Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы

Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын ҡыҙы (Фәризә Унгарсын ҡыҙы Унгарсынова, ҡаҙ.

Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын ҡыҙы
ҡаҙ. Фариза Оңғарсынова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы СССР
Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 25 декабрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Исатайский район[d]
Вафат булған көнө 23 ғинуар 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Астана, Ҡаҙағстан
Яҙма әҫәрҙәр теле Ҡаҙаҡ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, акын, тәржемәсе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены орден Парасат орден «Достык» I степени

Биографияһы

Гурьев өлкәһенең Яңы Богатин районы Манаш ауылында (хәҙерге Атырау өлкәһе) тыуған. Байыулы. ҡәбиләһенең аҙай ырыуынан сыҡҡан. Фәриҙәнең атаһы Уңғарсын Иманғәлиев Ҡаҙағстанда хөрмәтле кеше була. Атырау өлкәһендә беренсе булып балыҡсылыҡ хужалығын ойоштора. Ә әсәйе Кәлимә Иманғәлиева ғәрәп телен белә һәм ҡаҙаҡ теле әҙәбиәтен яҡшы белә. Фәриҙәгә исем Манаш ауылында Нәсимулла исемле татар муллаһы аҙаны менән бирелә. Фәризә «уникаль» тигәнде аңлата. Фәриҙә ғаиләлә иң кесеһе була, ағайҙары һәм апайҙары иртә вафат булалар. Атаһы ла иртә вафат була, ә әсәһе 70-се йылдарҙа үлә. Бала саҡтан шағирә үҙенең шиғри сифаттарын күрһәтә, уға йоғонто яһаған сәбәптәр арҡаһында шиғырҙар яҙа. Улдары Айвар һәм Алмас, килендәре Анара һәм Аида, ейәндәре Анита, Алан, Анель, Әхмәтйән, Аслан һәм Алһыу. Шулай уҡ яҙыусы иртә йәшендә вафат булған бер туған ҡустыһының улдарын һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләй.

1961 йылда Гурьев педагогия университетының филология факультетын тамамлай.

1961 йылдан алып 1969 йылға тиклем сиратлап ҡаҙаҡ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ауыл мәктәптәрендә уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары һәм директор вазифаларын биләй.

1966 йылда журналист эшмәкәрлеген «Коммунистік ембек» («Коммунистик хеҙмәт») Гурьев өлкә гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһынан башлай.

1969-1970 йылдарҙа Гурьев, Аҡтүбә, Урал өлкәләре буйынса «Лениншіл жас» («Ленин йәштәре») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була.

1970-1977 йылдарҙа «Қазақстан пионері» («Ҡаҙағстан пионеры») республика гәзите мөхәррире вазифаһын биләй.

1978-1996 йылдарҙа — «Пионер» республика журналының баш мөхәррире.

1996-2004 йылдарҙа — I һәм II саҡырылыш Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе депутаты.

2014 йылдың 23 ғинуарында 74 йәшендә вафат була. Үлеменең сәбәбе аталмай. 2014 Йылдың 27 ғинуарында Астанала Милли пантеонда Ҡабанбай батыр мавзолейы эргәһендә ерләнә.

Наградалары һәм премиялары

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Уңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы БиографияһыУңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы Наградалары һәм премияларыУңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы ҺылтанмаларУңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы ИҫкәрмәләрУңгарсынова Фәриҙә Уңгарсын Ҡыҙы1939 йыл2014 йыл23 ғинуар25 декабрьАстанаҠаҙаҡ теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Йондоҙҙар1992 йылХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыБахрейнМария-АнтуанеттаКаспаров Гарри КимовичҠара гөбөргәйелДинамоХәйбулла районыЭлектроникаУйынсыҡБөтә донъя мираҫыБронза быуатыИмам майҙаныВенгрҙарКатарИзраильБәшмәктәрЕрәнсә сәсәнЖан РасинИкенсе донъя һуғышыБашҡортостан күлдәреСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)ФлоридаБеренсе донъя һуғышыQIWIФранц Петер ШубертСовет Социалистик Республикалар СоюзыЯмал-Ненец автономиялы округыАтлантик океанНилLinuxСыуаш телеУльтрафиолет нурланышБалыҡсы турғайМалиновский Родион ЯковлевичҠояшБөжәктәрКилешКаракасБерлинЭкологияЭтTendenceШаршамбыТау эшеТәкәләр (ырыу)Отто фон БисмаркГәзитГәрәев Муса Ғайса улыНефтьКислородЭске тулайым продуктФашизмМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыЭукариоттарФерменттарГренландияБашҡортостан байрамдарыSkypeТанзанияКарл Линней🡆 More