Ҡатын-ҡыҙ — ҡатын-ҡыҙ енесле кеше .
«Ҡатын» тип өлкән кешене атайҙар,ә бала йәки үҫмер кешене «ҡыҙыҡай» һәм «ҡыҙ» тиҙәр . Ҡайһы бер осраҡта «ҡатын» йәш айырмаһына ҡарамай ҡулланыла, мәҫәлән, «ҡатын- ҡыҙҙар хоҡуғы» (права женщин, women's rights). «Ҡатын» гендер бәйләнгәнлекте, ә енесте аңлатмай тигән фекер ҙә йәшәп килә . Ҡатын кеше енси яҡтан өлгөргәс, менопаузаға тиклем бала таба һәм имеҙә ала ,ҡайһы бер ҡатындар быны эшләй алмай— мәҫәлән, түлһеҙҙәр, трансгендер һәм интерсекс-ҡатындар (хромосомалар менән бәйле) .
Донъяла күп халыҡтарҙа электән ҡатын-ҡыҙға өндәшкәндә уның социаль статусын , гендер айырмаһын күрһәткән атамалар ҡулланылған. Бынан тыш генедер айырмаһын күрһәтмәгән һүҙҙәр ҙә ҡулланылыуы мөмкин (мәҫәлән,«иптәш»). Кейәүҙә булмаған йәки кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға төрлө һүҙҙәр ҡулланып өндәшкәндәр. Рустарҙа «барышня» (йәш ҡыҙ) һәм «барыня» , «госпожа» (кейәүҙәге, йәки оло ҡатын), «мисс» (кейәүҙә түгел) «мадам» ,«миссис» (кейәүҙә) инглиз телендә, «синьорина» (кейәүҙә түгел) һәм «синьора» (кейәүҙә) итальян телендә, башҡорт әҙәбиәтендә "туташ" (ҡыҙ кешегә өндәшкәндә), "ханым" (ир ҡатынына) кеүек һүҙҙәр осрай һ.б. Көнбайышта күп ҡатын-ҡыҙ үҙенә ундай айырма менән өндәшеүҙе хупламай. Гендер лингвистикаһы буйынса бындай айырма эшләү ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәргә бойондороҡло булыуын күрһәтә .
Хәҙерге заманда ҡайһы бер телдәрҙә бындай айырма эшләү әҙәпһеҙлек тип һанала, шуға күрә телдән төшөп ҡалып бара(мәҫәлән, Германияла «фройляйн» 1970 йылдарҙан башлап рәсми документтарҙа ҡулланылмай), Франция менән Бельгияла документтарҙа «мадемуазель» һүҙе ҡулланылмай.
1970 йылдарҙан башлап, Англияла «мисс» һәм «миссис» менән бер рәттән «миз» (яҙғанда— Ms.), гендер нейтраль «микс» йәки «макс» (яҙғанда — Mx.) ҡулланыла.
Донъяла «ҡатын-ҡыҙ» төшөнсәһе тәү сиратта биологик үҙенсәлектәр тураһында һөйләй . Икенсе яҡтан , «ҡатын-ҡыҙ» - социаль төркөм , гендер роль йәки гендер берҙәйлек , оҡшашлыҡ (идентичность). Донъяла бинар гендер системаһы һаҡланып килә, ләкин ҡайһы бер илдәрҙә быны инҡар итеүселәр һаны күбәйә бара.
Генетика күҙлегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы тип парлы енси хромосомалар ике X-хромосоманан тора, ә ирҙәрҙең енси хромосомалары кариотипта бер X-хромосома һәм бер Y-хромосомалы. Ҡатын-ҡыҙҙар бер X-хромосоманы әсәһенән ала,икенсеһен— атаһынан (был хромосоманы ул әсәһенән ала). Балиғ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙа икенсе Х-хромосома ҡулса булып уралып ята (тельце Барра). Элек икенсе X-хромосома ҡулланылмай тип иҫәпләнә ине, хәҙер улай тип раҫламайҙар .
Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡараған кариотип 46 X-хромосоманан тора, ләки ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙа 47,XXX һәм 45,X кариотиптары осрай. Кариотип һәр саҡ анатомия үҫешен билдәләмәй— мәҫәлән, ҡайһы бер ике X-хромосомалы кешеләрҙең енси ағзалары төҙөлөшө ғәҙәттәге ирҙәр анатомияһындағы кеүек . Кариотип менән анатомияның бындай бәйләнеше - интерсекс-вариацияның бер төрө.
Биология күҙегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмы ирҙәр организмынан бер нисә анатомик һәм һәм физиологик сифат менән айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр тәне төҙөлөшөндә беренсел һәм икенсел енси билдәләр айырып йөрөтөлә. Беренсел енси билдәләр— әсә ҡарынында саҡта уҡ барлыҡҡа килгән кешенең үрсеү органдарының үҙенсәлектәре, улар енси өлгөрөү һөҙөмтәһендә генә функциональ яҡтан әүҙемләшә. Енси өлгөрөү процесында икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килә — улар тәндең башҡа айырымлыҡтарына ҡағыла.
Ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһы эске һәм тышҡы енси органдарҙан ғибәрәт. Түллек биҙҙәре (Яичники) гормондар етештереүҙе көйләй һәм ҡатын-ҡыҙ гаметалары — инә күҙәнәктәр ирҙәр гаметаһы — сперматозоидтар менән аталандырылғас, эмбрион (яңы кеше организмын) булдыра. Аталандырылмаған инә күҙәнәктәр организмдан күрем (менструация) менән тышҡа сығарыла. Ҡатын-ҡыҙҙар енси органдарына баланы ҡарында йөрөтөү өсөн аналыҡ , инәлек еңсәһе һәм бер нисә өлөштән торған тышҡы енси орган «вульва» инә. Ҡатын-ҡыҙ имсәге башҡа һөтимәрҙәрҙеке кеүек үк һөт бирә ала.
Ҡатын-ҡыҙҙың икенсел енси билдәләре организмға гормондар (эстрадиол, эстрогендар) йоғонтоһо арҡаһында формалаша. Мәҫәлән, ҡатын ҡыҙҙарҙың буйы ирҙәрҙекенән уртаса 12 сантиметрға кәмерәк, киң янбаш һөйәге, түмһәкәй (лобковый угол) тупаҡ мөйөшлө, нәҙегерәк тауыш тембры, кәүҙә ауырлығында мускул өлөшө әҙерәк, май туҡымаһы күберәк өлөштө тәшкил итә, биттә йөн булмауы, тәндә йәндәң бик әҙ булыуы. Ҡатын-ҡыҙ организмында бер нисә осорҙо бүлеп йөрөтәләр, уларҙың һәр берһенең үҙ анатомия һәм физиология айырымлыҡтары бар :
Хәҙерге заманда кешеләрҙе ике енескә генә бүлеп йөрөтөү менән риза булмағандар ҙа бар.. Ундай кешеләрҙе интерсекс, трансгендер кеше тип тә йөрөтәләр.
Тәбиғәт ике енес араһындағы кеше итеп яратҡан ҡатындарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен кем итеп тоя, шул енескә яҡын булаһы килеп, гормональ терапия үтә, төрлө хирургик процедуралар яһатып ҡарай .
Енсиәт роле (гендер роль) — кешенән гендерға (енесенә) бәйле билдәле бер тәртип талап иткән социаль өмөттәрҙең барыһы бергә. Хәҙерге донъяла бинар гендер системаһы йәшәй, уға яраҡлы кешеләр ике бер-берһенә ҡапма-ҡаршы төркөмгә бүленә : ирҙәр һәм ҡатындар, — йәмғиәт кеше енесенә ҡарап унан үҙ енесенә тура килгән гендер ролен үтәүҙе талап итә . Шулай ҙа ҡайһы бер халыҡтарҙа гендер (енсиәт) мөһим социаль категория түгел, шулай булғас, ғәҙәттәге ҡатын-ҡыҙ роле лә юҡ . Ҡайһы бер халыҡтарҙа кешене өс төркөмгә бүлеп ҡарау бар.
