Техас Фэрфилд

Фэрфилд (ингл.

2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу яҙмалары мәғлүмәте буйынса бында 2951 кеше йәшәгән, АҠШ иҫәп алыу Бюроһы 2016 йылда ҡалала 2926 кеше йәшәй тип мәғлүмәт бирә.

Фэрфилд
Рәсем
Дәүләт Техас Фэрфилд Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәге Фристон[d]
Административ-территориаль берәмек Фристон[d]
Халыҡ һаны 2850 кеше (1 апрель 2020)
Процент водной поверхности 0,0745 процент
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 141 ± 1 метр
Майҙан 14,147994 км²,
14,147937 км² (1 апрель 2010)
Почта индексы 75840
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств 932 ± 134
Доход на душу населения 26 486 $
Техас Фэрфилд Фэрфилд Викимилектә

Тарих

Башта был ҡала Маунд-Прейри тип аталған, ләкин, уны округтың халҡы округ административ үҙәге итип һайлағас, ҡала Фэрфилд тип атала. Уңдырышлы ерҙәре, урман, сөсө һыу запасы һәм Тринити йылғаһына яҡын тороуы уға көнсығыш күскенселәрен йәлеп итә. 1851 йылда ҡалала почта бүлексәһе асыла, өс йыл үткәс, магазин эшләй башлай, төрмә һәм ике отель булдырыла. 1853 йылда масондар ложаһына нигеҙ һалына. 1854 йылда ҡыҙҙар өсөн, ә 1856 йылда малайҙар өсөн мәктәп асыла. Texas Pioneer аҙна гәзите 1857 йылда баҫылып сыға башлай.

Реконструкциялау осоронда Фристоун округы һайлауҙарҙың һөҙөмтәләрен боҙҙормаҫ өсөн хәрби хәл (положение) индерелгән дүрт округтың береһе була. 1892 йылда ҡалала банк эшләй, методит, баптистар һәм пресвитериан сиркәүҙәре була. Быуаттар сиге осоронда ҡала бер нисә тапҡыр төрлө тетрәнеүҙәр кисерә, шул иҫәптән унда «испанка» эпидемияһы ҡотора, 1900 йылда ҡойон үтә, 1903 йылда төрлө ҡоротҡос бөжәктәр мамыҡ уңышын юҡ итә, 1911 йылда ҡалала иң ҙур янғын була. Ҡалала тимер юл булмай, Valley and Trinity Brazos тимер юлы 1906-1907 йылдарҙа ҡаланан 15 километр алыҫлыҡта үтә. 1933 йылда канализация һәм һыу үткәргес төҙөлә, йәмәғәт китапханаһы 1954 йылда асыла. Табыш килемдең төп сығанағы булып нефть, күмер һәм газ, шулай уҡ ауыл хужалығы тора.

Географияһы

Фэрфилд округтың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, уның географик координаталары: HGЯO.

АҠШ иҫәп алыу бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡала майҙаны яҡынса 14,1 квадрат км тәшкил итә һәм тулыһынса тиерлек ҡоро ерҙе биләй биләй.

Климат

Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса, Фэрфилда дымлы субтропик климат өҫтөнлөк итә (Cfa).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 28,9 34,4 33,9 36,1 37,2 40,6 41,7 42,8 43,3 37,2 32,2 31,1 43,3
Уртаса максимум, °C 14,7 17,3 21,5 25,7 28,9 32,4 34,8 35,2 31,7 26,7 20,9 16,1 25,5
Уртаса температура, °C 8,7 10,9 14,9 19,3 23,1 26,6 28,6 28,5 25,2 19,9 14,7 9,9 19,2
Уртаса минимум, °C 2,6 4,4 8,4 12,9 17,3 20,7 22,2 21,8 18,7 13,3 8,4 3,6 12,8
Абсолют минимум, °C −13,3 −17,8 −10,6 −2,8 3,9 9,4 13,3 10,6 3,3 −2,2 −8,9 −18,9 −18,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 74 81 81 96 121 89 51 66 87 100 90 89 1025
Сығанаҡ: weatherbase.com

Халыҡ

Халыҡ иҫәбе
Йыл Халыҡ
19401047
1950174266.4%
196017812.2%
1970207416.5%
1980350569%
19903234-7.7%
20003094-4.3%
20102951-4.6%
Ағымдағы 20162926-0.8%
1940-2016

Халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса 2010 йылда ҡалала 2951 кеше йәшәгән, йорт хужалығының һаны−1135, ғаиләләр һаны-747. Ҡала расалары составы: 65,6 % — аҡ тәнлеләр, 22,9 % — афроамерикандар, 0,4 % — аҡш халҡының аҫабаһы, 0,9 % — азиаттар, 0,1 % — Гавай һәм Океания кешеләре, 8 проценты — башҡа раса, 2,1 % — ике һәм күберәк раса. Испан телендә төрлө раса халыҡтарының 14,5 % һөйләшә.

