Эней

Эней (һ.

б.-греч. Αἰνείας, лат. Aenēās) — боронғо грек мифологияһында дардан батша тоҡомонан Троя һуғышы батыры.

Эней
Федерико Бароччи. Энейҙең Троянан ҡасыуы

Баласағы һәм йәшлеге

Эней —Анхис һәм Афродитаның улы, Идала тыуа. Уны тау нимфалары үҫтерә. Спартаға Парис менән бергә бара.

Троя һуғышы

Эней башта Троя һуғышында ҡатнашмай. Ахилл Эней ғәскәренә һөжүм иткәс кенә, ул ахейҙарға ҡаршы яуға сыға. Ахилл һәм Диомед менән һуғыша. Уны Афродита менән Аполлон үҙ ҡанаттары аҫтына алалар, Аполлон Энейҙы Диомед һөжүм иткәндә ҡотҡарып ҡала. Посейдон да Энейҙы ҡурсалай, яраланған Энейҙы ярһыған Ахилдан ҡотҡара. "Илиада"ла 6 гректы үлтерә. Гигин фаразы буйынса, 28 яугирҙы үлтерә.

Троянан атаһы Анхисты арҡаһына йөкмәп сыға. Энейҙың атаһын нисек ҡәҙерләгәнен күргән эллиндар, уларға теймәй, үткәреп ебәрәләр. Лесху фаразы буйынса, Неоптолем уны ҡулға ала. Арктин фаразы буйынса, Троянан киткәс, атаһы менән Идаға китә.

Энейҙың ер гиҙеүе

Греция традициялары

Греция фаразы буйынса, Эней Троя ҡолағандан һуң Троадала ҡала һәм һуңынан бөтә троя халыҡтарының хакимы була. Һуңыраҡ дәүергә ҡараған хикәйәттәрҙә Эней иҫән ҡалған дардандар менән диңгеҙ аръяғына күсеп китә (Эпир йәки Фессалияға).

Эней Италияла

Этрустарҙа

Этрусктарҙа Эней төшөрөлгән 58 ваза билдәле

Латино-римдәрҙә

Энейҙы Лацийҙа хөрмәт итеүҙәре тәү тапҡыр б.э.т. VI быуатта уҡ билдәләнә: Лавиний храмында Энейҙың бай кенотафы һаҡлана. Рим дәүләтенең ҡеүәте артыу менән, Римгә Энейҙың нәҫеле нигеҙ һалған, тигән легенда тыуа. Вергилий фаразында, Эней Әхәт оҙатыуында янған Трояны ташлап сығып китә. Үҙе менән ҡатыны Креусаны, улы Юланы һәм елкәһенә күтәреп атаһы Анхисты ла алып сығара. Креуса артта ҡалып һәләк була, уның шәүләһе Эней алдында пәйҙә булып, уның бөйөк хаким булып китәсәген юрай. Эней иҫән ҡалған трояндарҙы йыя, улар Трояны 20 карапта ташлап китәләр. Гектор, Креуса, Полидоррҙың юрауҙарын яңылыш аңлап, Эней башта Фракияға, шунан һуң Критҡа китә; аҙаҡ үҙ хатаһын аңлап, Гесперияға йүнәлә һәм көнбайышҡа табан барғанда Сицилияға барып эләгә.

Эней Олимп янында Македонияла йәшәй башлай. Фракияла үлә. Ике ҡыҙын Кодона һәм Анфемонаны кейәүгә Нисала бирә, һуңыраҡ улы Ромул тыуа. Гелена Энейға бүләккә Неоптолемдың хәрби кейемен һәм ҡоралын бүләккә бирә.

