Исхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы

Исхаҡова Әйшә Яҡуп ҡыҙы (3 (15) апрель 1888, Санкт-Петербург — 1931) — Ҡырым татарҙары педагогы, этнограф, Ҡырым халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеүсе, Ҡырымдың төрки-мосолман ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре.

Исхаҡова Әйшә Яҡуп ҡыҙы
ҡырымтат. Айше Якъуб къызы Исхакъова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Исхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы Рәсәй империяһы
Исхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы Совет Рәсәйе
Исхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы СССР
Тыуған көнө 3 (15) апрель 1888
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1931
Һөнәр төрө этнограф, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө этнография һәм педагогика
Эш урыны Центральный музей Тавриды[d]

Биографияһы

Әйшә Яҡуп ҡыҙы Исхаҡова 1888 йылдың 3 (15) апрелендә Санкт-Петербургта тыуа.

Ул Ҡырым татарҙары араһында билдәле уҡытыусы һәм профессиональ мәктәптәр ойоштороусы була. 1917 йылда Симферополдә Зыярат урамында (хәҙер Крылов) ҡыҙҙар өсөн шәхси Ҡырым татарҙары прогимназияһын аса, уның директоры була, шулай уҡ беренсе Ҡырым татарҙары балалар баҡсаһы аса. Ярымутрауҙа 1917—1918 йылдарҙағы революцион ваҡиғаларҙа ҡатнаша, Мосолман партияһы, Ваҡытлы Мосолман Башҡарма комитеты ағзаһы һәм Беренсе Ҡоролтай делегаты була. Милли фирҡә партияһының эшмәкәрлегендә ҡатнаша. 1917 йылдың йәйендә Ҡырымдың Үҙәк мосолман ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе була. Шул уҡ йылдың сентябрендә федералистарҙың Киев конгресында (Рәсәй халыҡтары съезы) «Рәсәй милли аҙсылыҡтарының ҡатмарлы һәм хоҡуҡһыҙ хәле тураһында» доклад менән сығыш яһай, Ҡырым татарҙары Уҡытыусылары союзына делегат итеп ебәрелә.

1920 йылдарҙа Таврида Үҙәк музейының татар этнографияһы бүлексәһендә ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1926 йылдың 1 февралендә музейҙың этнография бүлеге мөдире итеп раҫлана һәм был вазифала Н. Л. Эрнсты алмаштыра. Эрнст менән берлектә өй кәрәк-яраҡтары, милли кейемдәр һәм этнография бүлеге фондтарынан ауыл хужалығы ҡоралдары йыйыу, өйрәнеү, системалаштырыу менән шөғөлләнә. Симферополь сиғандарының, Ҡырым татарҙарының көнкүрешен тикшерә. 1926 йылдың сентябрендә СССР археологтарының бөтә Союз конференцияһында һәм Керчта музей хеҙмәткәрҙәренең IV Бөтә Ҡырым конференцияһында ҡатнаша. 1927 йылда Исхаҡова етәкселегендә Симферополь һәм Перекоп ҡырым сиғандарын өйрәнеү буйынса этнографик экспедициялар үткәрелә. 1928 йылда музейҙан эштән бушатыла.

1926 йылдың 28 февраленән — Таврия тарих, археология Һәм этнография йәмғиәте ағзаһы (ТОИАЭ). 1927 Йылдың 3 октябрендә Йәмғиәттең 62-се ултырышында «Симферополь сиғандары-гурбеттары» докладын уҡый. 1931 йылдың 15 ғинуарында ТОИАЭ ның һуңғы ултырышында ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы һәм үлем ваҡыты билдәле түгел.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Филимонов С. Б. Хранители исторической памяти Крыма: О наследии Таврической учёной архивной комиссии и Таврического общества истории, археологии и этнографии (1887—1931 гг.). — 2-е изд., перераб. и доп. — Симферополь: ЧерноморПРЕСС, 2004. — 316 с. — ISBN 966-572-604-8.

Tags:

Исхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы БиографияһыИсхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы Шулай уҡ ҡарағыҙИсхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы ИҫкәрмәләрИсхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы ӘҙәбиәтИсхаҡова Әйшә Яҡуп Ҡыҙы15 апрель1888 йыл1931 йылСанкт-ПетербургҠырым татарҙары

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Корея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүӘҙәби жанрҙарКугубаев Яков АнатольевичТөрки халыҡтарҠылымТиҙләнешЙыланлы (утрау)Башҡорт халыҡ йырҙарыСәҙе буйы (йыр)Асыҡ контентТыныслыҡБашҡорт ир-ат исемдәреИҫәкәй (Бишбүләк районы)Йоһанн КрюгерКарл МарксЕйәнсура районыАнамнияларЛаосТәкбир1985 йылБойцова Мария ФилипповнаРун яҙмаһыЕвграфов Алексей РомановичКүсемле әйберТатар дәүләт гуманитар-педагогия университеты2005 йылЕңеш суҡыһыИтальян телеБашҡорт алфавитыБәндәбикә кәшәнәһеЮлышев Ирек Ғәле улы1880 йылӨфөБраузерБашҡорт әҙәбиәтеТауыҡХәбиров Фәрит Барый улыСыйырсыҡБоланутСалауат (Ислам)Майкл ДжексонСолтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙыСундарбан (милли парк)Евгений МоросниковБөйөк Ватан һуғышыҠобағош сәсәнКарман һыҙатыВикимедиа фондыАуырғазы районыКеше яҙмышыУҡытыусыАнгелина Прасковья НикитичнаЯнцзыШығай (Силәбе өлкәһе)ЙәйғорЙондоҙ дәүмәлеНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыИкенсе донъя һуғышыБензол26 апрельМостай КәримДор ШабашевицЙогаЙосопов Тимербай Йосоп улыЩетинков Евгений Сергеевич🡆 More