Башҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы 2000 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында асыла.

Уның составында 5 филиал: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы , Арыҫлан Мөбәрәков музейы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы, Мифтахетдин Аҡмулла музейы, Шәйехзада Бабич музейы

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы
Нигеҙләү датаһы 6 ғинуар 2000
Дәүләт Башҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Бойһонған ойошма (филиал) Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Шәйехзада Бабич музейы, Мифтахетдин Аҡмулла музейы һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы
Рәсми сайт literatmuzey.ru

Филиалдары һәм уларҙың эшмәкәрлеге

Музей ғилми-фонд, ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара, күргәҙмәләр ойоштора, ағартыу-пропаганда эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра, үҙ филиалдары һәм республиканың әҙәби музейҙары өсөн методик үҙәк булып тора, фәнни-тикшеренеү экспедициялары ойоштора, конкурстар, викториналар һәм әҙәби-музыкаль кисәләр үткәрә. Ҡала һәм республиканың уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Музей китапханаһы китаптарҙан, ҡулъяҙмаларҙан, яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәренән, билдәле бер тарихи дәүер элементтарынан һәм тағы башҡа бик күп экспонаттарҙан йыйылған.

Мәжит Ғафури музейы

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы 1948 йылдың 5 мартында асылған. Йорт шағирға Башҡортостан хөкүмәте тарафынан башҡорт һәм татар әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелеү уңайына 1923 йылда бүләк ителә. Музейҙың мемориаль залында Мәжит Ғафуриҙың һәм уның ғаиләһенең шәхси әйберҙәре — шағир ғаиләһенең ҡомартҡылары ҡуйылған.

Арыҫлан Мөбәрәков музейы

Музейға 1994 йылда нигеҙ һалына. Музейҙа өс экспозиция залы бар: беренсе зал Асы ауылы тарихына, СССР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың бала сағына арналған. Икенсе залы — артистың театр эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Өсөнсө зал халыҡ артисы ғаиләһенә һәм туғандарына бағышланған.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы

Музей 1991 йылда шағир һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған илендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында асылған. Музей экспозицияһы башҡорт ғалимының тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Музейҙа ғалимдың ҡулъяҙма нөсхәләре, документтарының күсермәләре, китаптары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған.

Мифтахетдин Аҡмулла музейы

Музей 1981 йылда Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәте классигы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы асыла. Музейҙың тупланмаһында шағирҙың шиғырҙары йыйынтыҡтары, уның әҫәрҙәренән өҙөктәр, «Аҡмулла» журналдары бар. Шулай уҡ музейҙа төрлө музыка ҡоралдары ҡуйылған, шағир был музыка ҡоралдарында бик яҡшы уйнай белгән.

Шәйехзада Бабич музейы

Музей Әсән ауылында мәшһүр башҡорт нәфис һүҙ оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы асыла. Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, скульптура әҫәрҙәре, көнкүреш әйберҙәре, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында фотодокументаль материалдар, уның хаҡында китаптар, портреттар, шулай уҡ Шәйехзаданың һәм уның ғаиләһенең шәхси әйберҙәре бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Башҡортостан музейҙары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Башҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы Филиалдары һәм уларҙың эшмәкәрлегеБашҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы Шулай уҡ ҡарағыҙБашҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы ИҫкәрмәләрБашҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы ҺылтанмаларБашҡортостан Республикаһының Милли Әҙәбиәт Музейы2000 йыл6 ғинуарМәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейыӨфө

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

18 августМәжүсилекНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыУрал тауҙарыНемецтарГеографик координаталарХалыҡ-ара фонетик алфавитИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыҮҫемлектәрКилешХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыНилРун яҙмаһыБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы12 сентябрь21 мартШаршамбыКорея Халыҡ-Демократик Республикаһы1809 йыл14 октябрьЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыБашҡорт дәүләт академия драма театрыИслам тарихыОкеания23 апрельМоро ислам азат итеү фронтыСанъяров Фәнзил Бүләк улыКислородБиохимияБашҡорт ВикипедияһыИҫке славян телеВьетнамГамеланПлацебо7 февральФредерик ШопенҺарыҡты кем ашаған?Салауат Юлаев музейыМакроиҡтисадЭтЭҙләүҙе оптималлаштырыуБөжәктәрРИА НовостиДиңгеҙ буйы крайыҒаләмЭлектроникаҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыҠалаҒәрәп телеХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыКарл ЛиннейМалиновский Родион ЯковлевичЭукариоттар1884 йылЕнси актКүсемһеҙ мөлкәтҠаҙағстанРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЕсенина Татьяна СергеевнаХаген🡆 More