Энейҙың караптары Лация ярҙарына етеп килгәндә уны күрә алмаған Гера дауыл ебәрә. Ел, тулҡындар флотты Карфаген ярҙарына килтереп ырғыта. Бында батырға Карфагенға нигеҙ һалыусы Дидона ғашиҡ була. Гера һәм Афродита Эней менән Финикия һылыуын ҡауыштырырға теләйҙәр, ләкин Зевс Меркурий аша Энейға Карфагендан сығып китергә әмер бирә. Дидонаға ғашиҡ Эней ғазаплана, сөнки һөйгәне янында ҡала ла алмай, үҙе менән дә уны алып китә алмай. Тәҡдире ҡушыуы буйынса, ул Лацияла Лавинияға өйләнергә тейеш. Уларҙың тоҡомо Римгә нигеҙ һаласаҡ. Эней Дидонаны ташлап китә. Дидона офоҡта Эней флотының елкәндәрен күреп, үҙен үҙе үлтерә. Дидона шәүләһенең Энейға ҡарата әйтелгән ҡарғышы киләсәктә Карфаген менән Римдең Пуник һуғышта дошман буласаҡтарын күрәҙәләй. Эней тағы Сицилия ярҙарына табан йөҙә. Бында ул атаһының ҡәберендә шул замандағы йолаларҙы атҡарғас, Кумаға китә. Буласаҡ яҙмышын белер өсөн Эней Кум Сивиллаһының кәңәше буйынса үлгәндәр батшалығына төшә. Элизиумдағы Анхиздың шәүләһе Энейҙың үҙенә лә, Рим дәүләтенә лә данлыҡлы киләсәк юрап бирә.

Эней Лацияла

Лацийға ҡайтҡас Эней, аборигендарҙың батшаһы Латиндан ҡала төҙөр өсөн ер ала. Латин Энейға ҡыҙы Лавинияны кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Әммә Лавиния быға тиклем рутулдар батшаһы Турнуға вәғәҙә ителгән була. Турну трояндарға һәм Латинға ҡаршы яу аса. Эней һәм Латин Эвандр менән берләшәләр. Эней менән Турн көс алышалар, Эней еңә һәм Лавинияға өйләнә.

Троя дәүләте емерелеүенә дүртенсе йыл киткәндә Латин вафат була. Уның үлеменән һуң Эней өс йыл латиндар менән хаким итә.

Мезенций менән булған һуғышта Эней Нумикий йылғаһында һәләк була. Нумикий һыуҙары Энейҙан кеше сифаттарын йыуып төшөрәләр ҙә уны Индигет аллаға әйләндерәләр.

Әҙәбиәт

  • Эпик поэма Вергилий «Энеида»
  • Джо Грэм, тарихи роман «Ҡара караптар»
  • Иван Котляровский, поэма «Энеида»
  • Поэма Данте Алигьери «Божественная комедия»
  • Геликаон исеме аҫтында Дэвид Геммелдың «Троя» циклында
  • Иосиф Бродский, шиғыр «Дидона һәм Эней»
  • Анна Ахматова, «Ҡурҡма — мин тағы ла нығыраҡ оҡшағанмын..»

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Индигеттар

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Эней Баласағы һәм йәшлегеЭней Троя һуғышыЭней ҙың ер гиҙеүеЭней ИталиялаЭней ЛациялаЭней ӘҙәбиәтЭней Шулай уҡ ҡарағыҙЭней ӘҙәбиәтЭней ИҫкәрмәләрЭней ҺылтанмаларЭнейЛатин телеТроя һуғышы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Бахрейн2010 йыл1732 йылЙәйәләрЫрымбур губернаһыНидерланд телеЛос-АнджелесӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыНатрий карбонатыЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыБашҡорт телендә аффиксацияМамыҡ ҡанатлыларЙондоҙҙарБөтә донъя мираҫыИрекле сауҙа (фритредерлыҡ)25 апрельБейсболГлобаль йылыныуСовет Социалистик Республикалар СоюзыТверь өлкәһеДиего ВеласкесОктябрь (Ҡарасай)Шарль де Голль18 августҺуғышОперацион система17 сентябрьҠошсоҠазанМакроиҡтисадХәйбулла районыКесаҙнаЕйәнсура районыXVI быуатЕрТөҙөлөшМарганецХисамов Ғәлим Афзал улыСайтДжордано БруноЭрзә телеАлмаш (һүҙ төркөмө)Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙыҠалаЫрыу (биология)Оҙон көйТәкәләр (ырыу)Урал батырАлбания Фәндәр академияһыМалайзияИорданияСифат19 августБөйөк Ватан һуғышыОло Алаҡай күленең таш палаткаларыСанкт-ПетербургБөтә Донъя СелтәреГеорг Вильгельм Фридрих ГегельҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрЭҙләүҙе оптималлаштырыуЗакир ҺаҙыйӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанӘстәғәфируллаһХалыҡ-ара валюта фонды🡆 More