Әһле Әс-Сүффа

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әһле әс-сүффа (ғәр. أهل الصفة؛ أصحاب الصفة‎, рус. Ахль Ас-суффа или асхаб Ас-суффа) — урындыҡ кешеләре йәки лапаҫ кешеләре)- Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ярлы көрәштәштәре. Уларҙың Мәҙинәлә һыйыныр урыны булмай һәм Пәйғәмбәр мәсетенең лапаҫында йәшәйҙәр. Әһле әс-сүффа араһынан йәмғеһе 93 кешенең исеме билдәле, шул уҡ ваҡытта мәсеттә бер юлы 30-ҙан артыҡ кеше йәшәмәй. «Лапаҫ кешеләре» араһында Мөхәммәтте (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) күреү маҡсаты менән Мәҙинәгә килгән юлсылар ҙа була.

Әһле Әс-Сүффа
Пәйғәмбәр Мәсете, 1908 йыл

Тарихы

Мөхәммәт пәйғәмбәр, (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) иғәнәләрҙең бер өлөшөн биреп һәм уларға дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса түләп, «лапаҫ кешеләре» хаҡында хәстәрлек күргән. Өҙлөкһөҙ доға һәм ураҙа тотоуҙан тыш, әс-сүффа әһелдәре уҡыу-яҙыуҙан тыш хәҙистәрҙе лә ныҡлап өйрәнә. Уларҙың уҡытыусылары араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ибн Мәсуд, Әбү ад-Дәрдә, Ғөбәй ибн Ҡаб, Муаз ибн Жәбәл һәм Убада ибн әс-Сәмит кеүек күренекле көрәштәштәре була. Мосолмандар фекеренсә, әс-сүффа әһелдәре тәүге мосолман уҡыу йортона (мәҙрәсә) нигеҙ һалған..

«Лапаҫ кешеләре» араһында хәҙистәрҙең билдәле тапшырыусылары бар (Әбү Һөрәйрә, Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр һәм Әбү Сәйет әл-Худри), беренсе мәзиндәр (Биләл һәм Ғабдуллаһ бин Өммө Мәктүм) һәм Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) башҡа көрәштәштәре була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Большаков О. Г. Ахл ас-суффа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 30. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Асхаб ас-суффа // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ahl al-Ṣuffa / Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Tags:

Ислам тарихы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыКәкүк (мифологияла)Ханты-Манси автономиялы округы — ЮграКүсемһеҙ мөлкәтИҫке славян телеИзраиль23 апрельАсыу тәлгәштәреМикрокредитлауКомикс28 февральНазар НәжмиОло Алаҡай күленең таш палаткаларыКәкүкПрограммалау телеПортугалияМәскәү өлкәһеҠарға бутҡаһыОперацион система20 апрельXVIII быуатИр енес ағзаһыСифат26 апрельАд-Духә сүрәһе1992 йылАсылыкүлБерлинМоро ислам азат итеү фронтыГамеланЛатин телеРәсәй ФедерацияһыЭль-Ниньо2020 йылБашҡорт балыҒаләмСалауат ЮлаевЯнцзыКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыЙәйәләрҠара гөбөргәйелСиләбе өлкәһеБәшмәктәрКүбәләк (ырыу)Бөйөк Ватан һуғышыХрущёв Никита Сергеевич2017 йылМайЗәғифлекСалауат Юлаев музейыФранц Петер Шуберт«Аждаһа» (шиғыр)3 октябрьМетаболизм5 февральЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыМостай КәримДонъя финанс баҙарыБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыТөмән өлкәһеСыуаш милли кейемеИхтиандрБөтә донъя мираҫыБернсдорф (район Цвиккау)Бүреләр (рок төркөмө)27 мартТәкәләр (ырыу)Һүҙ төркөмдәреНаполеон IИмам майҙаныКаракасИлАҡмулла🡆 More