Минск Протоколы

Минск протоколы (Минск килешеүе) — 2014 йылдың 5 сентябрендә Минск ҡалаһында «Президент-отель» бинаһында, атап әйткәндә, Украинаның Луганск һәм Донецк өлкәләре территорияһында утты туҡтатыу шартын ҡуйған килешеү документы.

Тулы исеме — «Өс яҡлы контакт төркөмөнөң Украина президенты Пётр Порошенконың Тыныслыҡ планын һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инициативаларын тормошҡа ашырыуға (имплементация) йүнәлтелгән консультацияһы йомғаҡтары буйынса протокол».

Минск протоколы
Өс яҡлы контакт төркөмө консультацияһы йомғаҡтары буйынса протокол
Минск Протоколы
Килешеү төрө

Ут туҡтатыу буйынса килешеүҙәр

Әҙерләнгән ваҡыты

2014 йылдың июле-сентябре

Ҡул ҡуйылған ваҡыты

2014 йылдың 5 сентябре

Ҡул ҡуйылған урыны

Минск, Беларусь Республикаһы

Көсөн юғалтты

2022 йылдың 21 феврале

Имза ҡуйҙылар

См. во введении

Яҡтар

Хайди Тальявини[d], Кучма Леонид Данилович, Михаил Юрьевич Зурабов[d], Александр Владимирович Захарченко[d]Игорь Венедиктович Плотницкий[d]

Язык

урыҫ теле

Файл:Minsk, president-hotel.JPG
Энгельс урамындағы «Президент-отель» бинаһында Протоколға ҡул ҡуйылды.

Рәсәй яғынан протоколға Рәсәй Федерацияһының Украиналағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Михаил Зурабов, Украина яғынан— ил етәкселеге мандатына эйә элекке президент Леонид Кучма, ОБСЕ яғынан — Швейцария дипломаты Хайди Тальявини, ҡултамғалар (вазифаларын күрһәтмәй) шулай уҡ баш күтәреүселәрҙең башлыҡтары ЛНР башлығы Игорь Плотницкий һәм ДНР башлығы Александр Захарченко ҡул ҡуйҙы. Докуметҡа ҡул ҡуйғандан һуң шул уҡ көндө урындағы ваҡыт буйынса 18:00 сәғәттә утты туҡтатыу режимы көсөнә инде.

Протоколға ҡул ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, Украинаның көнсығышында һуғыш хәрәкәттәре дауам итте. 2015 йылдың ғинуар уртаһынан конфликтта ҡатнашыусы яҡтар протокол пункттарын ғәмәлдә үтәүҙән туҡтаны.Минск Протоколы

2022 йылда февралендә Рәсәй менән Көнбайыш илдәре араһындағы киҫкен кризисы фонында Украинаның территориаль бөтөнлөгөнә потенциаль ҡурҡыныс янағанлыҡтан, рәсәй-украина сигендә рәсәй ғәскәрен һәм ҡоралын арттырыу менән бәйле, үҙ-үҙен иғлан иткән башлығы ДНР һәм ЛНР башлыҡтары Денис Пушилин һәм Леонид Пасечник РФ президенты Владимир Путинға республикаларҙың үҙаллылығын таныуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Именлек советы ағзаларының бөтәһе лә мөрәжәғәттәрҙе хупланы һәм 21 февралдә Владимир Путин республикаларҙың суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 22 февралдә Путин, Мәскәү Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын танығандан һуң, Минск килешеүе юҡ тип белдерҙе. Киев ғәмәлдә Донбасс халыҡ республикаларын таныуҙан алда әле «үлтерелгән» Минск килешеүен үтәргә теләмәгәнлектән, Рәсәй һәм ДНР һәм ЛНР-ҙы таныу тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр булды тине ул.

Башы

2014 йылдың 23 июнендә Донецк ҡалаһында өс яҡлы комиссияның беренсе осрашыуы үтте, унда Леонид Кучма, Михаил Зурабов, Тальявинить, шулай уҡ Виктор Медведчук, Олег Царёв һәм Александр Бородайҡатнашты. Яҡтар утты бары тик 27 июнгә тиклем генә туҡтатыу тураһында килешә алды. Шул осорҙа президент Порошенконың тыныслыҡ планы Украина территорияһынан «ялланған һуғышсылар»ҙы сығарыу, баш күтәреүселәрҙе ҡоралһыҙландырыу, өлөшләтә амнистия, үҙәкләштереүҙе сикләп һәм урыҫ теленең хоҡуҡтарын һаҡлап, урындағы власть органдарының эшен тергеҙеүҙе күҙ уңында тотҡан.

