Aliexpress

AliExpress — глобаль сауҙа майҙансығы, сит ил һатып алыусыларына ҠХР етештереүселәренең тауарҙарын һатып алыу мөмкинлеген бирә.

Alexa версияһы буйынса, сайт донъяла иң күп инелгән веб-ресурстар араһында 47-се урынды биләй, әммә шуның менән бергә ул Викимедия Фонды проекттарының глобаль спам-исемлегенә индерелгән. Майҙансыҡта тауарҙар ваҡлап һәм ваҡ күмәртә менән һатыла. Тауарҙар тураһында мәғлүмәт автоматик рәүештә төрлө телдәргә тәржемә ителә. Сервистың үҙенсәлеге шунда: һатыусы аҡсаны һатып алыусыға тауар барып еткәс кенә ала.

AliExpress
Тармаҡ электронная коммерция[d]
Логотип
Дәүләт Aliexpress Ҡытай
Хужаһы Alibaba Group
Баш компания (ойошма, предприятие) Alibaba Group
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ханчжоу[d], Ҡытай
Распространяется Google Play[d] һәм App Store[d]
Рәсми сайт aliexpress.com/index.html
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 69 182 һәм 56 100 ± 99
Aliexpress AliExpress Викимилектә

Тарихы

AliExpress 2010 йылда эш башлай. Тәүҙә был майҙансыҡ һатыу һәм һатып алыуҙар өсөн В2В өлкәһендә эшләй. Шунан һуң портал B2C, C2C, болот хисаплауҙары һәм түләү сервистарына тиклем киңәйә. Әле AliExpress инглиз, испан, голланд, француз, итальян, поляк, португал һәм урыҫ телдәрендә эшләй. Ниндәй илдә булыуына ҡарамаҫтан, клиенттар сайттың инглиз версияһында ошо телдәргә автоматик тәржемә аша хеҙмәтләндерелә.

Донъяла беренсе оффлайн шоу-рум AliExpress 2016 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә асыла.

AliExpress бөгөн

AliExpress — донъялағы иң популяр интернет-сайттарҙың береһе. Ресурс Ҡытай тауарҙарын сит илдәргә һатыуға тәғәйенләнгән. Alexa мәғлүмәттәре буйынса, сайтҡа инеүселәрҙең 21,8 проценты — Рәсәйҙән. Артабан инеүселәр һаны буйынса: Испания — 4,6 %, Бразилия — 4,5 %, АҠШ — 4,3 %, Польша — 3,2 %.

Милекселәре һәм етәкселәре

Alibaba Group компанияһына ҡарай, был компанияға, AliExpress’тан тыш, Ҡытайҙың Alibabа.com, Taobao.com һәм башҡа популяр ресурстары ла инә.

AliExpress Рәсәйҙә

TNS мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың ғинуарында AliExpress Рәсәйҙә иң популяр интернет-магазин була. Уның аудиторияһы 22,194 миллион кеше тәшкил итә.

AliExpress, башҡа сит ил интернет-магазиндары менән бер рәттән, Рәсәйҙең шундай уҡ йә оҡшаш тауарҙар менән, әммә ҙурыраҡ сығымдар күреп һәм юғарыраҡ өҫтәмәләр ҡуйып сауҙа иткән майҙансыҡтарына етди конкуренция хасил итә. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытҡа тиклем сит ил майҙансыҡтары Рәсәй һалымдарын һәм пошлиналарын түләмәй, һөҙөмтәлә, ил эсендәге көнәркәштәре алдында ҙур коммерция өҫтөнлөгөнә эйә була.

Ил эсендәге көнәркәштәре менән сағыштырғанда AliExpress тауарҙы адресатҡа еткереү йәһәтенән генә ҡалыша, әммә Рәсәйҙә ҡайһы бер тауарҙарҙы илтеү мөҙҙәтен бер-ике көнгә тиклем ҡыҫҡартҡан инфраструктура барлыҡҡа килгән һәм был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән отошло сара булып тора.

«Яндекс» «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» менән AliExpress араһында сик-ара сауҙа өсөн уртаҡ предприятие асыу мөмкинлеген ышаныслы түгел тип һанай.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Aliexpress ТарихыAliexpress AliExpress бөгөнAliexpress Милекселәре һәм етәкселәреAliexpress AliExpress РәсәйҙәAliexpress ИҫкәрмәләрAliexpressҠытай Халыҡ Республикаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Көньяҡ федераль округПедро IЧапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университетыЗигмунд ФрейдСингапур тарихыБиткойнЛатин телеВикикитапханаҺөтимәрҙәрВестминстер аббатлығыМахачҡалаРональд РейганҒәббәс IҠытай юанеСен-Мартен ( Франция биләмәһе)Баш битУкраина Совет Социалистик РеспубликаһыВикипедияБөйөк БританияМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Герой-ҡалаларБатиниҙарМичурин Вениамин НиколаевичҠаҙағстан райондары9 августАҠШ долларыThe BeatlesФилиппинГрейс КеллиВашингтонЗаһитова Алина Илназ ҡыҙыАмазонкаЕжов Николай ИвановичAmazon (компания)1925 йылХолокост17 ғинуарХорват телеЛыжичко Руслана СтепановнаҠояшШәриғәтЖитомир өлкәһеБритни Спирс1845 йылБөйөк Владимир кенәзлегеДоминика1758 йыл29 мартОктай РифатЛюляДжек НиколсонПакистан тарихыФашизмРәсәйҙә Граждандар һуғышыРигведаҒаиләБөтә Донъя СелтәреУэльсМәҙәни мираҫАлғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүУханьФутбол буйынса Франция йыйылма командаһы14 сентябрьЛюдовик XIПәйғәмбәрҙәр🡆 More