Айырым ҡатын-ҡыҙ енсиәт (гендер) роле булған халыҡтарҙа уның эстәлеге әкренләп үҙгәрә һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа ул төрлөсә. Мәҫәлән, Көнбайышта 1950 йылдарҙа, урта класҡа ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың гендер роле унан йорт хужабикәһе булыуҙы талап итә һәм ҡатын-ҡыҙ эшкә йөрөмәҫкә тейеш була, ә эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер роле унан йәмғиәт файҙаһына эш менән өйҙәге эште берҙәй алып барыуҙы талап итә (Был ГФР һәм ГДР араһындағы айырмала ла күренә).
Көнбайышта борондан ҡатын-ҡыҙҙың гендер ролдәрен аңлатҡанда ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәрҙең тәбиғи айырмаларына иғтибар иткәндәр . Тәжрибә мәғлүмәттәре гендер айырымлыҡтарының эволюцион теорияларын раҫлаймай . Мәҫәлән, эмпирик тикшеренеүҙәр ҡатын-ҡыҙ партнер һайлағанда буласаҡ ғаиләне туйҙырыусы тип һайламай, а ирҙәр – тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡарамай икәнен күрһәтә. Күп ғалимдар бындай теорияларҙа булған методологик хаталарға иғтибар итә . (Подробнее см.: Биологические теории происхождения гендерных ролей.)
Әлбиттә ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһында юҡҡа сығарып булмай торған айырмалар бар. Ләкин фәнни мәғлүмәттәр буйынса ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәр араһында оҡшашлыҡ айырмаларға ҡарағанда күберәк. Шуға күрә күп ғалимдар гендер оҡшашлыҡтың төп гипотезаһы тураһында һөйләү нигеҙле булыр ине тигән фекерҙә . Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы ғалимдар эҙләп тапҡан айырымлыҡтар (Математикаға һәләт, арауыҡты танып белеп, аңлау һәм агрессив тәртип) универсаль түгел, улар гендер стереотиптары тәьҫиренә бәйле .
Хәҙерге заманда күп йәмғиәттәрҙә таралған енсиәт (гендер) стереотиптарына ярашлы ҡатын –ҡыҙҙарға һүлпәнлек, бойондороҡлолоҡ, тойғоға бирелеүсәнлек, ҡайғыртыусанлыҡ хас тип иҫәпләнә, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан тәүәкәллек, ҡыйыулыҡ, агрессивлыҡ күрһәтеү ғәйепләнә . Шулай итеп был йәмғиәттәрҙә бығаса йәшәп килгән гендер ролдәр, гендер тигеҙһеҙлеге һаҡлап ҡалырға тырышалар.
Мәҫәлән, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, бындай стереотиптар эш урынында ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш урынында ҡыҫырыҡлау, хоҡуҡтарын боҙоуға ярҙам итә, күренмәй торған «быяла түшәм» тәьҫирен барлыҡҡа килтерә («быяла түшәм»- ҡатын-ҡыҙ карьераһын туҡтата торған үтә күренмәле сик) .
Христиан дине буйынса ҡатын-ҡыҙ кеше ир кешегә буйһонорға тейеш. Ләкин Иҫке Ғәһедтә (Евангелие) әсә әһәмиәтенең юғарылығы һәм уны хөрмәт итеү тураһында әйтелә. Балалар әсәһен атаһын хөрмәт иткән кеүек хөрмәт итергә тейеш, әсәгә хөрмәт менән ҡарамаусыны хатта нығыраҡ яза көтә. Христиан динен таратыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙур роль уйнаған, ләкин ҡатын-ҡыҙ рухани дәрәжәһен ала алмаған. Хәҙерге заманда христиан сиркәүенең ҡайһы бер ойошмаларында был ҡағиҙәне юҡҡа сығарғандар.