Минск ҡалаһында өс яҡлы осрашыу үткәреү (ОБСЕ-Рәсәй-Украина) идеяһы июлдә барлыҡҡа килә, әммә шул саҡта Украина президенты Порошенко Boeing 777 самолеты һәләкәте урынына халыҡ-ара эксперттарҙы индереү һәм баш күтәреүселәр тотоп торған аманаттарҙы азат итеү мәсьәләһен тикшереүҙе тәҡдим итә.

Августа баш күтәреүселәр Донецк өлкәһенең көньяғында, украина көстәре хәлен ҡатмарлаштырып, күләмле контрһөжүм башлай.

Протоколға ҡул ҡуйған мәлгә ДНРһәм ЛНР баш күтәреүселәре 4,5 миллион кеше йәшәгән 16 000 км² территорияны контролдә тотҡан була. Контроль зонаһына өлкә үҙәктәре Донецк һәм Луганск ҡалалары, шулай Новоазовск, Горловка, Макеевка кеүек мөһим тораҡ пункттары инде.

Пётр Порошенко «Украинская правда» гәзитенә (2019 йылдың авгусы) биргән интервьюһында Минск килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһындағы мәсьәлә Минскиҙа түгел, ә Кардиффта, Төньяҡ Атлантик Альянстың (НАТО) Уэльс саммитында ҡаралды тип белдерҙе: «Был мөғжизә ине. Мин НАТО саммитына барған саҡта, килешеүгә ҡул ҡуйҙырта һәм Рәсәйҙең һөжүмен туҡтатыуға өлгәшә алыуыбыҙға берәү ҙә ышанмай ине».

Һөйләшеүҙәр башлар алдынан Минск ҡалаһында 2014 йылдың 26 авгусында Путин һәм Порошенко осраша шулай уҡ 3 сентябрҙә телефондан һөйләшәләр. Был ваҡытҡа Путин Донбасстағы хәлде тотороҡландырыу буйынса яҡынса планды эшләй:

  • «Донецк һәм луганск йүнәлештәрендә Украинаның көньяҡ-көнсығыш ополчениеһы формированиеларының әүҙем һөжүм итеү операцияларын туҡтатыу»;
  • "Украинаның көс структуралары подразделениеларын тораҡ пункттарҙы артиллерия һәм бөтә залп уты системаларының бөтә төрҙәре утҡа тота алмаҫлыҡ араға айырыу;
  • «Утты туҡтатыу шарттарын үтәү буйынса тулы һәм объектив халыҡ-ара контролде тормошҡа ашырыу һәм шул рәүешле төҙөлгән хәүефһеҙлек зонаһында хәлде тикшереп тороу»;
  • «Хәрби авиацияны тыныс граждандарға һәм конфликт зонаһындағы тораҡ пункттарға ҡаршы ҡулланыуҙы булдырмау»;
  • «барыһын да барыһына» формулаһы буйынса, «бер ниндәй элгәрге шарт ҡуймайынса, тотҡондарҙы алмаштырыу»;
  • «Украинаның көнсығышына ҡасаҡтарҙың күсеүе һәм гуманитар йөктәрҙе ташыу өсөн гуманитар коридорҙар асыу»;
  • Украинаның көнсығышында емерелгән социаль һәм йәшәүҙе тәьмин итеү инфраструктураһы объекттарын тергеҙеү өсөн зыян күргән төбәктәргә ремонт бригадаларын йүнәлтеү.

Өс яҡлы контакт төркөмөнөң составы

Төркөм эшендә ҡатнашты:

