Әлшәй Районы

Әлшәй районы (рус. Альшеевский район) — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 км².

Әлшәй районы районы
рус. Альшеевский район
Әлшәй Районы Әлшәй Районы
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 25 ауыл биләмәһе  104 тораҡ пункт
Административ үҙәге Раевка (Әлшәй районы)
Ойошторолған 1935 йылдың
Хакимиәт башлығы Мостафин Дамир Радик улы
Майҙаны 2415 км²
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 202 000 000
Сайт http://www.alshei.ru/
Әлшәй Районы

Биләмәһенә элекке (2008 йылға тиклемге) өс ҡасаба (Раевка, Аксён, Шафран) һәм 104 ауыл инә. Халҡы 44,2 мең кеше (2010), шул иҫәптән Район үҙәге Раевкала 18,3 мең кеше, Шафранда — 3,1, Аксёнда — 1,2 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 20 кеше. Күпселеге башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар.

Географияһы

Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ята, көньяҡ сите Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, ҡалған өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге буйлап һуҙыла. Дим менән Сәрмәсән аҡҡан уйһыулыҡ Дим-Сәрмәсән дала коридоры тип атала. Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер күберәк. Ландшафт даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шуның 72,5 проценты ҡасандыр һөрөлгән майҙандар. Ерҙәр һыу, һыу менән ел эрозияһы һәм саң бурандарынан боҙола.

Ҙур булмаған (Раевканы иҫәпләмәгәндә) Балҡан, Асҡар, Шафран, Каменка, Аксен, Черниговка нефть ятҡылыҡтары табылған. Төҙөлөш материалдары: эзбизташ (Әүрез, Шафран), ҡыҙыл балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш, Иҙрис), ҡом (Иҫке Сәпәш), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Һарыш) ятҡылыҡтары бар. Дим йылғаһының туғайҙарында торф һаҙлыҡтары байтаҡ. Аксен лесничествоһында, Димдең туғайҙарында дарыу үҫәмлектәр һаҡлау буйынса заказниктар ойошторолған.

Иҡтисады

Әлшәй районы — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы. Нефть ятҡылыҡтарын «Аксаковнефть» НГДУ-һы үҙләштергән. Раевкала шәкәр, йәшелсә консервалау, ҡатнаш аҙыҡ, май заводтары, ит комбинаты, тирмән, ремонт-техник предприятиелары эшләгән. Төҙөлөш материалдары, асфальт-бетон етештереүсе район әһәмиәтендәге предприятиелар булған.

Бөртөклөләрҙән иген үҫтереү хужалығы үҫешкән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Традицион тармаҡтар: ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡысылыҡ, умартасылыҡ.

Транспорт

Районды Силәбе —Өфө — Һамар т. юлы һәм Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ- Миәкә, Раевка — Стәрлетамаҡ автомоб. юлдары киҫеп үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, Аксен ауыл хужалығы техникумы, Раевка һәм Шафран ПУ-лары, 33 дөйөм китапхана, 43 клуб учреждениеһы, 6 дауахана бар, климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы А. П. Чехов исемендәге һәм «Шафран» шифаханалары эшләй.

Урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә «Альшеевские вести» гәзите сыға.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Халыҡ иҫәбе
200220082009201020122013201420152016
48 39843 89344 38443 64742 45441 55140 74739 88039 442

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, халыҡ һаны түбәндәгесә тәшкил итәсәк:

  • 2024 — 36,72 мең кеше
  • 2035 — 32,04 мең кеше
    Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (39,3 %), татарҙар 32,4 % рустар 22,7 %, украиндар 2,5 %, сыуаштар 1,6 %, б-тән милләттәр 1,5 % тәшкил итә.

Билдәле шәхестәре

  • Мостафин Дамир Радик улы (18 сентябрь 1959 йыл) — 1993-1996 йылдарҙа Ташлы урта мәктәп директоры, 1996 йылда Ташлы ауыл советы хакимиәте Башлығы, 1998-2001 йылдарҙа — «Союз» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе. 2001 йылда «Ташлы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, 2001-2004 йылдарҙа — Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары. 2004 йылда Әлшәй район Советы секретары, 2004-2005 йылдарҙа — Әлшәй районы хакимиәте башлығы, 2006-2020 йылдарҙа - Әлшәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
  • Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (25.12.1925—23.04.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Үрнәк ауылынан.
  • Нурия Абдуллина (15.03.1957), үҙешмәкәр йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Баязит ауылынан.
  • Бобрик Борис Фёдорович (11.07.1933—21.07.2013), хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
  • Голиков Владимир Дмитриевич (3.02.1939), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Аксёнов ауылынан.
  • Муллағәлиева Земфира Мөхәррәм ҡыҙы (9.10.1947), шағир. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Хәнйәр ауылынан.
  • Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (21.01.1959), график. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Раевка ауылынан.
  • Сахно Зинаида Андреевна (18.09.1938—7.02.2008), театр рәссамы. 1977 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре, 1980 йылдан — Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Николаевка ауылынан.
  • Розалиә Солтангәрәева (28.03.1955), башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991). Яңы Сәпәш ауылынан.
  • Әйүпов Хәмит Вәли улы (15.01.1914—26.03.1987), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Гәйнәямаҡ‎ ауылынан.
  • Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16.12.1948), комсомол, партия, хужалыҡ, банк һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы. Раевка ауылынан(2010).
  • Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10.09.1948), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015), журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСР-ҙың (артабан Рәсәй Федерацияһының) 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).
  • Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы (28 июнь 1985 йыл) — Рәсәйҙең билдәле спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командалары составында донъя һәм 2 тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр Донъя кубогын яулаусы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы, Рәсәй телеканалдарында (НТВ, НТВ+, Россия-2, ТНТ һ.б.) төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙар алып барыусы.

Сайтта

  • Әлшәй районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Әлшәй Районы  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Tags:

Әлшәй Районы ГеографияһыӘлшәй Районы ИҡтисадыӘлшәй Районы ТранспортӘлшәй Районы Социаль-мәҙәни өлкәӘлшәй Районы Халыҡ һаныӘлшәй Районы Билдәле шәхестәреӘлшәй Районы СайттаӘлшәй Районы ИҫкәрмәләрӘлшәй Районы ҺылтанмаларӘлшәй Районы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Эрзә телеГерманияБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыБашҡорт шәжәрәһеХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөНоябрьАстрономияКәкүкСайтСанъяров Фәнзил Бүләк улыКарл ЛиннейЭкологияӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыИнглиз телеБронза быуатыНазар НәжмиТанзиматФранцияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыФашизмБашҡорт алфавитыСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Каспаров Гарри КимовичОтто фон БисмаркБерлинҺарыҡты кем ашаған?ВикиЯнышев Фәнис Фәтих улыРун яҙмаһыАтлантик океанГлобаль йылыныуТөмән өлкәһеКислородБашҡорт балыҺүҙбәйләнеш25 апрельБейсболГазпром Нефтехим СалауатТәбиғәтКонституцион монархияТанзанияҺарытауАлмаш (һүҙ төркөмө)Америка Самоаһы112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыАуылҮҫемлектәрТау эшеӘрмәнстанБатицкий Павел ФёдоровичМакроиҡтисад2006 йылХисамов Ғәлим Афзал улы6 ноябрьГазУйынсыҡБөйөк Ватан һуғышыҠытайҙағы мәҙәни инҡилапВоронеж өлкәһеАсылыкүлАдольф ГитлерЗакир ҺаҙыйТверь өлкәһе28 февральАвтомобильЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты🡆 More