Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы (2 сентябрь 1950 йыл — 14 ноябрь 2014 йыл) — башҡорт йырсыһы, 1978—2014 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 сентябрь 1950 |
Тыуған урыны | Иштебай ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 2014 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | йырсы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Шамил Шәрифйән улы Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған.
1978 йылда Миләүшә Мортазина класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-вокалсы (солист) булып эшләй башлай. Башҡортостанда һәм унан ситтә тиҙ арала билдәлелек яулаған «Ихлас» эстрада төркөмөн ойоштороуҙың инициаторы һәм уның етәксеһе була.
Йырсы оҙаҡ ауырыуҙан һуң 2014 йылдың 14 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Тормош иптәше — йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы Гөлназ М. Кәрим исемендәге Йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй, Гөлсәсәк — Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актрисаһы.
Шамил Шәрифйән улы йырҙарын бик күп телдәрҙә башҡара — башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм мордва. «Бәллүр яҙмыш», «Төнгө серенада», «Ҡойон», «Парлы тормош», «Өфөләргә барам әле», «Үҙең аңла…» йырҙары менән Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров үҙенсәлекле, моңло тауышы менән бик күп тамашасының яратҡан йырсыһына әүерелә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.