  • Ҡалып:Флаг ДНР Александр Захарченко
  • Ҡалып:Флаг ЛНР Игорь Плотницкий

Протокол йөкмәткеһе

Минск Протоколы 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Минск Протоколы 
Минск килешеүенә ярашлы, сикләү һыҙығы һәм буфер зонаһы картаһы
Украина контроле сиге ДНР һәм ЛНР формированиелары контроле сиге Артиллерия өсөн 30 км буфер зонаһының сикке сиге > 100 мм     2014 йылдың 19 сентябренә ҡарата Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары формированиелары контролдә тотҡан биләмә
  1. Корал ҡулланыуҙы ике яҡлы туҡтатыуҙы кисекмәҫтән тәьмин итергә.
  2. Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма яғынан ҡорал ҡулланмау режимы мониторингының һәм верификацияһының тәьмин ителеүе.
  3. «Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында урындағы үҙидараның ваҡытлыса тәртибе тураһында» Украина Законын (Айырым статус тураһында закон) ҡабул итеү юлы аша, үҙәкләштерелгән властан китеүҙе үткәреү.
  4. Украина-Рәсәй дәүләт сигендә даими эшләүсе мониторингты һәм, Украина менән РФ-тың сик буйындағы райондарында хәүефһеҙлек зонаһын булдырып, Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма яғынан верификацияны тәьмин итергә.
  5. Бөтә тотҡондарҙы һәм законһыҙ тотолған кешеләрҙе ашығыс рәүештә азат итергә.
  6. Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында булған ваҡиғаларға бәйле кешеләрҙе эҙәрлекләүгә һәм язаға тарттырыуға юл ҡуймау тураһында закон ҡабул итергә.
  7. Инклюзив дөйөм милли диалогты дауам итергә.
  8. Донбасстағы гуманитар хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күреү.
  9. «Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында урындағы үҙидараның ваҡытлыса тәртибе тураһында»ғы Украина Законына (Айырым статус тураһында закон) ярашлы, урындағы һайлауҙарҙы ваҡытынан алда үткәреүҙе тәьмин итергә.
  10. Украинанан законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы, хәрби техниканы, шулай уҡ һуғышмандарҙы һәм ялланып һуғышып йөрөүселәрҙе сығарырға.
  11. Донбасты иҡтисади тергеҙеү һәм төбәктең йәшәйешен тергеҙеү программаһын ҡабул итергә.
  12. Консультацияла ҡатнашыусыларға шәхси хәүефһеҙлек гарантияларын биреү.

Меморандум

Минск Протоколы 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар

19 сентябрҙә Минскиҙа Өс яҡлы контакт төркөмө вәкилдәре — Рәсәйҙән (М. Ю. Зурабов), Украинанан (Л. Д. Кучма) һәм Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаһынан (Хай Тальявини), Донецк һәм Луганск Халыҡ республикалары вәкилдәре А. В. Захарченко һәм И. В. Плотницкий, Протоколдың 1-се пункттын үтәү өсөн, ҡорал ҡулланыуҙы ике яҡлы туҡтатыу тураһында килешеүҙәрҙе нығытырға: меморандумға ҡул ҡуйыу көнөнә ҡарата яҡтарҙың сик һыҙығынан 15 километрға ауыр ҡоралды (100 миллиметрҙан артыҡ калибрлы) артҡа сиктереү ебәреү һәм шуның менән хәүефһеҙлек зонаһын булдырыу, хәрби авиация һәм пилотһыҙ аппараттарҙың осоуын тыйыу кеүек тейешле башҡа сараларҙан тыш, хәүефһеҙлек зонаһында мина-шартлау ҡоралын ҡороуҙы тыйған меморандумға ҡул ҡуйылды.

26 сентябрҙә Украинаның көнсығышында яҡтарҙы айырыу линияһын эҙмә-эҙлекле тотороҡландырыу һәм утты тулыһынса туҡтатыу мәсьәләләрен контролдә тотоу һәм яраштырыу буйынса берлектәге Үҙәк төркөмө эш башланы. Уның составына Украина яғы вәкилдәре, ОБСЕ мониторинг төркөмө һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы урынбаҫары генерал-лейтенант Ленцов А. И. етәкселегендә Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың 76 хәрби хеҙмәткәре инде.

