Тавасиев Сосләнбәк Дафай улы (осет.
Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы.
Сосланбәк Тавасиев | |||||
осет. Тауасити Дафай фырт Сослæнбек | |||||
оҫтаханала | |||||
Тыуған: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | Рәсәй империяһы, Терек өлкәһе, Дигория, Фаснал ауылы | ||||
Үлгән: | |||||
Үлгән урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Уҡыған урыны: | |||||
Стиль: | социалистик реализмы | ||||
Наградалары: | |
И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург скульптура, архитектура һәм рәсем сәнғәте академия институтын тамамлаған.
Дафа Тавасиев һәм Ханғуасса Койбаева ғаиләһендә Төньяҡ Осетияның Дигориялағы Фаснал ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса осетин-дигор. Ғаиләлә һигеҙ бала була: биш улан — Хәджирәт, Женя (Бездук), Хәжи, Аға (Ҡышҡы һарайҙы штурмлаусы) Сосланбәк һәм өс ҡыҙ бала.
Дафа балаларына яҡшы белем бирергә тырыша, шуға күрә уның балалары башта Алағирҙағы мәктәпкә йөрөйҙәр, ә һуңынан — Владикавказ гимназияһының әҙерлек класына.
Сосланбәк тә 1914 йылды армияға осетин батальонына алғынғанға тиклем гимназила уҡый
Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылда башланған Граждандар һуғышында большевиктар яғында була. Шкуро һәм Бичехаров етәкселегендәге казак отрядтарына ҡаршы һуғыша һәм Осетияла беренселәрҙән булып хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1924 йылда Владикавказда урындағы рәссамдар күргәҙмәһендә ҡатнаша. Күргәҙмәнән һуң уны М. Г. Авсарагов Ленинградҡа Юғары художество-техник институтына (элекке Художество академияһы), һуңынан — уҡырға йүнәтмә бирә. Скульптура факультетын Сосланбәк Тавасиев 1927 йылда отличие менән тамамлай (педагогы А. Т. Матвеев). 1927 йылда Сосланбәк Дафа улы институттың материаль мәҙәниәте кафедраһында ассистент булып эшләй. 1928 йылда Мәскәүгә күсә. АХРР-ҙың (Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының), Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 10-йыллығына арналған күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1939 йылда СССР рәссамдар союзы ағзаһы булып китә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тавасиевтар ғаиләһе Башҡортостандың Стәрлебаш районына эвакуациялана. Шунан улар Өфөгә күсәләр, белгестәр йортонда йәшәйҙәр, һуңынан хәҙерге ваҡыттағы Ленин урамы, 74-се йортта йәшәйҙәр. Сосланбәк 1941—1942 йылдарҙа Рәссамдар союзының Өфө бүлексәһенең яуаплы секретары була.
Салауат Юлаев һәйкәлен ижад итеү идеяһы Тавасиевҡа нәҡ Башҡортостанда йәшәгән йылдарҙа, 1941—1946 йылдарҙа, килә.
1941 йылдың йәйендә Стәрлебаш ауылында Сосланбәк Тавасиев тәүге тапҡыр Салауат исемен ишетеп ҡала. Фронтҡа новобранецтарҙы оҙатҡан саҡта бер оло башҡорт, еңеү өсөн Салауат кеүек батыр булырға кәрәк, тип әйтә. Шул ваҡиғанан алып Сосланбәк Салауат менән ҡыҙыҡһына башлай, уның тураһында булған әҙәбиәтте уҡый, архив материалдарын һәм башҡорт фольклорын өйрәнә.
Уның күҙ алдына батырҙың ғүмерендә иң яуаплы мәлендә ат өҫтөндәге ярһыу Салауат килә. 1773 йылдың көҙөндә Салауатты отряды менән Хөкүмәт ғәскәрҙәренә ярҙамға ебәрәләр, әммә йәш батыр Пугачевҡа ҡушылырға ҡарар итә. Тап ошо яуаплы мәлде Тавасиев ташта һынландыра. Өҙәнгеләрҙә саҡ ҡына күтәрелеп, көслө ҡулы менән теҙгенде шаҡарып тартып, бейек ярҙа үҙе һымаҡ ярһыған атын ҡапыл туҡтатҡан. Тәүәккәл, ғәйрәтле, ихтыярлы йөҙ, алға өндәүсе хәрәкәттә уң ҡулында ҡамсы күтәрелгән. Салауат үҙенең иптәштәрен Пугачевҡа ҡушылырғак өндәй һымаҡ.
Ысын ҙурлығындағы гипс һәйкәлдең моделе 1963 йылда тамамлана. СССР-ҙың мәҙәниәт министрлығы коллегияһнда белгестәр тарафынан vjltkm ҡарала һәм рәсми рәүештә раҫлана. Уны Башҡорт опера һәм балет театры фойеһына ҡуялар. Aвтор үҙе иҫләүенсә, барыһына ла һәйкәлдең проекты оҡшай. Тик бер генә башҡорт ҡатыны, батыр өсөн Салауат фигураһы артыҡ сибек, тип әйтә. Сосланбәк Дафа улы был иҫкәрмәнән һуң һәйкәл өҫтөндә эшен дауам итеп, уны артабан камиллаштыра.
Скульптура Ленинградтағы «Монументскульптура» заводында бронза яғылған суйындан ҡойоп яһала. Завод инженерҙары һәм эшселәре ҙур теләк менән уны эшләйҙәр һәм ай ярым эсендә һәйкәл әҙер була. Бик ҙур һәм ҡатмарлы атлы скульптураһы өсөн махсус ҡулайламалар уйлап табырға кәрәк була.
Шул уҡ ваҡытта скульптор һәйкәлде Ағиҙел йылғаһының текә ярында ҡуйырға теләген белдерә. Республика матбуғатында бәхәс ҡуба, партияның өлкә комитеты һәйкәлде Горсовет алдына йәки Совет майҙанында ҡуйырға тәҡдим итә. Тавасиев үҙ фекерендә ныҡ тора һәм еңеп сыға.
Артабан Тавасиев Мәскәүҙә йәшәй. Уның оҫтаханаһы Үрге Масловка урамында урынлашҡан була.
1974 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичий зыяратында ерләнгән.
Тавасиевтың ижади эштәре араһында Өфө ҡалаһы символына әүерелгән һәм Башҡортостан гербына ингән Салауат Юлаев һәйкәле айырыуса билдәле (Өфө, 1967), Икенсе билдәлелек алған монумент — Осетия драма театры алдында ҡуйылған Коста Хетагуров һәйкәле (Владикавказ).
Сосланбәк Тавасиевтың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Дәүләт Третьяков галереяһы, рус музейы, Рәсәй һәм сит музейҙары коллекцияларында һаҡлана.
Памятный знак Тавасиеву С. Д. Ленина улица, 72
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Тавасиев Сосланбәк Дафай улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.