Владивосток Шәрҡиәт Институты

Шәрҡиәт институты — рус. Восточный институт — Алыҫ Көнсығыштың административ һәм сауҙа-сәнәғәт учреждениелары өсөн кадрҙар әҙерләү маҡсатында 1899 йылдың 21 октябрендә Владивостокта ойошторолған юғары уҡыу йорто.

Шәрҡиәт институты
Рәсем
Дәүләт Владивосток Шәрҡиәт Институты Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Владивосток
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Владивосток, Рәсәй
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Владивосток Шәрҡиәт Институты Шәрҡиәт институты Викимилектә

Тарихы

Владивостокта институт асыу идеяһын Александр III яҡлап сыҡһа ла, уның маҡсатын үҙе тере сағында тормошҡа ашыра алмағандар. Шәрҡиәт институты Николай II императорҙың 1899 йылдың 9 июлендә ҡул ҡуйылған Юғары указы буйынса барлыҡҡа килгән. Шунан алда бер нисә көн элек император профессор Алексей Матвеевич Позднеевты аудиенцияға лайыҡ итә, осрашыу ваҡытында батша профессорҙан институт директоры вазифаһын ҡабул итеүен һорай һәм, яңы уҡыу йорто Рәсәйгә Алыҫ Көнсығыштың алдынғы эшмәкәрҙәрен әҙерләп бирә алыр, тигән ышанысын белдерә.Институтта көнсығыш телдәрен белгән буласаҡ дипломаттар, хәрбиҙәр, финансистар һәм дини эшмәкәрҙәр әҙерләү алып барыласаҡ, тип күҙаллана.

Төп өйрәнелгән предметтар сит ил телдәре -ҡытай, япон, маньчжур, корей,монгол телдәре була. Бынан тыш, география, хисапсылыҡ һәм тауар белгеслеге, шәреҡ дәүләттәренең тарихы һәм сәйәси ҡоролошо,инглиз һәм француз телдәре һәм юриспруденция кеүек дисциплиналар ҙа була.

Ул ваҡытта институттың спорт залы илдең Алыҫ Көнсығыш өлөшөндә берҙән-бер спорт комплексы булған. XX быуат башында Шәрҡиәт институты Рәсәйҙең был өлөшөндә беренсе уҡыу йорто һәм ғөмүмән, үҙенең спорт базаһында джиу-джитсу алымдары өйрәтелгән Япониянан ситтә беренсе уҡыу йорто була.

Рус-япон һуғышы ваҡытында институт Верхнеудинск ҡалаһына күсерелә. Верхнеудинскиҙа дәрестәр 1905 йылдың 4 февралендә башлана. 15 февралдә (яңы стиль буйынса) Шәрҡиәт институты студенттары резолюция төҙөгән. 1905 йылдың 6 мартында институт студенттарына Шәрҡиәт институтында дәрестәрҙе туҡтатыу тураһында Амур буйы генерал-губернаторы вазифаһын башҡарған генерал М. С. Андреевтан килгән телеграммаһы иғлан ителә: 1) Шәрҡиәт институтында дәрестәр һәм лекциялар уҡыу туҡтатыла, 2) бөтә студенттар һәм ирекле тыңлаусылар профессорҙар тарафына әҙәпһеҙ һәм мыҫҡыллы резолюция тапшырған өсөн институттан ҡыуып сығарыла, 3) ирекле тыңлаусы-офицерҙар уҡыуҙан сығарылып, үҙҙәренең ғәскәрҙәренә ебәрелә

1906 йылдың февралендә институтта үҙ типографияһы ойошторола, уны асыу «Известия» журналы баҫмаһын нәшер итеүҙәге «бушлыҡтарҙы тултырырға» мөмкинлек бирә. Баҫмала Монголияның, Ҡытайҙың, Кореяның һәм Японияның ижтимағи-сәйәси тормошо яңылыҡтары, шулай уҡ институт уҡытыусыларының ғилми мәҡәләләре яҡтыртыла. Бигерәк ҡытай белгесе Пётр Петрович Шмидт һәм монгол белгесе Гомбожаб Цэбекович Цыбиков институттың ғилми эшмәкәрлегенә айырыуса ҙур өлөш индерә.

1918 йылдан алып Шәрҡиәт институты, финанс яҡтан ауыр хәлгә ҡалып, тарҡала башлай. Был институт нигеҙендә шәхси юғары уҡыу йорттары (тарих-филология факультеты, юғары политехникум, юридик факультет, көнсығыш факультеты) барлыҡҡа килә. Уларҙың бөтәһенә лә Шәрҡиәт институтының элекке профессорҙары етәкселек итә.

1920 йылдың 17 апрелендә — Приморье өлкәһенең земство идараһы үҙенең 220-се ҡарары менән Шәрҡиәт дәүләт институтын һәм уның айырым факультеттарын бергә туплап Алыҫ Көнсығыш Дәүләт университетына берләштерә (ДАКУ).

Директорҙары

Шәрҡиәт институтының тәүге директоры, профессор А. М. Позднеев (1899—1903) була. Икенсе директоры итеп Д. М. Позднеев (1904—1906) тәғәйенләнә, өсөнсөһө — А. В. Рудаков (1906—1917).

Хәҙерге заман

Владивосток Шәрҡиәт Институты Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 251410089040006 (ЕГРОКН)
объект № 2510035000 (БД Викигида)

Беҙҙең көндәрҙә Шәрҡиәт институты бинаһы Пушкин урамындағы 10 йортта — Рәсәйҙең федераль әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫы объекты. Унда Алыҫ Көнсәғыш дәүләт техник университетының (АКДТУ-ныңҮ төп корпусы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Владивосток Шәрҡиәт Институты ТарихыВладивосток Шәрҡиәт Институты Хәҙерге заманВладивосток Шәрҡиәт Институты ИҫкәрмәләрВладивосток Шәрҡиәт Институты ӘҙәбиәтВладивосток Шәрҡиәт Институты1899 йылВладивостокРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ГимнАсыҡ контентБашҡортостанТартай һымаҡтарВикимедиа хәрәкәтеСусҡалар19 июльӨфөМосолмандарАлтынТель-АвивВена университетыАлханай милли паркы28 февральӨфө губернаһыҺинд океанында Британия биләмәләреГрузия батшалығыБарбу НатальяАрыҫлан петроглифтарыТаулы Ҡарабах РеспубликаһыЮлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙыӨс тарлауыҡ ГЭС-ыЧехияҠоштарҙың миграцияһыШиғыйҙарДжордано БруноВенгрия1 июньXIII быуатАбдуллина Гөльямал Кәлимулла ҡыҙыСөнниҙәрВыжигина Маргарита АлександровнаАзияАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыДоһаАмесдорфЙыуаВикиөҙөмтәЭпитетКПСС1950 йылЯшин Лев ИвановичТесла моторсЕвропаҒәззә секторыСәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улыДжимми УэйлсПоль ЛаббеҺаҡмар (йылға)ГамеланМальдивҠара сәсәкБагам УтрауҙарыГаметогенезБиньямин Нетаньяху2005КешеОкситан телеИнглиз телеISO 3166-11941 йылФән докторыПеруБолгарияНейпьидоХалыҡ-ара стандарт китап номеры🡆 More