Ҡыуандыҡ Коридоры

Ҡыуандыҡ коридоры, Ырымбур коридоры (рус. Кувандыкский (Оренбургский) коридор, ҡаҙ.

Ҡыуандыҡ Коридоры
Көньяҡ Уралдың сәйәси картаһында Ҡыуандыҡ коридоры

Терминдың килеп сығыуы һәм политологияла файҙаланылыуы

Термин АҠШ политологы Пол Гобл тарафынан 2013 йылда фәнни әйләнешкә индерелде. Гобл, уртаҡ Башҡортостан-Ҡаҙағстан сиге барлыҡҡа килеүе Мәскәүҙе Себерҙән айырасаҡ, Башкортостандың, шулай уҡ башҡа Урал-Волга республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныу мөмкинлегенә тәүшарттар булдыра, тип иҫәпләй. Украин сәйәси белгесе һәм Рәсәй Федерацияһында күҙәтелгән үҙәктән айырылыу хәрәкәтен тикшереүсе Павел Подобед раҫлауынса, өҙөп Ырымбур коридорын өҙөү — алты Иҙел буйы республикаһының РФ составынан сығыу процесын башлау мөмкинлеген биргән рычаг.

2018 йылда Kazinform дәүләт мәғлүмәт агентлығы, үҙ эсенә Ырымбур өлкәһе ерҙәрен дә индергән Ҡаҙағстан картаһын баҫтырып сығарып, Ырымбур коридорын өҙөү мөмкинлегенә ишара яһаны. Яңылыҡ, үкенерлек хата тип аңлатылып, тиҙ арала алына. Мәғлүмәт агентлығының ҡылығына халыҡ-ара күҙәтеүселәр, шул иҫәптән рәсәй сәйәси күҙәтеүселәре тиҙ арала аңлатма бирҙе. 2017 йылда дәүләт генераль директоры итеп тәғәйенләнде Kazinform агентлығы генераль директоры итеп үҙенең милләтсе һәм үҙ сиратында Орынборҙы (ҡаҙаҡтар элекке баш ҡалалары Ырымбурҙы шулай тип йөрөтәләр) кире ҡайтарыу буйынса ҡараштарын йәшермәүсе Аскар Умаровты тәғәйенләйҙәр

Тарихы

Ҡыуандыҡ Коридоры 
Карта Башкурдистана и Алашской орды

1918 йылда Рәсәй империяһы тарҡалыуы тулҡынында башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар үҙ милли республикаларын иғлан итә. Ырымбур ҡалаһы башҡорт һәм ҡаҙаҡ милли-азатлыҡ хәрәкәттәренең (Алаш урҙаһы, Башҡортостан мөхтәриәте) мөһим үҙәктәренең береһе була. 1918 йылдың сентябрендә Өфөлә башҡорт һәм ҡаҙаҡ вәкилдәренең дәүләт кәңәшмәһе үтә. Көн тәртибендә федерация булдырыу тураһындағы мәсьәлә тора. Республикалар араһында уртаҡ сик шулай булырға тейеш кеүек ҡабул ителә.

Большевиктар власҡа килгәндән һуң, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың демократик милли республикалары урынына РСФСР составындағы автономиялы совет республикалары барлыҡҡа килә. Төньяҡта Башҡорт АССР-ы менән сиктәш Ырымбур (тарихи Башҡортостан биләмәләрендә төҙөлгән ҡала) Ҡырғыҙ АССР-ының (ҡаҙаҡ милли автономияһы) баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

1925 йылда СССР етәкселеге Ырымбур губернаһын совет Ҡаҙағстаны составынан тартып ала, һәм туранан-тура РСФСР-ға тапшыра. Шулай, ике төрки республиканы бүлеп ятыусы «Ырымбур коридоры», тип аталған территория булдырыла. Аҙаҡ, «сиктәрҙе аныҡлау» ҡарарҙары буйынса, ул бер нисә тапҡыр киңәйтелә. 1936 йылғы «Сталин» конституцияһы ҡайһы бер автономиялы республикаларҙың статусын союз кимәленә тиклем күтәрә. Башҡалар араһында Ҡаҙағстандың да статусы күтәрелә. Конституцияға ярашлы, союздаш республикалар СССР составынан ирекле сығыу хоҡуғына эйә була. Шундай мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн, уларҙың тышҡы дәүләттәр менән уртаҡ сиге булырға тейеш була. «Ҡыуандыҡ коридоры» булыуы арҡаһында — хатта Ҡаҙағстан СССР-ҙан сыҡҡан хәлдә лә — Башҡортостан был критерийға тап килмәй. Һөҙөмтәлә, Башҡорт АССР-ы, территорияһы һәм халыҡ һаны буйынса союздаш республикаларға тиңләштерерлек булһа ла, АССР статусында ҡала.

