Нагаева Лидия Ислам Ҡыҙы

Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы (24 апрель 1938 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, этнохореограф, педагог.

Тарих фәндәре кандидаты (1978). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1965).

Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы
Тыуған көнө 24 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева 1938 йылдың 24 апрелендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Асҡын ауылында тыуа.

1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1960—1972 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт бейеү ансамблендә эшләй. Ул башҡарған бейеүҙәргә йомшаҡлыҡ-наҙлылыҡ, нәзәкәтлелек, бай хистәр, һығылмалылыҡ хас. Нагаева үҙ бейеүҙәренә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын ҡылыҡһырлаусы тыйнаҡлылыҡ һәм үҙ-үҙен дәрәжәле тотоу, мөләйемлек керетә. Ул бер үк оҫталыҡ менән лирик һәм комик бейеүҙәрҙе башҡара. Һинд, африка, корея, вьетнам бейеүҙәре менән дә Башҡортостан сәхнәләрендә сығыш яһай. Үҙе лә байтаҡ бейеүҙәр һала. 1975-1992 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалына ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография бүлексәһендә фәнни хеҙмәткәр булып эшләй. Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы башҡорт хореография сәнғәте, байрам-йола мәҙәниәте буйынса мәҡәләләр һәм монографиялар авторы. Уның етәкселеге аҫтында тергеҙелгән һәм ҡуйылған башҡорт халҡының традицияларында булған «Йыйын», «Ҡарға бутҡаһы», «Яҙғы уйын» байрамдары һәм йолалары халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм конференцияларҙа (Таллин — 1982, Новгород — 1986, Мәскәү — 1978, 1980, 1988, Алма-Ата- 1989, Австрия −1989) күрһәтелә.

Хеҙмәттәре

Танцы восточных башкир. М., 1981.

Башкирская народная хореография. Уфа, 1995.

Башҡарған бейеүҙәре

Иң сағыу бейеүҙәре:

«Кейәү егете»

«Шаян ҡыҙҙар»

«Бүләк»

«Дуҫлыҡ»

«Һыу буйында осрашыу» һәм башҡалар.

Һылтанмалар

Танцы восточных башкир. М., 1981.

Башкирская народная хореография. Уфа, 1995.

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Нагаева Лидия Ислам Ҡыҙы БиографияһыНагаева Лидия Ислам Ҡыҙы ХеҙмәттәреНагаева Лидия Ислам Ҡыҙы Башҡарған бейеүҙәреНагаева Лидия Ислам Ҡыҙы ҺылтанмаларНагаева Лидия Ислам Ҡыҙы ИҫкәрмәләрНагаева Лидия Ислам Ҡыҙы1938 йыл24 апрельБашҡорт АССР‑ы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Макаренко Антон СемёновичИнженерлыҡ эшеТымыҡ ДонҠарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары исемлегеКоммерцияға ҡарамаған ойошма2 декабрьҺыйырРәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатыЛатин телеМәкәшҮҫәргәнДжованни Пьерлуиджи ПалестринаАҡ умырзаяЕйәнсураӘн-НәжәфЙоһанн Себастьян БахРошане ЗафарТула өлкәһеДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыСура Әл-БәҡараРИА НовостиӘхиәр ХәкимСинт-МартенХалыҡ-ара баскетбол федерацияһыПригожин Евгений ВикторовичҠунафин Мөнир Сәхиулла улыБөйөк Кир IIБер туған МаркстарКарл Фридрих Гаусс2 сентябрьГәрәев Муса Ғайса улыМолдавияВикипедияҠушыуYouTube30 августЙылАлғы АзияБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреСибайУльяновск өлкәһе.adСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыАдольф ГитлерСаҡ-Суҡ (бәйет)БоливияЕвропеоид расаБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыНилКливлендМәғрифәтселек дәүереИнсульт23 октябрьГрузин телеМагон БаркидБутанБеларусьВисла4 мартаПетипа Мариус ИвановичЛенин Владимир ИльичВикимилекӘҫәрилекТаш быуатЧеркаскүл мәҙәниәтеЕнси диморфизм🡆 More