаһы Kommunale Informationsverarbeitung Baden-Franken[d], Climate Alliance[d], Zweckverband 4IT[d], Мэры за мир[d] һәм Kommunalverband für Jugend und Soziales Baden-Württemberg[d]
Халыҡ һаны 57 025 кеше (31 декабрь 2022)
Ир-егеттәр 26 664
Ҡатын-ҡыҙҙар 28 785
Административ рәүештә бүленә Oos[d], Balg[d], Lichtental[d], Ebersteinburg[d], Штайнбах[d], Neuweier[d], Фарнхальт[d], Haueneberstein[d] һәм Sandweier[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 181 метр
Туғандаш ҡала Ментона, Монкальери[d], Фрайталь, Карловы Вары, Ялта[d], Сочи һәм Бора-Бора[d]
Милке Karlsruhe Transport Association[d]
Сиктәш Раштатт[d], Бюль[d], Бюлерталь[d], Форбах[d], Вайзенбах[d], Гернсбах[d], Гаггенау[d], Куппенхайм[d], Иффецхайм[d], Хюгельсхайм[d] һәм Зинцхайм[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 140,19 км² (31 декабрь 2017)
Адрес Marktplatz
Почта индексы 76530, 76531, 76532, 76533 һәм 76534
Рәсми сайт baden-baden.de
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 07221 һәм 07223
Номер тамғаһы коды BAD
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Баден-Бадене[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Baden-Baden[d]
Баден-Баден Баден-Баден Викимилектә

Баден-Баден үҙенең ҡайнар сығанаҡтары менән билдәле, уларҙы боронғо римляндар ҙа ҡулланған. Баден-Баденда рим мунсаларының емереклектәре һаҡланып ҡалған.

Урыҫтар Баден-Баденда

Баден-Баден 
Баден-Баден. Урыҫ Преображения Господня сиркәүе

Баден-Баден — рус тарихында төп европа курорты. Тап бында һыуҙа ял итеү модаһы барлыҡҡа килгән. Рус аристократияһының немец бальнеокурортына һауыҡтырыу һәм мәҙәни күмәк сәйәхәт итеүенә XVIII быуатта рәсәй тәхете вариҫы Александр Павлович менән баден принцессаһы Луизаның — буласаҡ императрица Елизавета Алексеевнаның никахы нигеҙ һала. Тап ошо ваҡыттан алып рус аристократия фамилиялары — Гагариндар, Волконскийҙар, Вяземскийҙар, Меншиков һәм Трубецкойҙар — курорт сезонында бында килә.

Баден-Баден 
Тургенев ағалы-ҡустылы И. С. Милютиндарҙың Баден-Баденда дачаһында, 1867 йыл.

XIX быуатта урындағы һыуҙар һәм климат рус әҙәбәитендә мөһим роль башҡара: Гоголь, Толстой, Достоевский, Гончаров һәм Тургенев үҙҙәренең иң яҡшы әҫәрҙәрен яҙыу осоронда йыш ҡына бында килә. Тургеневтың «Дым» романындағы ваҡиғалар бында бара. 1852 йылда Баден-Баденда (һәм ваҡытлыса ерләнгән) Жуковский Василий Андреевич, 1878 йылда кенәз Петр Андреевич Вяземский, 1883 йылда рус дипломатияһы корифейы Александр Горчаков вафат була. Бында Антон Чехов булып китә.

1882 йылда урыҫ общиналары ихтыяждары өсөн Преображенский православие сиркәүе төҙөлгән.

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары

Концерт залдары һәм театрҙары

Баден-Баден 
Festspielhaus
Баден-Баден 
Театр
  • Баден-Баден театры — париж операһы өлгөһөндә шул саҡтағы казиноны арендалаусы Эдуар Бенаженың башланғысы менән Шарль Куто проекты буйынса Гёте майҙанында (Goetheplatz) төҙөлгөн.
    Театрҙы асыу өсөн композитор Гектор Берлиоз тарафынан махсус «Беатриче һәм Бенедикт» операһы яҙыла (1862, Шекспирҙың «Много шума из ничего» пьесаһы сюжетына), 1862 йылдың авгусында театр асыуҙа премьера менән Берлиоз үҙе дирижерлыҡ итә..
  • Фестшпильхаус (Festspielhaus) — Германияла дәүләт субсидиялары ҡатнашлығы булмаған берҙән-бер театр. 1998 йылдың 18 апрелендә ҡала ситенә күсерелеп, үҙгәртеп төҙөлгән иҫке тимер юлы вокзалында асылған. Вокзалды концерт залына реконструкциялау проектын австрия архитекторы Вильгельм Хольцбауэр (Wilhelm Holzbauer) эшләгән.