Протоколдың интерпретациялары

  • Украина президенты Петр Порошенко һүҙҙәренсә, Рәсәй Федерацияһының регуляр армияһы подразделениеларының Украина дәүләте биләмәһенә туранан-тура баҫып инеүенән һуң, ул утты кисекмәҫтән туҡтатыу инициативаһы менән сығыш яһаған. Был хаҡта ул Владимир Путин менән һөйләшеүҙә килеште, ә Минскиҙа тейешле протоколға ҡул ғына ҡуйылды. Порошенко һүҙҙәренсә, Минск протоколы РФ ҡораллы көстәренең һөжүмен туҡтатыуҙы, хәрби әсирҙәр менән алмашыуҙы, «Донбастың бөтә территорияһында, шул иҫәптән, хәҙер боевиктар ваҡытлыса контролдә тотҡан биләмәлә лә Украина суверенитетын тергеҙеү һәм һаҡлауҙы» күҙ уңында тота. Украина илдең территориаль бөтөнлөгө һәм суверенитеты мәсьәләһендә ташламаларға юл ҡуйманы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. Протоколдың өсөнсө һәм туғыҙынсы пункттарында телгә алынған закон Донецк һәм Луганск өлкәләрен Украина составында ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота.
  • Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Минск протоколына ошондай комментарий бирҙе: «Илдең көньяҡ-көнсығышының статусы тураһында һөйләшеүҙәргә килгәндә, Минскиҙа ҡул ҡуйылған документ тейешле аҙымдар протоколы… Рәсәй утты туҡтатыу тураһындағы килешеүҙең бер өлөшөн үтәргә тейеш — Украина территорияһында булған бөтә Рәсәй һалдаттары һәм ҡоралдары Украина менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы кире алынырға тейеш, тип иҫәпләйем. Халыҡ-ара берләшмә иһә быны контролдә тоторға тейеш».
  • Австрияның Сит ил эштәре министрлығы башлығы Себастьян Курц, Минск килешеүе Рәсәй ғәскәрҙәрен Ҡырым биләмәһенән сығарыуҙы күҙ уңында тота, тип иҫәпләй: «Хәҙер Минск килешеүҙәренең башҡа пункттарын да тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Атап әйткәндә, Украина биләмәһенән, көньяҡ-көнсығышынан ғына түгел, Ҡырымдан да, Рәсәйҙең бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәре сығарылырға тейеш. Украинаның территориаль бөтөнлөгө һаҡланырға тейеш».
  • Донецк Халыҡ Республикаһы етәкселеге, үҙ сиратында, килешеү төҙөү — Луганск һәм Донецк өлкәләренең Киевтан артабанғы бойондороҡһоҙлоғона тәүге аҙым ғына, тип иҫәпләй. Шулай уҡ Халыҡ Демократик Республикаһы етәкселегенең Кучманың вәкәләттәренә шикләнеп ҡарай, улар украин көс структуралары яғынан тыныслыҡ килешеүе боҙолғанда «Новороссия ерҙәрен украин баҫып алыуынан азат итеү операцияһын» кисекмәҫтән дауам итергә хоҡуҡлы.

Протоколды үтәү

Протоколға ҡул ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, положениеларының күбеһе үтәлмәгән.

  • 5 сентябрҙә 18:00 сәғәттә (мәскәү сәғәте — 19:00) көсөнә ингән утты туҡтатыу режимы уның бөтә эшләү осоронда бер нисә тапҡыр боҙолған. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылдың ноябрь башына тиклем бәхәс зонаһында меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Декабрҙә ике яҡ та утты туҡтатыу режимын башҡара башланы. Тыныслыҡ урынлашты. Ике яҡтың да ғаризаһы буйынса тоташҡан һыҙаттан ауыр ҡоралдарҙы сығарыу башланды. 24 декабрҙә Минскиҙа һөйләшеүҙәрҙә яҡтар 26 декабргә әсирҙәр менән алмашыу хаҡында килеште. 26 декабрҙә баш күтәреүселәр һәм украин хәрбиҙәре низағ барышында әсирҙәр менән иң ҙур алмашыу яһай. Ғинуар башында хәл ҡапыл киҫкенләште. Волноваха янында автобусты утҡа тотҡандан һуң, атыш башлана. 2015 йылдың ғинуар урталарына Украина ғәскәрҙәре ҡулындағы Донецк аэропортын контролдә тотоу өсөн айырыуса аяуһыҙ һуғыштар йәйелдерелде. 18 ғинуарҙа Украина президенты кәңәшсеһе Юрий Сергеевич Бирюков "Фейсбук"тағы сәхифәһендә яҙҙы:
    Хәйерле иртә, ил. 08:01, ике сәғәт элек беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Б секторындағы бөтә төркөмө приказ алған һәм сепарҙарҙың билдәле позицияларына күмәк ут асҡан, тип әйтергә мөмкин… Бөгөн күрһәтербеҙ, ҠАЛАЙЫРАҠ арт һабаҡты уҡыта алғаныбыҙҙы… Һеҙгә #нассливают?? һымаҡ тойолдомо? Юҡ, беҙ ботинка бауын ғына бәйләнек. Stay tuned («темала ҡалығыҙ»), мәғлүмәтте сәғәтенә бер тапҡыр еткерәсәкмен…
    23 ғинуарҙа Халыҡ Демократик Республикаһы вәкилдәре хөкүмәт ғәскәрҙәре яғынан оҙаҡҡа һуҙылған атыу арҡаһында ваҡытлыса килешеү ғәмәлдәрен туҡтатыу тураһында белдерҙе. БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун "баш күтәреүселәрҙең утты туҡтатыу режимынан бер яҡлы сығыуын ғәйепләне.
  • 500 кешегә тиклем киңәйгән Украиналағы Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма миссияһы Рәсәй һәм Украина сигенә мониторинг үткәрә алманы, июль аҙағынан алып Гуково һәм Донецк үткәреү пункттарында (Рәсәй) торған ойошманың 22 вәкиле генә был исемлеккә ҡағылмай.
  • Украина Генераль штабы инициативаһы буйынса Утты туҡтатыу режимын контролдә тотоу һәм конфликт яҡтарының үҙ-ара яҡын тороу һыҙатын тотороҡландырыу буйынса СЦКК — Берлектәге контроль һәм координация Үҙәге булдырылды, уға Рәсәйҙең 75 һәм 280-дән ашыу украин офицеры инде. Үҙәк Соледарҙа (Донецк өлкәһе) урынлашҡайны. Берлектәге контроль һәм координация үҙәгенең (СЦКК) бурысы — ДНР, ЛНР подразделение командирҙары менән һөйләшеүҙәр аша, шулай уҡ Украина власы контроле аҫтындағы территорияла атыуҙарҙы туҡтатыуға булышлыҡ итеү килешеүе һәм утты туҡтатыу режимы мониторингы үткәреү. Үҙәк 2017 йылдың декабренә тиклем эшләне.
  • Донбасты иҡтисади тергеҙеү программаһы эшләнмәй. Ноябрь уртаһында Украина президенты указы ҡабул ителде, ул Милли банкка бер ай эсендә террористарға ҡаршы тороу (АТО) зонаһында предприятиеларҙың һәм халыҡтың банк иҫәбен хеҙмәтләндереүҙе туҡтатырға ҡушты. 2015 йылдың ғинуарында Украина властары, 7 коридорҙы ғына ҡалдырып, Донецк (ДНР) һәм (ЛНР) Луганск Халыҡ республикалары контроле аҫтындағы биләмәләре менән транспорт бәйләнешен сикләне.
  • Украинаның Сит ил эштәре министрлығы хәбәр итеүенсә, килешеү ғәмәлгә ингәндән һәм ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу иғлан иткәндән һуң, 2015 йылдың 20 ғинуарына Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы үҙ биләмәһен 500 квадрат километрға арттырған.

