Тереза Комодини Качиа

Тереза Комодини Качиа (мальт.

Therese Comodini Cachia; тыу. 23 февраль 1973(19730223)) — Мальта юрисы һәм сәйәсмәне, шулай уҡ Европа парламенттың элекке ағзаһы.

Тереза Комодини Качиа
мальт. Therese Comodini Cachia
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Тереза Комодини Качиа Мальта
Тыуған көнө 23 февраль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Аттард[d], Северный регион[d], Мальта
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны Европа Виадрина университеты
Биләгән вазифаһы депутат Европейского парламента[d] һәм member of the 13th House of Representatives of Malta[d]
Уҡыу йорто Мальта университеты[d]
Әүҙемлек урыны Страсбург һәм Брюссель
Сәйәси фирҡә ағзаһы Мальта милли партияһы
Тереза Комодини Качиа Тереза Комодини Качиа Викимилектә

Белеме

Комодини Качиа Мальта университетында уҡый, ике юғары белем ала. 1997 йылда хоҡуҡ докторы дәрәжәһенә өлгәшә, ә 2012 йылда кеше хоҡуҡтары буйынса докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ була.

Профессиональ карьераһы

Тереза Комодини Качиа — һөнәре буйынса кеше хоҡуҡтары өлкәһендә эшләгән юрист. 1997 йылдан алып кеше хоҡуҡтары боҙолоу ҡорбандарының мәнфәғәттәрен сағылдырыусы булараҡ, төрлө кимәлдәрҙәге суд тикшеренеүҙәре барышында Мальта юғары судтарында, шулай уҡ Страсбургта кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судында сығыш яһай. Уның клиенттары араһында шәхси кешеләр, коммерция структуралары, дәүләт учреждениелары, шулай уҡ закондар сығарыу органдары була.

Үҙенең юрист карьераһында Мальтала бер нисә хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар, шул иҫәптән Мальта скауттар ассоциацияһы, Мальта Ҡатын-ҡыҙҙар конфедерацияһы һәм Мальта психик сәләмәтлек ассоциацияһының юрисконсульты сифатында сығыш яһай.

2008 йылдан 2010 йылға тиклемге осорҙа ул тигеҙлек мәсьәләләренә ҡағылышлы Европа хоҡуҡтары һәм директивалары характеры мәсьәләләре буйынса Милли комиссияға милли хоҡуҡтарҙы ҡыҫыу осраҡтарын тикшереүҙә һәм башҡа тикшеренеү проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам күрһәтә.

Әлеге ваҡытта Комодини Качиа Мальта университетында кеше хоҡуҡтары фәненән уҡыта. Ул шулай уҡ университетта кеше хоҡуҡтары һәм демократизация өлкәһендә магистрҙар әҙерләүгә йүнәлеш бирә. Элек ул Утрехтск университетында (Нидерланд) һәм Одерҙағы Франкфуртта Европа Виадрина университетында саҡырылған лектор булып эшләй.

Сәйәси карьераһы

Комодини Качиа Мальта утрауында Милли партия (мальт. Partit Nazzjonalista) ағзаһы булып тора һәм ошо партия эшендә әүҙем ҡатнаша. Уны йыш ҡына парламент төркөмөндә лайыҡлы эшләү өлгөһө һәм Мальта конституцияһына дөрөҫ төҙәтмәләр индереүсе булараҡ билдәләйҙәр. Тәүге тапҡыр 2013 йылдың мартында Мальта парламентына дөйөм һайлауҙарҙа ул үҙенең кандидатураһын сәйәси вазифаға күрһәтә.

2013 йылда ул партия уставын һәм структураларын ҡайтанан ҡарау буйынса комиссия ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Шулай уҡ Ричард Мускат менән бергә кандидаттар форумы рәйестәше итеп тәғәйенләнә.

Европа парламентына һайланырҙан алда Комодини Кичиа 2013 йылда дөйөм һайлауҙарҙа тауыштарҙы һанағанда килеп тыуған тигеҙһеҙлеккә бәйле Мальта һайлау комиссияһына ҡаршы коституцион тикшереүҙә милли партия исеменән сығыш яһарға ярҙам итә. Тауыштарҙы һанауҙағы хата судта кире ҡағылғандан һуң, ул оҙайлы һәм ентекле суд процесы барышында партия адвокатына ярҙам итә.

2014 йылдың майында Комодини Качиа Европа парламенты ағзаһы итеп һайлана. 2014 йылда Мальтала Европа һайлауҙарында һайлаусыларҙың 40 проценттан ашыуы милли партия өсөн тауыш бирә, һәм партия Мальтала Европа өсөн тейеш булған алты урындың өсәүһен ала. Тарихта беренсе тапҡыр милли партия Европа парламентында ике урындан күберәк урын биләй, һәм өсөнсө урынды Комодини Качиа ала. Парламент ағзаһы булғанда ул Европа халыҡ партияһына ла ағза булып инә.

Комодини Качиа Европа парламентында өс комитет һәм делегациялар ағзаһы була. Ул хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса комитет, Фәләстин закондар сығарыу советы менән бәйләнеш буйынса делегация, Урта Диңгеҙ Союзының парламент ассамблеяһында делегация ағзаһы була. Хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитетта авторлыҡ хоҡуҡтары мәсьәләләре буйынса парламент докладсыһы вазифаһын биләй. Бынан тыш, ул кеше хоҡуҡтары буйынса подкомитет, мәҙәниәт һәм мәғариф буйынса комитет һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәйләнеш буйынса делегация ағзаһы урынбаҫары була.

