Данилко Елена Сергеевна

Данилко Елена Сергеевна (31 май 1970 йыл) — тарихсы.

Тарих фәндәре докторы (2007). РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе.

Данилко Елена Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Данилко Елена Сергеевна СССР
Данилко Елена Сергеевна Рәсәй
Тыуған көнө 31 май 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Баҡса, Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Биографияһы

Елена Сергеевна Данилко 1970 йылдың 31 майында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Баҡса ауылында тыуған. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын (тарих факультетының археология бүлеге) тамамлай. 1992 йылдан алып ТТӘИ-лә, 1993 йылдан — Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. 2002 йылдан башлап РФА-ның Этнология һәм антропология институтында (Мәскәү): 2007 йылдан алып — төп ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — этнографик ғилми белем биреү үҙәге мөдире. 2000 йылда «Старообрядчество на Южном Урале: историко-этнографическое исследование» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2007 йылда РФА-ның Этнология һәм антропология институты докторантураһын тамамлай һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (диссертация темаһы: «Механизмы самосохранения русских и финно-угорских старообрядческих общин Урало-Поволжья»).

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре Урал-Волга буйы халыҡтары этнографияһына, старообрядсылыҡҡа, визуаль антропологияға арналған.

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10-ға яҡын этнографик фильм — «Башҡорт атының ҡымыҙы» («Кумыс из башкирской лошади»; 2003), «Учук» (2005), «Ете утлы уҡ» («Семиогненная стрела»; 2009) һәм башҡалар авторы.

Йәмғиәт эшмәкәрлеге

2005—2009 йылдарҙа — Рәсәй этнографтар һәм антропологтар ассциацияһының башҡарма директоры.

«Вестник Чувашского государственного университета» журналы мөхәрририәте ағзаһы.

Хәҙерге ваҡытта РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе.

2019 йылдың 1 ғинуарынан — М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның диссертацион советы ағзаһы (тарих факультеты)

Славистар конгресы янындағы старообрядсылыҡты тикшереүҙәр буйынса халыҡ-ара комиссия составына инә. «Камера-посредник» визуаль антропологияһы Мәскәү халыҡ-ара фестиваленең башҡарма директоры. 2013 йылда әлеге фестивалдең Чикаго ҡалаһындағы һайлап алыу комиссияһы (SVA Film and Media Festival in Chicago) һәм Сибиу ҡалаһында (Румыния) «Астра» Халыҡ-ара документаль фильмдары фестивале ағзаһы була (Astra Film Festival of Documentary Film).

Рәсәй халыҡтары тураһында тапшырыуҙар циклы аналитик редакторы була («Культура» телеканалында «Россия — любовь моя» тапшырыуы).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

«Золотое сердце Словонии» фестивале лауреаты (2015, Хорватия, Төп приз, Александров Е. В., Лихачев Р. А., Федосова К. А. менән берлектә)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Данилко Елена Сергеевна БиографияһыДанилко Елена Сергеевна Фәнни эшмәкәрлегеДанилко Елена Сергеевна Йәмғиәт эшмәкәрлегеДанилко Елена Сергеевна Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреДанилко Елена Сергеевна ИҫкәрмәләрДанилко Елена Сергеевна ҺылтанмаларДанилко Елена Сергеевна1970 йыл31 майФән докторы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сыуаш милли кейемеАуылМәжүсилекБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыСыуаш телеБәйләүесБеларусьХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыКислородЕмеш1990 йылМәҙрәсәМария ЧеботарьSkype21 мартҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыЕрБашҡорт дәүләт академия драма театрыЭякуляцияКорея РеспубликаһыАҡмуллаБашҡортостан тарихыЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыАҙанғол (Мәсетле районы)ОкеанияХанты-Манси автономиялы округы — ЮграГлобаль йылыныуСатурн (планета)ИхтиандрЕкатерина II24 апрельСиләбе өлкәһеЯпон телеСалауат Юлаев музейыБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыБүреМуса ЙәлилҠушма һөйләмБашҡортостан ҡоштарыЗакир ҺаҙыйАнглияКилешТөҙөлөшБашҡорт шәжәрәһеБикбаев Рауил Төхфәт улы6 декабрьИмам майҙаныАлбания Фәндәр академияһыҠораллы КөстәрФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыЕрәнсә сәсәнХагенИҫке славян теле19 августҒарипов Рәми Йәғәфәр улыҒабдулла ТуҡайКаракасСәғитов Әхәт Ҡәйүм улыҠытайҙағы мәҙәни инҡилап24 февральИстанбулМәскәү өлкәһеИкенсе донъя һуғышыБерлинБашҡортостан байрамдарыXVI быуатВоронеж өлкәһеХижәзНатрий карбонатыЯпонияМилан🡆 More