Музейҙары

Баден-Баден 
Фридер Бурда музейы
  • Фаберже музейы (Das Fabergé Museum) — тулыһынса ювелир Карл Фаберже фирмаһының эштәренә бағышланған донъяла беренсе музей.
  • Баден-Баден ҡалаһы музейы (Baden Stadtmuseum-Baden);
  • Баден-Бадендың Дәүләт Кунстхаллеһы (Baden Kunsthalle Staatliche-Baden);
  • Фридер Бурда музейы (Burda Frieder Museum) — архитектор Ричард Мейер;
  • XIX быуаттың технология һәм сәнғәт музейы;
  • Герке-Ремунд музейы (Kunstmuseum Gehrke-Remund) Фрида Кало әҫәрҙәре күсермәләренең даими эшләүсе күргәҙмәһе.

Архитектура ҡомартҡылары

  • Хоэнбаден һарайы — ҡаланың иң мөһим туристик иҫтәлекле урындарының береһе булып тора.
  • Яңы һарай — XV—XVII быуаттарҙа баден маркграфтары резиденцияһы
  • Баден-Баден казиноһы — иң боронғо һәм Германияла иң билдәле казино.

Дин

Христианлыҡ

Рим-католик сиркәүе

Баден-Баден ҡалаһы территорияһында ҡаланың һәр райондарында бөгөнгө көндә берешәр йәки бер нисә католик сиркәү һәм мәхәллә бар:

  • Сиркәү (Stiftskirche) (Иҫке ҡалала);
  • Изге Бернхард сиркәүе (Bernharduskirche),
  • Изге Бонифаций сиркәүе (Лихтентала.);
  • Изге Дионисий сиркәүе (Ооста), һ. б.;
  • шулай уҡ Изге Христофор Автоюлл сиркәүе (Autobahnkirche St. Christophorus), сәйәхәтселәрҙе ҡурсалаусы. Ул A5 автомагистралендә урынлашҡан;
  • Лихтенталдә Цистерцианлылар Орденына ҡараған Цистерцианциан аббатлығы бар..

Православие сиркәүе

Преображен сиркәүенән тыш, ҡалала шулай уҡ Румын Патриархатының православие сиркәүе Stourdza-Kapelle бар. 1863—1866 йылдарҙа архитектор Лео фон Кленц тарафынан неоклассик стилдә төҙөлгән.

Шулай уҡ ҡалала Königsbergerstr. 16a урамында Мәскәү Патриархаты Рус Православие сиркәүенең Спас-Преображенский Изге-Спиридоньевский мәхәлләһе бар. Ғибәҙәтхана башлығы - игумен Андрей (Готфрид).

Лютеран сиркәүе

  • Август майҙанында ҡала сиркәүе (Augustaplatz);
  • Изге Иоанн Инжил-лютеран сиркәүе (St.-Johanniskirche);
  • Инжил йорто (Gospelhouse) һ.б.

Ислам

Штайнбах ҡала районында (Steinbach) Германияның мосолмандар йәмғиәтенең дин эштәре буйынса Төрөк Ислам союзына ҡараған мәсет урынлашҡан..

Иудаизм

Йәһүд дини общинаһының Штефанинштрассеның 5-се һанлы йортонда (5 Stephanienstraße), 1890 йылдың 2 ноябрендә нигеҙ һалынған синагогаһы булған, ул 1899 йылда архитектор Л. Леви проекты буйынса төҙөлгән. уны 1938 йылдың 10 ноябрендә тулыһынса яндыралар, ә синагоганың ер участкаһын урындағы типография һатып ала. Бөгөнгө синагога 1947 йылдың мартында француз оккупацион властары тарафынан скульптор Йозеф фон Колфтың элекке оҫтаханаһы урынында асылған .