Көсөн юғалтыуы

2022 йылдың 22 февралендә Рәсәй президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы барышында Рәсәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының (ДНР һәм ЛНР) бойондороҡһоҙлоғон танығанлыҡтан, Минск килешеүҙәренең юҡҡа сығыуын белдерҙе. Был ҡарарҙы ул Украинаның Минск килешеүҙәрен үтәүҙән баш тартыуы менән аңлатты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Александр Лукашенко Ҡалып:Пётр Порошенко Ҡалып:Владимир Путин

Tags:

Минск Протоколы БашыМинск Протоколы Өс яҡлы контакт төркөмөнөң составыМинск Протоколы Протокол йөкмәткеһеМинск Протоколы МеморандумМинск Протоколы Протоколдың интерпретацияларыМинск Протоколы Протоколды үтәүМинск Протоколы Көсөн юғалтыуыМинск Протоколы Шулай уҡ ҡарағыҙМинск Протоколы ИҫкәрмәләрМинск Протоколы ҺылтанмаларМинск Протоколы2014 йыл5 сентябрьМинскПутин Владимир Владимирович

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Халҡым өсөн (Ш. Бабич)Хацапетовка һауынсыһыЯһаҡГамеланФитнесОберкацОперацион система«Герой әсә» орденыӘзербайжанБлокчейнХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыРодники (Бәләбәй районы)Лазер ярҙамында ҡырҡыуСаспаев АманТауЭякуляцияФилиппинСураш ҠалмырҙинМусин Ноғман Сөләймән улыБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыМәжүсилекӨфөҺыуһарЖеневаМузыкаТуғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыСиләбе өлкәһеМөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улыSkypeӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыСтәрлебаш районыЙомаГазпром Нефтехим СалауатXIX быуатҒөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙыЭтҡол (Ейәнсура районы)Хәйбуллин Ишморат Нәзир улыСеңләүҠатын-ҡыҙ түшеЙәйге ваҡытСайтСатурн (планета)Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙыБал ҡорттарыӘбүғәлисинаТөркмәнстанМоллюскыларФинанстарАсыҡ контентБашҡорт теленең фразеологияһыИр енес ағзаһыБашҡорт халыҡ йырҙарыДәүләтБуранбай сәсәнАмерика Ҡушма ШтаттарыТанауКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыСергей Ковалёв (йүнсел)Зат (грамматик категория)Башҡортостан тарихыУтХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыҠушма һөйләмБикбов Юныс Юлбарыҫ улы🡆 More