Атырау (ҡаҙ.
Атырау өлкәһенең үҙәге.
Атырау | |
ҡаҙ. Атырау | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1640 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Атырау |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ үҙәге | Атырау өлкәһе[d], Гурьевский уезд[d] һәм Гурьевский округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Атырау өлкәһе[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 290 700 кеше (1 ғинуар 2020), 130 916 кеше (17 ғинуар 1979), 149 216 кеше (12 ғинуар 1989), 143 184 кеше (14 февраль 1999), 165 387 кеше (25 февраль 2009), 295 496 кеше (1 ғинуар 2021) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | −20 метр |
Туғандаш ҡала | Әстрәхән, Аҡтау, Уральск, Аҡтүбә, Сыктывкар, Ашдод һәм Абердин |
Милке | Мунайшы[d] |
Почта индексы | 060001–060011 |
Рәсми сайт | atyrau.gov.kz |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Атырау[d] |
Атырау Викимилектә |
Ҡала тарихы 1640 йыл башлана: Гурий Назаров тигән урыҫ сауҙагәре Яйыҡтың Каспий диңгеҙенә ҡойған урынында ағас нығытма (рус. острог) төҙөй. Назаровтың улдары Михаил, Иван һәм Андрей беренсе булып балыҡсылыҡ кәсебе һәм Эмба йылғаһы буйында нефть эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай. Һуңғараҡ нығытма Урал казак ғәскәре ҡулына күсә. 1647-1648 йылдарҙа батша указы буйынса таш ҡала һалына башлай, уны Түбәнге Яйыҡ ҡаласығы тип атай башлайҙар, һирәкләп — Усть-Яицкий ҡалаһы тип тә телгә алалар. XIX быуатта ул Гурьев городок тип атала башлай, һуңынан Гурьев тип кенә ҡала.
1667—1668 йылда ҡаланы крәҫтиән яуы юлбашсыһы Степан Разин баҫып ала. Артабан Екатерина II, халыҡ хәтеренән Пугачев яуы иҫтәлектәрен юйҙыртыр өсөн Яйыҡ йылғаһы атамаһын Урал тип үҙгәртә.
1810—1815 йылдарҙа ҡала нығытмаһы емертелә һәм күмелә. 1865 йылдан —Урал өлкәһе Гурьев өйәҙе үҙәге.
1930-сы йылдарҙа Гурьев үҫешә башлай - Балыҡшы балыҡ консерваһы етештереү комбинаты төҙөлә һәм торлаҡтар һалына. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана һәм Атырау нефть эшкәртеү заводы төҙөлә. .
Гурьев — Әстерхан тимер юл төҙөү менән Яйыҡ аша күпер һәм яңы тимер юл вокзалы төҙөлә. Был юл Урта Азия һәм Мангышлакты Европа менән иң ҡыҫҡа юл булараҡ бәйләй һәм бөтә Советтар Союзы өсөн әһәмиәтле төбәккә әйләнә. Хәҙер ҡалала 8: тимер юл, алты автомобиль юлы һәм бер махсус йәйәүлеләр күпере бар.
1991 йылдың 4 октябрендә Гурьев ҡалаһы халыҡ депутаттары ҡала советы тарафынан Атырау атамаһына үҙгәртелә.
1999 йылда Ҡаҙағстан нефтенең 100-йыллығы киң билдәләнә, матбуғатта Президент Нурсолтан Назарбаев Атырауҙы Ҡаҙағстандың «нефть баш ҡалаһы» тип атай.
Атама буйынса төрлө фараздар йәшәп килә.
«Разветвляющееся побережье большого озера или моря, на котором появились залив и острова, устья рек и мысы. Северо-восточное побережье Каспийского моря, включая его алып, местные жители до сих пор называют Атырау»
.
Слово атырау, ранее означающее «остров», также ухватывается за понятие слова сага — «устье реки», и это закономерно. Какая бы ни была река. На месте впадения в океан или в море устье её разветвляется, и между каждым ответвлением появляются сухие места. Мы думаем, что именно это является основной причиной совместного употребления атырау совместно с «устьем реки»
.
Атырау — урочище, камышовая отмель в устье Урала.
Яҙылғандарҙан аңлашылыуынса, ҡаҙаҡса "атырау" һүҙе башҡорт телендәге "утрау - ут(ы)рау" тигәнгә бик яҡын.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 10,5 | 15,0 | 26,3 | 32,5 | 37,6 | 41,9 | 44,6 | 41,6 | 40,1 | 29,6 | 19,9 | 11,8 | 44,6 |
Уртаса максимум, °C | −2,8 | −1,8 | 5,8 | 17,2 | 24,5 | 30,8 | 33,4 | 31,6 | 24,6 | 15,3 | 5,1 | −1,1 | 15,2 |
Уртаса температура, °C | −6,4 | −6,3 | 0,8 | 11,2 | 18,4 | 24,5 | 26,8 | 24,8 | 18,0 | 9,7 | 1,3 | −4,3 | 9,9 |
Уртаса минимум, °C | −9,4 | −9,9 | −3,1 | 6,1 | 12,8 | 18,4 | 20,5 | 18,5 | 12,3 | 5,0 | −1,7 | −7 | 5,2 |
Абсолют минимум, °C | −37,9 | −37,4 | −32,3 | −12,3 | −2,3 | 2,3 | 8,1 | 4,8 | −5,7 | −15,7 | −29,8 | −35,8 | −37,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 14 | 11 | 15 | 16 | 22 | 14 | 10 | 8 | 11 | 16 | 18 | 14 | 169 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Атырау Викимилектә | |
Атырау Викияңылыҡтарҙа | |
Атырау Викигид |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Атырау, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.