Европарламент ағзаһы итеп һайланғандан һуң Комодини Качиа үҙенең тыуған илендә өҫтәмә рәүештә етәксе функцияларын үҙ өҫтөнә ала. 2014 йылдың октябрендә шул мәлдә милли партияның һәм оппозицияның лидеры булған Симон Бусуттил Комодини Качианы Мальтала партияның сәйәси форумдары координаторы итеп тәғәйенләй, ә 2015 йылдың ғинуарында уны мәғариф һәм мәшғүллек буйынса күләгәләге министр итеп тәғәйенләй.

2017 йылда Комодини Качиа дөйөм һайлауҙың һөҙөмтәһе менән килешмәй, һәм 22 тапҡыр ҡайтанан тауыштарҙы иҫәпләгәндән һуң 4244 тауыш менән һигеҙенсе һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана. Тәүҙә ул үҙ урынынан баш тарта, ләкин һуңынан үҙ ҡарарын юҡҡа сығара һәм Европарламент ағзаһы вазифаһынан китеүе һәм ил парламентында үҙ урынын аласағы тураһында белдерә.

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

Комодини Качиа үҙенең кеше хоҡуҡтары менән бәйле мәсьәләләр буйынса тикшеренеүҙәрен һәм докладтарын Европаның күп кенә институттарына тапшыра. Европа берлегенең бәлиғ булмағандар менән сауҙа, расизм, ксенофобия, дискриминация, мәғлүмәтте һаҡлау, психик сәләмәтлек, мәғлүмәтте яҡлау, иммиграция һәм законһыҙ репатриация буйынса төрлө документтарына үҙ өлөшөн индерә. Ул шулай уҡ раса, теге йәки был мәсьәләгә ҡарашы, йәки сексуаль ориентацияһы билдәләре буйынса эш урынында дискриминациялау тураһында доклад тәҡдим итә. Америка университетының Вашингтон Юридик колледжының кеше хоҡуҡтары буйынса журналында мәҡәләләр баҫтырып сығара.

Наградалары

2008 йылда Тереза Комодини Качиа халыҡ-ара йәштәр палатаһының «ун күренекле йәш кеше» тип аталған йыл һайын тапшырыла торған премияһының төрлө йүнәлештәге ике категорияһында — бөтә донъяла тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары өлкәһендә, шулай уҡ сәйәси, хоҡуҡи һәм хөкүмәт эштәре өлкәһендә премияға лайыҡ була

2016 йылдың мартында «Парламент» журналы Комодини Качианы корпоратив идара итеү өлкәһендә евродепутат тип атай. Был награда уның Брюсселдә тапшырылған тәүге наградаһы була, һәм журнал түбәндәгене яҙып сыға: «Комодини Качиа үҙ эшенә индергән энтузиазмы һәм ялҡынлы дәрте өсөн юғары баһалана. Ул үҙенең байтаҡ ғүмерен Евроберлек сәйәсәтен эшкәртеүҙә Мальтаның граждандар йәмғитенең ҡатнашыуын киңәйтеүгә бағышланы».

Иҫкәрмәләр

Tags:

Тереза Комодини Качиа БелемеТереза Комодини Качиа Профессиональ карьераһыТереза Комодини Качиа Сәйәси карьераһыТереза Комодини Качиа Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәреТереза Комодини Качиа НаградаларыТереза Комодини Качиа ИҫкәрмәләрТереза Комодини Качиа1973 йыл23 февраль

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Үрге АвстрияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыБеренсе донъя һуғышыТатар дәүләт гуманитар-педагогия университетыБашҡорттарАнна БобровскаяВьетнамБесәйАвстралияБатанов Бәхетғәлей НиколаевичБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыИраҡ тарихыБеларусьӘл-Харам мәсетеҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыБашҡортостан Республикаһының Юғары СудыЭнциклопедияБашҡорт алфавитыМилләтселекӘҙәби жанрҙарСТСМәхмүт (Салауат районы)ҺарыҡSkypeЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)ОлимпҒосман империяһыҠырғыҙстанҺинд океанында Британия биләмәләреСиднейИкенсе донъя һуғышыСәпсекРәсәйҙең дәүләт символдарыСоветтар Союзы ГеройыБашҡорт ир-ат исемдәреВикимилекСыбар ҡаҙРәүешҺүҙ төркөмдәреМуса ЙәлилМәжит ҒафуриӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыАтомТанзимат1985 йылQR-код2004 йылҒайса (пәйғәмбәр)Ҡәҙим АралбайОперацион системаЙен ЗигмундМаршалл УтрауҙарыҺарытау өлкәһеАхыры заманБелоруссияла немец оккупацияһы (1941—1944)БраузерЮлъяҡшин Радик Мөхәрләм улыӘз-Зәлзәлә сүрәһеҠытай Халыҡ РеспубликаһыАреалНикола ТеслаСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыНазар НәжмиЙогаБоланБензолЙылайыр районы🡆 More