Яңы Усман (рус. Новоусманово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 414 кеше. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219809002.
Ауыл | |
Яңы Уҫман | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34755 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылға 1786 йылдар тирәһендә әтектәр нигеҙ һалған. 1795 йылда унда 35 ир-егет һәм 33 ҡатын-ҡыҙ менән 13 йорт булған. Килешеү буйынса Ырғыҙлы йылғаһында Вознесенка баҡыр иретеү заводына китеүсе территорияла урынлашҡан була. 1814 йылда Әтек ауылынан 15 ғаилә яңы ауылға күсеп килә. 1878 йылда 37 йорт була, унда 115 ир-егет һәм 110 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ике ауылды күрһәтә: Иҫке Усманда 27 йортта 162 кеше йәшәгән, Яңы Усманда 49 йорт була, уларҙа 262 кеше йәшәй. Иң юғары рухи вазифаны Сибай ауылынан килгән Әйүп Тәүәҙилов башҡара. Билдәле фамилияларҙы башлап ебәреүселәр - Үтәбай Әбдрәшитов, Урмантай Юлдашбаев, Туңғатар Ирғәлин, Ишҡужа Илбулов, Илназар Бүлтрүков.
Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 34 йортҡа 155 ат тура килгән, һыйырҙар — 101, һарыҡтар — 22, кәзәләр — 27 баш. Ғәҙәттә, ярым күсмә халыҡта һыйырҙар һаны аттар һанынан ҡалыша. Ауылдың 190 кешеһенә 1842 йылда ужым һәм яҙғы игендең дүрттән бер өлөшө (32 бот) сәселгән.
Ауылдың ике кешеһе — Яхья Кинйәбаев һәм Сәпей Аҡкөсөкөв — 1806—1807 йылдарҙа Франция менән һуғышта ҡатнашыусылар. Генерал М. И. Платов корпусындағы дүрт башҡорт полкының хәрби хәрәкәттәре Пруссия һәм Польша биләмәһендә булған. Был хаҡта 1810 йылда Петербургта һәм Лондонда сыҡҡан китаптарында Дон казагы П. Чуйкевич һәм инглиз офицеры Роберт Вильсон яҙған.
Икенсе һүҙҙәр буйынса, 1500 башҡорт дошманға ҡаршы һуғыш алып барған, улар "ҡорос шлем һәм тимер кейемдә" булған. Француз кавалерияһы менән көслө алышты тасуирлап, Р. Вильсон башҡорттарҙың "шәхси батырлығын" билдәләй, улар армияға килгәс тә, башҡа казактар менән бергә Аллер йылғаһы аша йөҙөп, француздарға ташлана.
1812 йылғы азатлыҡ һуғышында Наполеонға ҡаршы 15-се полкта ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән Яйыҡбай Яныбаев һәм Ишмырҙа Үтәғолов ҡатнаша.
Яңы Усманда егерменсе йылдарҙа 51, 1929—1940 йылдарҙа 35—38 хужалыҡ була. 1928 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында 6-7 хужалыҡтан торған артель ойошторола. Унда иң ярлылар һәм етемдәр берләшә. Шул уҡ йылда комсомол ячейкаһы төҙөлә. Артель председателе лә, комсомол секретары ла Малабаев Муса була. Артель әкренләп ҙурая бара һәм 1936 йылда бөтәһе лә колхозға инеп бөтә.
Яңы Усманда төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
2010 йылда Ҡолһарин Шәрифулла мәсет төҙөй. 2011 йылда икенсе «Хәлфетдин» мәсете асыла.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 262 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 164 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 200 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 316 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 390 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 414 | 215 | 199 | 51,9 | 48,1 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %).
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл Бетерә йылғаһы буйында, Артылыш тауы янында урынлашҡан.
Климаты киҫкен континенталь. Июлдең уртаса температураһы +16 градус, ғинуарҙа -17 градус һалҡын. Йылына 650-700 миллиметр яуым-төшөм яуа.
1834 йылда Яңы Усман ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Яңы Усман (Бөрйән районы), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.