Аҡмулла: башҡорт шағиры, мәғрифәтсе

Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14 декабрь 1831 йыл — 8 октябрь 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.

Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла
Аҡмулла: Биографияһы, Ижады, Китаптары
Аҡмулланың портреты (рәс. Ф. Ислахов)
Исеме:

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы

Тыуған көнө:

14.12.1831

Тыуған урыны:

Туҡһанбай ауылы, Күл-Иле-Мең улусы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы)

Вафат булған көнө:

8 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат булған урыны:

Һарыҫтан ауылы янында, Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, мәғрифәтсе

Аҡмулла: Биографияһы, Ижады, Китаптары Аҡмулла Викиһандыҡта
Аҡмулла: Биографияһы, Ижады, Китаптары
Мифтахетдин Аҡмулланың шәжәрәһе

Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.

Биографияһы

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 декабрендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башлай. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе күрһәтелмәгән.

Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдары мәҙрәсәләренә йөрөп уҡый.

1850 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем төрмәлә ултырған. Уның төрмәгә ябылыу сәбәбен әлегә аныҡ белеү мөмкин түгел. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауы буйынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар хәрби хеҙмәткә алынғандар, һәм рөхсәтһеҙ йәшәгән урындарын ҡалдырғандарҙы, Ырымбур сик һыҙығына хәрби хеҙмәт үтер өсөн йыйылыу пункттарына бармағандарҙы йәки һуңлағандарҙы язаға тарттырғандар һәм зинданға бикләгәндәр, бәлки Мифтахетдин Камалетдинов та бындай яҙмышҡа дусар булғандыр.

1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул шағир һәм суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса.

1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған. Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай.

Ялған ялыу буйынса, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһы төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе «Мәҡанем минең — зиндан» («Урыным — зиндан») шиғырын яҙа. Р. Шәкүр фаразы буйынса, яҡынса 1872 йылда Аҡмулла тыуған ауылына һуғылып Ырымбурға бара, артабан Троицк өйәҙенә юллана.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районындағы) Һөләймән ауылында 1892 йылда булғанда Саһира Юлдыбай ҡыҙына (?—1921) өйләнә, әммә һуңынан уның менән айырылыша.

Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә Троицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Ижады

Аҡмулла: Биографияһы, Ижады, Китаптары 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар

Аҡмулланың ижады башҡорт әҙәби теле үҫешендә ҙур роль уйнай.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...» — Аҡмулланың иң мөһим әҫәрҙәренең береһе булып тора. Был шиғырҙа сәсән үҙ халҡын мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра. Мәғрифәтсе әҫәрҙәрендә аҡылылыҡты, ғәҙелеллекте, кешелелекте данлай, әҙәпһеҙлектән көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙ эш итеүҙәрен фашлай. Аҡмулла аҡыл эйәһе булараҡ, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ-тәрбиә кодексы төҙөп, халыҡҡа был өгөт-нәсихәтен әҫәрҙәре аша халыҡҡа әйтеп биргән. Уның «Нәсихәттәр» шиғыры үҙ заманында ижтимағи-фәлсәфәүи фекер үҫешендә тос өлөш индерә.

1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» китабы донъя күрә. Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра.

Аҡмулла милли поэзияла үҙенсәлекле йүнәлешкә нигеҙ һала, уның йоғонтоһон Ш. Бабич, М. Ғафури, Д. Юлтый, Ш. Әминев-Тамъяни һәм башҡалар кисерә. 1960—1990-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилемендә үҙ аллы ғилми йүнәлеш — аҡмулласылыҡ үҫеш ала. Шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә Ә. Х. Вилданов, Ф. Кәрим, К. Мәргән, Ә. И. Харисов, Р. Шәкүр һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре арналған.

Китаптары

Аҡмулла: Биографияһы, Ижады, Китаптары 
Мифтахетдин Акмулланың ҡәбере. Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяраты.
  • Дамелла Шиһабетдин хәҙрәтнең мәрҫиәсе. Ҡазан, 1892. (төрки)
  • Аҡменла әфәнденең иншад итдеки мәнзуматы. Ҡазан, 1904. (төрки)
  • Өлеңдер жыйнағы. Алматы, 1935. (ҡаҙ.)
  • Әҫәрҙәр. Өфө, 1981.
  • Стихи. Уфа, 1986. (рус.)
  • Акмулла — гордость рода Мин: сб. произведений. Уфа, 2005. (баш.) (рус.) (тат.)
  • Шиғырҙар. Өфө, 2006.
  • Стихи. Уфа, 2006. (рус.)

