Биҙәүес Сулпы

Сулпы (биҙәүес) — ҡатын‑ҡыҙҙың ике яҡтан төшөп торған суҡ рәүешендәге традицион биҙәүесе.

Сулпы
Рәсем

Тарихы

Башҡорт милли биҙәүестәре башҡорттарҙың эстетик ҡарашын сағылдырған, талисман, бетеү булып хеҙмәт иткән, ниндәй ырыуға ҡарауҙарын, ғаилә статусын күрһәткән. Сулпылар, йәки сәсмәүер, сәсбау — башҡорт ҡыҙҙарының айырылғыһыҙ биҙәүестәре булып тора, был суҡ рәүешендәге парлы биҙәүес. Сулпылар коллекцияһында башҡарыу оҫталығы һәм матурлығы менән сәс биҙәүестәре айырылып тора. Селтәрләп эшләнгән көмөш сулпылар сәсҡаптың аҫҡы өлөшөнә нығытылған һәм һәр бер хәрәкәттә моңло сың сығарған. ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башында уҡ әле сәс биҙәүестәренең бындай төрө ҡыҙҙарҙың һәм йәш ҡатындарҙың байрам костюмында мотлаҡ булған. Иң ябай сулпылар бауға бәйләнгән өс-биш тәңкәнән торған.

Көньяҡ-көнсығышта, Силәбе һәм Ҡурғанда улар йыш ҡына түшелдеректәргә һәм баш кейемдәренә беркетелгән йәки байрамса өҫ кейемдәренә тегелгән

Башҡортостандың төньяҡ, көнбайыш һәм үҙәк райондарында сәс биҙәүестәре ҡушылған сулпы булған, көньяҡ‑көнсығыш төбәктәрҙә һәм Урал аръяғында сулпы түшелдереккә, ҡашмауға ҡушымта итеп файҙаланғандар. Татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтарҙа осраған.

Көмөш сулпылар башҡорттарҙа бөтә ерҙә лә осрай, ләкин төньяҡта, көнбайышта һәм үҙәк райондарҙа иһә улар сәс биҙәүесе булып хеҙмәт итә. Көмөш биҙәүестәр — сулпылар һәм муйынсаҡтар — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһында тәҡдим ителгән башҡорт халыҡ сәнғәте коллекцияһының биҙәге.

Яһалышы

Башҡорттарҙа сулпы күп осраҡта көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан йә башҡа металдан эшләнгән. Түңәрәк, ромб йә өсмөйөш формаһындағы бер нисә пластинанан, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында филигранлы медальондарҙан (улар дүңгәләк йә нәҙек сылбырҙар менән тоташтырылған) торған сулпы киң таралған. Металл дуға менән тоташҡан 2 суҡлы (көйәнтәле) сулпы осраған. Һирәк осрай торған халыҡ биҙәүестәрен, шулар иҫәбендә сулпыларҙы һүрәт баҫыу алымдарын, гравёрлау, сүкеү, сымбиҙәк зәръярма, ҡайһы берҙә ҡарайтыуҙы ҡулланып үҫемлек орнаменттары, семәрле ғәрәп яҙыуы менән биҙәгәндәр; ярым аҫыл таштар, мәҫәлән, аҡыҡ, фирүзә һ.б., ҡырланған төҫлө быяла, тәңкәләр менән матурлағандар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Биҙәүес Сулпы ТарихыБиҙәүес Сулпы ЯһалышыБиҙәүес Сулпы ИҫкәрмәләрБиҙәүес Сулпы ӘҙәбиәтБиҙәүес Сулпы ҺылтанмаларБиҙәүес Сулпы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Яңы дәүер фәлсәфәһеЛатин телеСальвадор ДалиГеографик атласДжастин Бибер13 апрельТулыланыусы энергияЕкатерина IIҺимереүСөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улыИр енес ағзаһыДауытов Нияз Ҡурамша улыОккам бәкеһеҒаиләЧехияҠәбиләҠотлогилдин Наил Закир улыҺаҡмар һыуһаҡлағысыГеорг Фридрих ГендельШвейцарияЯһалма интеллектЛуи ПастерВикикитапханаНәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы25 ғинуарСулпанИдеологияХәлил (Әбйәлил районы)Хәбиров Фәрит Барый улыОхот диңгеҙеТанзиматҠөрьәнБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыНанотехнологияҘур сфинксХоэндубрауҠытай Республикаһы (Тайвань)МонголияНил2013 йыл24 апрельОло Ҡыҙылбай2017 йылПарафинМосс (Норвегия)Инглиз телеКурсорҺуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелешеБрокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегеРус православие сиркәүеТуғай яраныКонфуцианлыҡИкенсе донъя һуғышыБашҡорт телеТокугава ИэясуФранцуз телеАрғаяш милли округыФашизм🡆 More