«СССР-ҙан ирекле сығыу» тураһында норма артабанғы 1977 йылғы совет Конституцияһына ла күсә, әммә «үҙгәртеп ҡороу» осоро башланғанға тиклем буш декларация ғына булып ҡала килә. 1980-се йылдар аҙағында барыһы ла үҙгәрә, һөҙөмтәлә халыҡтарҙың милли хәрәкәттәре "суверенитеттар парады"на килтерә. Ҡаҙағстан, 1991 йылдың декабрь айында бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеп, үҙенә тарихи һайлау яһай.

Иҙел буйы милли хәрәкәте өсөн әһәмиәте

Ҡыуандыҡ Коридоры 
Ырымбур өлкәһе картаһында Ҡыуандыҡ (15-се һан) һәм Гай (9-сы һан) райондары

6 Иҙел буйы республикалары ла Рәсәй Федерацияһының тышҡы сиктәренә эйә булмағанлыҡтан — сәйәсәт белгестәре һәм тарихсылар әллә нисә тапҡыр уларҙың РФ-нан дәүләт бойондороҡһоҙлоғо алыуын һәм уның составынан сығыу мөмкинлеген шик аҫтына ҡуя.

Татар һәм башҡорт милли хәрәкәттәре вәкилдәре Совет власының Ҡыуандыҡ коридорын булдырыуын Мәскәүҙең Башҡортостан ерҙәрен Ҡаҙағстандан айырыуға йүнәлтелгән мәжбүри сәйәси аҙымы тип һанай. Татарстан Республикаһы фәндәр академияһының Ш. Мәржәни исемендәге Тарих институты директоры Рафаэль Хәкимов рус батшаһы һәм большевиктар власы ошо маҡсаттан Ырымбур ерҙәренә урыҫтарҙы һәм украиндарҙы күсереү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырған, тип иҫәпләй

2019 йылда, РФ-ның башҡа субъекттары һәм Башҡортостан араһында административ сиктәр урынлаштырыу ваҡытында, Свободный Идель-Урал (укр.)баш. гражданлыҡ хәркәте башлығына мөрәжәғәт БР Башлығы Радий Хәбировҡа Ырымбур өлкәһеҠыуандыҡ һәм Гай районыдарын Башҡортостан Республикаһы составына тапшырыу мәсьәләһе тураһында талаптар менән сыҡты. Мөрәжәғәт инициаторҙары үҙ позицияһын билдәләнгән райондар Автономиялы Башҡорт ССР-ының элекке Үҫәргән һәм Йылайыр кантондары биләмәләренә ингән булған, тип дәлилләй; хәҙерге ваҡытта ла был урында халыҡтың байтаҡ процентын башҡорттар һәм татарҙар тәшкил итә, һәм улар башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү шарттарына эйә түгел.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Ҡыуандыҡ Коридоры Терминдың килеп сығыуы һәм политологияла файҙаланылыуыҠыуандыҡ Коридоры ТарихыҠыуандыҡ Коридоры Иҙел буйы милли хәрәкәте өсөн әһәмиәтеҠыуандыҡ Коридоры ИҫкәрмәләрҠыуандыҡ Коридоры ҺылтанмаларҠыуандыҡ КоридорыБашҡортостан РеспубликаһыРус телеЫрымбур өлкәһеҠаҙағстанҠаҙаҡ телеҠыуандыҡ ҡала округы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

4 ноябрьСибайЯрослав Гашек8 мартКриптографияПреторияАсҡыс (йоҙаҡ асҡысы)Путин Владимир ВладимировичҮлем язаһыТула өлкәһеДобролюбов тыҡрығы (Таганрог)Албания Фәндәр академияһыУльяновск өлкәһеКолумбияХалыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһыМөхәмәтғата МансуровБашҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)СәлләМакаоИон диңгеҙеУшанов Юлай Ғиниәт улыБишбармаҡНилМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыБенгал телеЙәйәләрӘгержеБелоруссияның рельефы2 декабрьҺултантимерҠаҙаҡ телеБеларусьҠояшИосиф IIКлючи (Асҡын районы)Иглин районыLinuxҠушыуМәскәү.adҮрге АвстрияАмерика Ҡушма ШтаттарыАҠШ-тың Виргин утрауҙарыТура мөйөшлө координаталар системаһыОло Теләк районыҠөрьәнБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы1959 йылДэвид МицкевичМерәҫ ауыл Советы (Баймаҡ районы)ИндонезияЙәдитселекУэльс принцы утрауы (Канада)ТренерШафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыҒинуарАнтониу Гутерреш1866 йыл26 февральВикимилекОсташев Аркадий ИльичСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыНиколаевка ауыл Советы (Өфө районы)Киль (ҡала)ҺарттарАҡылЛатин телеТаш быуатДжо Байден🡆 More