«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 30 сентябрендәге Указына ярашлы булдырыла.

Миҙал проекты авторы — рәссам М. Л. Лукина.

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 30 сентябрь 1945
Рәсем
Дәүләт «Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Будапештты алған өсөн» миҙалы
Нигеҙендәге текст Указ Президиума ВС СССР от 30.09.1945 об учреждении медали „За победу над Японией“[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Һүрәтләнгән объект Сталин Иосиф Виссарионович
Изображение орденской планки
Һаны 1 831 000
Лауреаттар категорияһы Категория:«Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы Викимилектә

Тарихы

1945 йылдың август — сентябрендә Японияның Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 30 сентябрендәге Указына ярашлы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы булдырыла. Раҫлауҫа дүрт миҙал проекты тәҡдим ителә: рәссамдар М. Л. Лукина һәм А. И. Кузнецов (һәр береһе икешәр проект тәҡдим итә).

Лукинаның беренсе проектында И. В. Сталиндың уң профиле төшөрөлгән, уның тирәләй «ЗА ПОБЕДУ НАД ЯПОНИЕЙ» яҙыуы (өҫтән һәм һулда) һәм лавр ботағы (аҫтан һәм уңда). Уның икенсе проектында Сталиндың һул профиле, шулай уҡ аҫтан уратып «ЗА ПОБЕДУ НАД ЯПОНИЕЙ» яҙыуы, ә өҫтән ике лавр ботаҡтары, улар араһында биш осло йондоҙ урынлаштырылған. Ике проекттың да кире яғында — ике юлда "«2-IX 1945» яҙыуы, уның өҫтөндә — биш осло йондоҙ.

Кузнецовтың ике проектында ла Сталиндың һул профиле төшөрөлгән, беренсеһендә — фуражкаһыҙ, икенсеһендә — фуражкалы. Кире яғында 4 юлда «ЗА ПОБЕДУ НАД ЯПОНИЕЙ 1945» яҙыуы, уның өҫтөндә — биш осло йондоҙ урынлаштырылған.

Һөҙөмтәлә, ҡайһы бер үҙгәрештәр менән М. Л. Лукинаның беренсе проекты ҡабул ителә.

Миҙал тураһындағы Положение

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнәләр:

  • 1-се Алыҫ Көнсығыш, 2-се Алыҫ Көнсығыш һәм Байкал аръяғы фронттары, Тымыҡ океан флоты һәм Амур йылға флотилияһы составында япон империалистарына ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендә туранан-тураҡатнашҡан Ҡыҙыл армия, Хәрби-диңгеҙ флоты частары һәм берләшмәләре штаттағы составының бөтә хәрбиҙәре һәм ялланып эшләүсе кешеләре һәм НКВД ғәскәрҙәре;
  • Алыҫ көнсығышта совет ғәскәрҙәренең хәрби ғәмәлдәрен тәьмин итеүҙә ҡатнашҡан НКО, НКВМФ һәм НКВД үҙәк идаралыҡтары хәрбиҙәре.

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡта «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалынан һуң урынлаштырыла.

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы кавалерҙары һуңынан 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү иҫтәлегенә сығарылған юбилей миҙалдарына хоҡуҡлы булалар.

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылаҙың дөйөм һаны 1 831 000 кеше тәшкил итә.

Миҙалдың тасуирламаһы

«Японияны еңгән өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән яһала. Миҙалдың диаметры — 32 мм. Теүәл түңәрәк формала.

Миҙалдың алғы яғында — Советтар Союзы Генералиссимусы И. В. Сталиндың билгә тиклемге уң профиль һүрәте. Өҫкө өлөшөндә , миҙал әйләнәһенә — «ЗА ПОБЕДУ НАД ЯПОНИЕЙ» яҙыуы.

Миҙалдың кире яғында — ике юлда яҙылған «3 СЕНТЯБРЯ 1945» датаһы, уның өҫтөндә биш осло йондоҙ.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың уртаһынан киң ҡыҙыл буй үтә, уның ике яғынан берешәр аҡ, ҡыҙыл буйҙар һәм берешәр тар ғына аҡ буй үтә. Таҫманың ситәре тар ғына һары төҫтәге буйҙар менән ҡаймаланған.

Иллюстрациялар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Виктор Григорьев За победу над Японией // Санкт-Петербургский коллекционер. — 2005. — № 4 (34). — С. 22.
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 134—135. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 83—84.

Һылтанмалар

Tags:

«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Тарихы«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Миҙал тураһындағы Положение«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Миҙалдың тасуирламаһы«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Иллюстрациялар«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Иҫкәрмәләр«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Әҙәбиәт«Японияны Еңгән Өсөн» Миҙалы Һылтанмалар«Японияны Еңгән Өсөн» МиҙалыСССР Юғары Советы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Лакин Капитон МихайловичХалҡым өсөн (Ш. Бабич)Йыланлы (утрау)Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыАкротири һәм ДекелияYouTubeАтомQR-кодУльтрафиолет нурланышКоморНурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улыБашҡорт телеАҙнай (Бишбүләк районы)Ғүмәров Вил Бәшир улыЭске яныулы двигательҠарға бутҡаһыЕңеү көнөДор ШабашевицБөйөк Ватан һуғышыЕңеш суҡыһыВикимилекСТСҺарыҡты кем ашаған?МиндешВикиөҙөмтәSkypeВенгрияЯрлылыҡМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаҺарытау өлкәһеАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыИкенсе донъя һуғышыЙогаҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыБеринг диңгеҙеНатрий карбонатыӘҙәби жанрҙарГрецияИстрополитана университетыКарл МарксВикиҮрге АвстрияКлеопатра VIIСәҙе буйы (йыр)Енси актРәсәй ФедерацияһыҠорбанғәлиевҺабан турғайыМәжит ҒафуриАдольф ГитлерНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)Төрки халыҡтарГәрәев Муса Ғайса улыАнна БобровскаяСәпсекҮлемҒайса (пәйғәмбәр)Ир енес ағзаһыlzi5c1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыСыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙыҺинд океанында Британия биләмәләре2004 йылЮл япрағыГазпром Нефтехим СалауатАмерика Ҡушма ШтаттарыҠобайыр🡆 More