Биш йыл мәғлүмәттәре буйынса 2012 йылдан алып 2016 йылға тиклем һорау алыуҙарға ярашлы йорт хужалығының медиан табышы йылына 44 750 аҡш долларын тәшкил иткән, ә ғаиләләрҙең медиан табышы — 52 431 доллар. Йән башына килем 21 970 доллар тәшкил итә. Яҡынса 12,1 процент ғаилә һәм халыҡтың 13,9 % фәҡир хәлендә йәшәй. Шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге кешеләр араһында был күрһәткес 15,5 % һәм 65 йәштән өлкәндәр араһында 18,6 % тәшкил иткән.

Урындағы идара

Ҡала мэр һәм 5 кешенән торған ҡала советы менән идара ителә. Ҡала мэры һәм ҡала советы ағзалары ҡала халҡы тарафынан һайлана.

Мөһим вазифаларҙы ҡалала ялланып хеҙмәт итеү юлы менән башҡарыусылар:

  • Ҡала администраторы
  • Ҡала секретары

Инфраструктура һәм транспорт

Фэрфилд аша үтеүсе төп автомагистралдәр:

  • Техас Фэрфилд  штаттар араһындағы I-45 юлы, ул төньяҡтан Корсикананан көньяҡҡа ҡарай Сентервиллға бара.
  • Техас Фэрфилд  84 АҠШ автомагистрале көнбайыштан Фәләстиндән көнбайышҡа табан Уэйкоға бара.
  • Техас Фэрфилд  Техас штатының 75 автомагистрале төньяҡтан-көньяҡҡа ҡарай Стритмандан Сентервиллға табан барып I-45 районында киҫешә.

Ҡалаға яҡын коммерция рейстары башҡарыусы Уэйко аэропорты бар. Ул Фэрфилдтан көнбайышта яҡынса 110 километрҙа тора.

Белем

Мәктәп Фэрфилд ҡалаһының бойондороҡһоҙ мәктәп округы менән хеҙмәтләндерелә.

Фэрфилдта Наварро колледжы филиалы эшләй.

Иҡтисад

2017—2018 финанс йылдарындағы ҡала бюджетына ярашлы , ҡала сығымдары һәм килемдәре $млн 6,53 тәшкил итә.

Ял һәм күңел асыу

Фэрфилдтың йөҙөнсө тыуған көнөнән башлап, һәр йыл һайын ноябрҙә родеолы ҡала фестивале үткәрелә. Бынан тыш, ҡалала йыл һайын TQueen of the Trinity Star Pilgrimage сараһы үткәрелә, еноттарға һунар итеү милли ассоциацияһы йыйылышы, һөнәр һәм сәнғәт йәрминкә-күргәҙмәһе уҙғарыла.

Фрэдфилда Фристоун округының тарихи музейы, шулай уҡ Фэрфилд-Лейк штатының паркы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Техас Фэрфилд ТарихТехас Фэрфилд ГеографияһыТехас Фэрфилд ХалыҡТехас Фэрфилд Урындағы идараТехас Фэрфилд Инфраструктура һәм транспортТехас Фэрфилд БелемТехас Фэрфилд ИҡтисадТехас Фэрфилд Ял һәм күңел асыуТехас Фэрфилд ИҫкәрмәләрТехас Фэрфилд ҺылтанмаларТехас Фэрфилд2016 йылАмерика Ҡушма ШтаттарыАнглийский языкТехас

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Латыш телеНью-Йорк фонд биржаһыХалыҡ-ара стандарт серия номеры1999 йыл4 февральIBMУрду телеҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАнкараЯпонияХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыМиссуриЧарльз ДарвинПротестантизмГеноцидВишерск ҡурсаулығыИстанбулӘбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улыАрыҫлан петроглифтарыИтальян телеҠыҙыл Йондоҙ орденыАльберт ЭйнштейнЭш ваҡытыБАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлегеШиғриәтҒәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙыСафа һәм МәрүәУрыҫтарЛазер ярҙамында ҡырҡыуИкенсе донъя һуғышыЛермонтов Михаил ЮрьевичЯҡтыкүл (күл)Арыҫлан күпере (Санкт-Петербург)MicrosoftЭпитетНахичеван Автономиялы РеспубликаһыДиалектБахрейнГлазгоЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыУрыҫ телеҒәлимов Сәләм Ғәлим улыСеңләүПрипять (йылға)Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙыДәүләкән педагогия училищеһыАстероидТолстой Лев НиколаевичМарксизмХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыҺуғышHTMLСабаҡай ҡаяһы🡆 More