Өфө Фән Һәм Технологиялар Университеты

Өфө фән һәм технологиялар университеты (Өфө университеты) — Өфө ҡалаһында 1909 йылда нигеҙләнгән классик Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостандың иң боронғо вузы — 1932 йылда асылған, 2022 йылға тиклем иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән һәм 2021 йылда донъяның иң яҡшы вуздары рейтингында Рәсәй вуздары араһында 25-се урынды биләгән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү (ҡушыу) юлы менән ойошторолған юғары уҡыу йорто.

Өфө фән һәм технологиялар университеты
Өфө Фән Һәм Технологиялар Университеты
Асылған йылы

2022

Үҙгәртеп ҡоролған

Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү юлы менән

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

2022

Тип

Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы

Ректор

Захаров Вадим Петрович

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Фән Һәм Технологиялар Университеты Өфө- төп вуз;
Стәрлитамаҡ, Бөрө,
Сибай, Нефтекама,
Күмертау, Ишембай (филиалдар).

Юридик адресы

Рәсәй флагы Өфө, 450074, Зәки Вәлиди урамы, 32

Сайт

http://www.bashedu.ru http://башгу.рф

Тарихы

2021 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһындағы ике юғары уҡыу йортоноң — 1909 йылда нигеҙләнгән Башҡорт дәүләт университеты һәм 1932 йылда асылған Өфө дәүләт авиация техник университетының берләшәсәге тураһында билдәле була. 2021 йылдың 15 февралендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ике юғары уҡыу йортон берләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен һәм ғәмәлдән сығарылмауын белдерә: «Ҡарар ҡабул ителде, ул үтәлергә тейеш».

2021 йылдың 18 февралендә ике юғары уҡыу йорто берләшеү мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы үтә. 2021 йылдың апрелендә ике юғары уҡыу йортоноң ғилми советтары берләшеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

2021 йылдың авгусында яңы юғары уҡыу йортоноң исеме билдәле булды — «Өфө фән һәм технологиялар университеты». Ике юғары уҡыу йортон берләштереү менән бәйле республика «Өҫтөнлөк-2030» программаһының 1 миллиард һум күләмендәге федераль грантын алды. 100 миллион һум күләмендә төп грант Башҡорт дәүләт университетына 2021 йылдың октябрендә тапшырылды, БашДУ шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 142 миллион һумлыҡ грант алды.

2022 йылдың ғинуарында республика буласаҡ Өфө университетына 200 миллион һум аҡса бүлде – был ӨДНТУ һәм буласаҡ Өфө университеты студенттарына грант итеп тәғәйенләнгән.

Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрының 2022 йылдың 8 июлендәге 644-се бойороғо менән Өфөнөң ике вузы — Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын үҙгәртеп ҡорола (берләштерелә). Бойороҡҡа ярашлы Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Бөрө, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Күмертау ҡалаларындағы филиалдары яңы асылған Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдарына әүерелә.

2022 йылда уҡырға инеп, Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаусылар дипломдарында ике вуз күрһәтеләсәк — «Башҡорт дәүләт университетына йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән һәм Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған».

2022 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын үҙгәртеп ҡороу (ҡушыу) тамамланды — Өфө фән һәм технологиялар университеты Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелде, уның етәксеһе итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде.

Университет ваҡытлы матбуғатта

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Өфө Фән Һәм Технологиялар Университеты ТарихыӨфө Фән Һәм Технологиялар Университеты Университет ваҡытлы матбуғаттаӨфө Фән Һәм Технологиялар Университеты ИҫкәрмәләрӨфө Фән Һәм Технологиялар Университеты ҺылтанмаларӨфө Фән Һәм Технологиялар УниверситетыБашҡорт дәүләт университетыБашҡортостанӨфөӨфө дәүләт авиация техник университеты

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

28 февраль25 мартГазҠораллы КөстәрХәбиров Фәрит Барый улыБанкнотаКислородМәҙрәсәҠош юлыАрыҫлан петроглифтарыДанияИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыБашҡорттар2012 йылАсыу тәлгәштәреЖан РасинҠошсоМәскәүСовет Социалистик Республикалар СоюзыДиңгеҙ буйы крайыПортугалияЯпония112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыХижәзПономарёв Руслан ОлеговичСиләбе өлкәһеМалайзияАвстралияСыйырсыҡҒәйнә24 февраль2020 йыл20 мартВикикитапханаXMLМәғрифәтселек дәүере14 октябрьТултырыусыОрёл өлкәһеБейсболБүреләр (рок төркөмө)Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыБәшмәктәрУрду теле2009 йылВашингтон МонументыИсландияҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүКесаҙнаҒабдулла ТуҡайФерменттарХәйбуллин Ишморат Нәзир улыИорданияБахрейнХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыКарфагенСәсәнБиблияБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыБөрйән районы3 октябрьҠушма һөйләмДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыАһалтәкә атыОҙон көй🡆 More