Башҡорт теленең орфографияһы — башҡорт телендә телмәрҙе яҙма рәүештә биреү ысулының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи йәһәттән формалашҡан ҡағиҙәләр йыйылмаһы (системаһы); башҡорт теленең ҡағиҙәләр системаһын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе тел ғилеме бүлеге.
Башҡорт теленең орфографияһы |
Башҡорт теленең орфография ҡағиҙәләре түбәндәге принциптарға нигеҙләнә:
Башҡорт теленең тәүге орфографик ҡағиҙәләре ХХ быуаттың 20-се йылдарында СССР Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Орфография комиссияһы тарафынан тикшерелә һәм төгәлләнә. Комиссияла Ф. Сәйфи-Өфөлө, Г. Шонаси, С. Л. Рәмиев, Ғ. Ф. Вилданов, Х. Кәримов, Ш. Ә.Манатов, Ш. Ә.Хоҙайбирҙин, Дауыт Юлтый һәм башҡалар эшләй. Башҡорт орфографияһының тәүге ҡағиҙәләре фонетик принципҡа нигеҙләнә.
1924 йылда З. С. Рәмиев ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙма өсөн башҡорт орфографияһы проектын төҙөй һәм өндәрҙе яҙыуҙа биреү, аффикстарҙы, киҫәксәләрҙе, бәйләүестәрҙе, теркәүестәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен тасуирлай.
Башҡорт орфографияһының башҡа варианттарын 1924 йылда Ғ. Ф. Вилданов, Х. Ғ. Ғәбитов, Н. Т. Таһиров; 1925 йылда Г. Х. Алпаров тәҡдим итә. Был ҡағиҙәләр беренсе башҡорт грамматикаһы дәреслектәрендә файҙаланыла.
1928 йылда БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ғ. Й. Дәүләтшин һәм Х. Хәбиров эшкәрткән башҡорт орфографияһын раҫлай.
Латин алфавиты нигеҙендәге башҡорт орфографияһы Яңы башҡорт алфавиты комитеты тарафынан эшләнә. 1930 йылда БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы фонетик һәм морфологик принциптар нигеҙенә ҡоролған башҡорт орфографияһы ҡағиҙәләрен ҡабул итә.
1934 йылда «Башҡорт комплекслы ғилми-тикшеренеү институты» тел белгестәре әҙерләгән кириллица нигеҙендә эшләнгән орфография проекты баҫыла һәм Өфө ҡала конференцияһында тикшерелә. Был орфографияла Көнбайыш Европа һәм рус теленән ингән алынмаларҙың дөрөҫ яҙылышы ҡарала, интернациональ һүҙҙәрҙә О, У хәрефтәре яҙылышы индерелә, алфавиттан йомшаҡ Ж өнөн билдәләү өсөн ҡулланылған хәреф алына, башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәрҙең ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу аныҡлана һәм башҡалар.
1936 һәм 1938 йылдарҙа эшләнгән принциптар БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән раҫлана.
1939 йылда кириллицаға күскәндән һуң, БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән башҡорт теле фонетикаһына һәм грамматик төҙөлөшөнә яҡын булған башҡорт орфографияһы раҫлана. 1950 йылда башҡорт әҙәби теле орфографияһының яңы редакцияһы раҫлана.
1981 йылда БАССР Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән башҡорт әҙәби теле орфографияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.
Орфографияны эшләгәндә хәрефтәрҙең фонетик системаға тап килмәү проблемаһына; башҡорт теле диалекттарына хас тел билдәләрен һайлауға; сингармонизм закондарының үтәлеүенә бәйле мәсьәләләр хәл ителә:
Хәҙерге ваҡытта башҡорт теленең орфографияһы проблемалары менән Өфөлә урынлашҡан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты шөғөлләнә.
Башҡорт теленең хәҙерге заман орфографияһы фонетик принципҡа нигеҙләнгән, шул уҡ ваҡытта морфологик, традицион һәм график принциптар ҙа иҫәпкә алына.
Башҡорт теленең орфографияһына ғалимдар Ҡ. З. Әхмәров, Т. Ғ. Байышев, Ә. Ғ. Бейешев, Ж. Ғ. Кейекбаев, Ә. И. Харисов, Ә. Ә. Юлдашев һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре бағышланған.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Башҡорт теленең орфографияһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.