Хәтер

Аҡмулла: Биографияһы, Ижады, Китаптары 
Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле
  • 1911—1916 йылдарҙа айына ике тапҡыр Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында төрки телендә «Аҡмулла» рәсемле сатирик-юмористик журналы баҫылып сыҡҡан.
  • 1981 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы уның музейы асыла. Был әҙәби музей фондында 500-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге һаҡлана. Музей территорияһында Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйылған, ауылда уның исеме менән парк аталған.
  • Миәкә районының Әнәс, Мәнәүезтамаҡ ауылдары мәктәптәрендә Аҡмуллаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған; Туҡһанбайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм башҡа торама пункттарҙа, Мейәс ҡалаһы урамдарына Аҡмулла исеме бирелгән.
  • 1989 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылған.
  • «Башҡортостан» гәзитенең «Аҡмулла» тигән әҙәби-юмористик ҡушымтаһы һәм Миәкә районында «Аҡмулла төйәге» гәзите баҫылып сыға.
  • 1986 йылда композитор З. Ғ. Исмәғилев менән «Аҡмулла» операһы яҙыла һәм тәүге тапҡыр 1996 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла.
  • 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. 2008 йылда уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған.
  • 2006 йылдан алып «Аҡмулла нәсихәттәре» Республика фольклор байрамы ойошторола, 2007 йылдан алып был байрам йыл һайын үткәрелгән Халыҡ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә уҙғарыла.
  • Аҡмулланың художестволы образын Кирәй Мәргән («Өҙөлгән моң», 1966), Ғ. Шафиҡов («Аҡмулла», 1986), Я. Хамматов («Һыр-Даръя», 2000) һ. б. үҙҙәренең әҫәрҙәрендә тергеҙгәндәр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Вильданов А. X., Кунафин Г. С. Башкирские просветители-демократы XIX века. М., 1981. (рус.)
  • Вилданов Ә. Х. Яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.
  • Мифтахетдин Акмулла: библиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева; отв. ред. С. Р. Бишева; Нац. библиотека РБ им. А.-З. Валиди. — Уфа, 2006. — 70 с. (рус.)
  • Мифтахетдин Акмулла: справочно-библиогр. пособие / сост. В. В. Миронова; авт. вступ. ст. Р. К. Амиров; авт. науч. коммент. А. Х. Вильданов; отв. ред. П. И. Федоров; Башк. гос. пед. ун-т им. М. Акмуллы, Библиотека БГПУ. — Уфа: ИПК БГПУ им. М. Акмуллы, 2006. — 40 с. (рус.)
  • Наследие М. Акмуллы: взгляд через века: материалы Междунар. науч.-практ. конф. 14—15 дек. 2006 г. / отв. ред. В. С. Хазиев; М-во образования и науки РФ, Башк. гос. пед. ун-т им. М. Акмуллы. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2006. — 300 с. (рус.)
  • Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965.
  • Шакуров Р. З. Звезда поэзии: Мифтахетдин Акмулла. Жизнь. Творчество. Мировоззрение. Уфа, 1981. (рус.)
  • Шакур Р. Звезда поэзии. Башкирский поэт-просветитель Мифтахетдин Акмулла. — Изд. 3-е, доп. — Уфа: Китап, 2006. — 200 с. (рус.)
  • Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Тарихи документтар эҙенән.// Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 166—178. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.

Һылтанмалар

    башҡа сығанаҡтар

Видеояҙмалар


Tags:

Аҡмулла БиографияһыАҡмулла ИжадыАҡмулла КитаптарыАҡмулла ХәтерАҡмулла ИҫкәрмәләрАҡмулла ӘҙәбиәтАҡмулла ҺылтанмаларАҡмулла ВидеояҙмаларАҡмулла14 декабрь1831 йыл1895 йыл8 октябрьXIX быуатБашҡорттар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Познер Владимир ВладимировичУрал ауыл Советы (Күгәрсен районы)Хәмит Зөбәйер ҠушайУрыҫ телеИсем (һүҙ төркөмө)Йосопов Тимербай Йосоп улыКинйә АрыҫлановВладивостокISO 3166-1Эҙләүҙе оптималлаштырыуСолоҡМусин Ноғман Сөләймән улыЗимбабвеТәбиғәтИбн әл-ХайсамБашҡортостанда мистик урындарШарль Эжен Уйфальви де МезоковездБеларусьӨфөНазар НәжмиБөтһөн империализм һуғышыЭсемлекБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыНаполеон IУсманова Кәримә Ишбулды ҡыҙыМәскәүТөрки халыҡтарЭпитетМөнәсәбәт һүҙҙәрБаязит БикбайБетонНельсон МанделаХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыСалауат Юлаев музейыАҡмуллаНептунИнвестицияларҺунарОттаваСуданТел ғилемеСандро БоттичеллиСовет Социалистик Республикалар СоюзыӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанБал ҡорттарыУраҙаБөтнөк үләнеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыСабитов Нариман Ғиләжетдин улыЕр атмосфераһыҠуҙыйкүрпәс менән МаянһылыуКапитализмҠаҙағстанҒаләмӘл-Фәләҡ сүрәһеӨфө дәүләт нефть техник университетыЕрәнсә сәсәнДөйәҠытай Халыҡ Республикаһы тарихы18 апрельИсем🡆 More