Ментона йәки Ментон (франц.Menton , Мантон, окс.Menton , итал.Mentone) — Урта диңгеҙҙең Зәңгәрһыу Ярында Францияның көньяҡ-көнсығышындағы курорт ҡалаһы, порт һәм коммуна, Ницца ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта Прованс — Альп — Зәңгәрһыу яры төбәгендә ята, Диңгеҙ буйы Альптары департаменты, Ницца округы, Ментона кантоны.
2015 йылдың мартына тиклем коммуна бөтөрөлгән Ментона-Уэст һәм Ментона-Эст кантондарының (Ницца округы) административ үҙәге булған.
Ментона | |
франц. Menton окс. Menton | |
Флаг | Герб |
Рәсми атамаһы | Menton |
---|---|
Архивы хранятся в | archives municipales de Menton[d] |
Этнохороним | mentonesi |
Дәүләт | Франция |
Административ үҙәге | Ментона[d] |
Административ-территориаль берәмек | Приморские Альпы[d] һәм Ницца[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Статистическая область | Q3551068? һәм Q113833323? |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Ментона[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Menton[d] |
Хөкүмәт башлығы | Жан-Клод Гибаль[d] |
Халыҡ һаны | 30 412 кеше (1 ғинуар 2021) |
Ир-егеттәр | 13 394 |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 15 564 |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 16 метр |
Туғандаш ҡала | Монтрё[d], Намюр[d], Баден-Баден, Сочи, Нафплион[d], Нордвейк[d] һәм Валенсия[d] |
Сиктәш | Кастеллар[d], Кастийон[d], Горбьо[d], Рокебрюн — Кап-Мартен[d], Сент-Аньес[d] һәм Вентимилья[d] |
Майҙан | 14,05 км² |
Почта индексы | 06500 |
Электронная почта | [email protected] |
Рәсми сайт | menton.fr |
Святой покровитель | архангел Михаил[d] |
Номер тамғаһы коды | 06 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Ментоне[d] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Menton[d] |
Ментона Викимилектә |
Коммунаның майҙаны — 71,00 км², халыҡ һаны — 27 955 кеше (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 29 073 кеше (2012), халыҡ тығыҙлығы — 1710,2 кеше/км².
Ментона — Француз Ривьераһының Зәңгәрһыу Яр буйындағы курорт-ҡала, итальян сиге алдындағы һуңғы француз ҡалаһы: сиктең теге яғында — Вентимилья. Ментона йомшаҡ климаты менән айырыла, шуға күрә ҡалала күп һанлы баҡсалар һәм парктар бар.
1861 йылға тиклем Монако кенәзлегенә ингән, халҡының талабы буйынса Наполеон III контроллеге аҫтына күсә, һәм Карл III тарафынан Монаконың бойондороҡһоҙлоғон таныу өсөн Францияға тапшырыла.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала Францияның Итальян оккупация зонаһының эре үҙәге була.
2011 йылда коммуна халҡы тәшкил 28 926 кеше тәшкил иткән, ә 2012 йылда — 29 073 кеше.
1962 | 1968 | 1975 | 1982 | 1990 | 1999 | 2006 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
19904 | 25040 | 25143 | 25086 | 29141 | 28812 | 27655 | 28926 | 29073 |
Халыҡ һаны динамикаһы:
2010 йылда 17 523 кешенән эшкә яраҡлы йәштә булғандары (15 йыл 64-кә тиклем) 12 940 иҡтисади яҡтан әүҙем, 4583 — әүҙем булмағандары (әүҙемлек күрһәткестәре 73,8 %, 1999 йылда — 70,4 процент).12 940 әүҙем эшкә яраҡлы кешенән 11 492 кеше эшләгән (5939 ир-ат һәм 5553 ҡатын-ҡыҙ), 1448 эшһеҙ иҫәпләнгән (818 ҡатын-ҡыҙ һәм 630 ир-егет). 4583 эшкә яраҡлы әүҙем булған граждандар араһынан 1595 уҡыусы йәки студент, 1515 — хаҡлы ялда, ә тағы 1473 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмағандар.
2010 йыл дауамында коммунала налог түләүсе 15 119 йорт хужалығы иҫәпләнә, уларҙа 26 275,5 кеше йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы бер һалым түләүсегә 19 477 мең евро тәшкил иткән.
XV быуаттан Ментонала цитрус емештәре, беренсе сиратта, лимон үҫтерәләр. Лимон ҡаланың символы булып тора; урындағы лимондар үҙҙәренең еҫе һәм тәме арҡаһында юғары баһалана. Йыл һайын февраль аҙағында — март башында лимон фестивале үтә, уның сиктәрендә парадтар ойошторола һәм цитрус емештәренән күп һанлы композициялар төҙөлә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ментона, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.