Шәриғәткә ярашлы ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары араһында бик ҙур айырма бар. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә (ғәрәп илдәрендә) ҡатын-ҡыҙ ирен бер һүҙһеҙ тыңларға тейеш, уның хоҡуғы ирҙәрҙекенә ҡарағанда әҙерәк. Ҡайһы саҡта уның хәле бер хоҡуҡһыҙ ҡол хәленә тиңләшә. Исламда ҡатын-ҡыҙ аҡса табыр өсөн эшкә йөрөргә тейеш түгел, уны ире ҡарарға тейеш, айырылышҡан осраҡта уға мәһәр бирелә (ҡатындың милке тип иҫәпләнә).
Элек күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың граждан хоҡуҡтары булмаған, әле лә ҡайһы бер илдәрҙә уларҙың һайлауҙарҙа ҡатнашырға хоҡуғы юҡ. Бөтә донъяла ла тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт органдарында бик әҙ. Мәҫәлән, АҠШ-та ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә, ләкин 109-се саҡырылыш АҠШ конгрессында барлығы 82 , Сенатта — 14 (сенаторҙарҙың 14 %), а АҠШ конгресының вәкилдәр палатаһында -68 (15,6 %) ҡатын-ҡыҙ булған.
Һуңғы ике быуатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса реформалар үтһә лә, донъяла төрлө ил парламенттарында ҡатын-ҡыҙ бик аҙ. Руанда менән Көньяҡ Африкала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн парламента квоталар ҡалдырылһа, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң элекке совет республикаларында квоталар бөтөрөлдө. Шул сәбәпле Европа илдәре менән сағыштырғанда был илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ парламентта һәм дәүләт органдарында күпкә аҙыраҡ .
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәткә хоҡуҡтары боҙола, ҡатын-ҡыҙ эш урынында төрлө ҡыҫырыҡлауға дусар ителә. Ул вертикаль сегрегацияла («быяла түшәм», ҡатын-ҡыҙҙарға карьера баҫҡысы буйлап үрләргә бирмәү), горизонталь сегрегацияла (рәсми рәүештә йәки рәсми булмаған ҡайһы бер юғары эш хаҡы түләнгән профессияларҙа һәм профессиональ өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙға эшләргә рөхсәт итмәү), ирҙәр менән сағыштырғанда ҡатын-ҡыҙға әҙерәк эш хаҡы түләүҙә күренә.
2013 йылда 774 миллион уҡый-яҙа белмәгән кешенең өстән икеһе – ҡатын-ҡыҙ. Мәктәпкә йөрөмәгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында иң күбеһе- ҡыҙҙар .
Ҡатын-ҡыҙҙы ҙурлау көндәре Боронғо Римда уҡ булған, был көндө ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәре бүләктәр биргән һәм уларҙы иғтибар менән солғап алған.
Бөгөн донъяла байрам ителгән көндәрҙең күбеһен БМО (ООН) тәҡдим иткән, ләкин уларҙың ҡай береһе , мәҫәлән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8 Март) ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәше барышында барлыҡҡа килгән.
Бөгөн донъяла билдәләнгән ҡатын- ҡыҙ байрамдары:
Һәм башҡа дини байрамдар бар.
Ҡатын | |
| |
Ҡатын-ҡыҙ Викимилектә | |
Ҡатын - (фарс. خاتون — Khātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше, бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет, ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.
"Ҡатын (Хатун)" һүҙе — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.
Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы.
Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:.
Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән |
Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.
Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.
Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.
Ҡалып:Hiero
Портал «Женщина» | |
Женщина Викиһүҙлектә | |
Женщина Викиөҙөмтәлә | |
Женщина Викикитапханала | |
Женщина Викимилектә | |
Женщина Викияңылыҡтарҙа |
Ҡалып:Сексология
Ҡатын-ҡыҙ1 һәм Ҡатын-ҡыҙ мәҡәләләрен берләштерергә! |
Ҡатын | |
| |
Ҡатын-ҡыҙ Викимилектә | |
Ҡатын - (фарс. خاتون — Khātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше, бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет, ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.
"Ҡатын (Хатун)" һүҙе — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.
Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы.
Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:.
Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән |
Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.
Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.
Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.
Ҡалып:Hiero
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡатын-ҡыҙ, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.