Сәйәсәт

2009 йылдың 7 июнендә Баден-Бадендың муниципаль советына үткән һайлауҙар һөҙөмтәһе:

Баден-Баден 
Муниципаль советта урындар бүленеше.
ХДС 32,7 % (-6,4) 13 урын (-6)
90 Союзы/Йәшелдәр 18,1 % (+3,5) 6 урын (-1)
FWL 17,3 % (+1,5) 7 урын (±0)
СДПГ 16,5 % (+1,0) 8 урын (±0)
СвДП/ДНП 15,5 %(+4,2) 6 урын (+1)
Йәмғеһе: 100,0 % 40 урын

Мэрҙары

Мэрҙы тура һайлауҙар юлы менән һигеҙ йыл срокҡа тауыш хоҡуғына эйә булған халыҡ һайлай


2006 йылдағы һайлауҙарҙа мэр вазифаһына Герстнер Вольфганг һайлана (Wolfgang Gerstner), уның вәкәләттәре ваҡыты 2014 йылда тамамлана. 2014 йылдың 10 июнендә ҡала башлығы вазифаһын алдағы мэр кеүек үк Христиан-демократик союзы партияһынан (ХДС) Маргрет Мерген биләй,

Халыҡ-ара бәйләнештәр

Туғандаш ҡалалар

Фотоһүрәттәр

Баден-Баден 
Курпарк күренеше

Иҫкәрмәләр

  • 13,0 13,1
  • Официальный сайт Фестшпильхауса 2013 йыл 30 апрель архивланған. (нем.)
  • Католик сиркәүҙәр ҡаланың иҫке (Stiftskirche)(недоступная ссылка) (нем.)
  • 21,0 21,1
  • http://www.agermanyattraction.com/germany-attractions-ad/kloster-lichtental-abbey.htm 2013 йыл 7 май архивланған. (Kloster Lichtental Abbey)] (инг.)
  • Евангельско-лютеранская церковь в Баден-Бадене (Evangelisch-Lutherischen Kirche in Baden) 2013 йыл 29 апрель архивланған. (нем.)
  • Йорт инжил (Gospelhouse) 2013 йыл 17 апрель архивланған. (нем.)
  • Jews in Baden-Baden: Chronicle 2016 йыл 11 март архивланған. (инг.)
  • Муниципальные выборы 2009 (Kommunalwahlen 2009) 2013 йыл 1 июль архивланған. (нем.)
  • Выборы мэра 2006 (Oberbürgermeisterwahlen 2006) 2013 йыл 1 июль архивланған. (нем.)
  • (Baden-Rathaus Badens-2014 Gerstner Amt gibt Chef ab)(недоступная ссылка) (нем.)
  • Һылтанмалар

    Tags:

    Баден-Баден Урыҫтар даБаден-Баден Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындарыБаден-Баден ДинБаден-Баден СәйәсәтБаден-Баден Халыҡ-ара бәйләнештәрБаден-Баден ФотоһүрәттәрБаден-Баден ИҫкәрмәләрБаден-Баден ҺылтанмаларБаден-Баден1931 йылБаден-ВюртембергҠала

    🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

    АҫҡарБареләүиҙәрЙәнбикәТаш быуатАгглютинатив телдәрМакедон теле22 апрельНАТО7 ноябрьПольшаЭминемХимик элементтарҙың периодик системаһыДонецк өлкәһе17 ғинуарУэльс принцы утрауы (Канада)Февраль (Шаҡай)ПеруЭҙләүҙе оптималлаштырыуЭльбурс6 декабрь1812 йылБеренсе донъя һуғышыФеминизмТермодинамикаӘзербайжандарЕвразия берлегеИероним БосхДижон2 декабрьОсташев Аркадий ИльичУтрауМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыТүбәнге ЛәмәҙХоккейХалыҡ иҫәбен алыуИртәк (Яйыҡ ҡушылдығы)РумынияПлотинаРихард ВагнерНияҙғол (Әбйәлил районы)Хәлил (Әбйәлил районы)Дэвид МицкевичБөтә Рәсәй мосолмандары съезыСимон БоливарИке үлсәмле арауыҡПоляк телеУрта диңгеҙГәзитДжованни Пьерлуиджи ПалестринаАргентинаИсламЖюль ВернЭякуляцияАсыҡ контентТөҙөлөшКөньяҡ Урал дәүләт университетыРус партияһы (Греция)Көньяҡ алтай телеАҫҡар мәктәбе (Бөрйән районы)Николаевка ауыл Советы (Өфө районы)Людвиг ван БетховенБашҡорт фольклорыЯбалаҡ һымаҡтарРәсәйҙә Граждандар һуғышыҠабарҙы-Балҡар Республикаһы🡆 More