Шаһиншаһ

Шаһиншаһ йәки шаханшаһ (бор.

фарсы 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹 𐏐 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹𐎴𐎠𐎶 xšāyaθiya xšāyaθiyānām, пехл. šāhān šāh, фарсы شاهنشاه‎, [shāhanshāh] «батшаларҙың батшаһы») — боронғо фарсы (мидий сығышлы, Әһәмәниҙәр үҙләштергән), һуңыраҡ яҡынса европа император титулына тап килгән иран монархия титулы. Титуллау — Император Ғәли йәнәптәре.

Шаһиншаһ
* бор. фарсы xšāyaθiya xšāyaθiyānām
Шаһиншаһ
Иран шаһиншаһының империя гербы
Вазифала

Иран Иран

Һайлана

нәҫел буйынса

Вәкәләт мөҙҙәте

ғүмерлек

Тасуирламаһы

Титул тәүге тапҡыр Сәсәниҙәр династияһы Иран хакимдары тарафынан ҡабул ителә, ләкин ул Әһәмәниҙәр «xšāyaθiya xšāyaθiyānām» заманына барып тоташа, шуның өсөн Иранда Әһәмәни батшаһы Бөйөк Кир II-не беренсе шаһ тип атайҙар. Әһәмәниҙәр һәм Сәсәниҙәрҙән тыш, б.э.т. II быуаттан башлап «батшаларҙың батшаһы» титулын Аршакидтар династияһынан Парфия идарасылары йөрөткән.

Дөйөм алғанда, титулды, ҡайһы бер өҙөклөктәр менән, 2500 йыл дауамында файҙаланғандар. Ирандың һуңғы шаһаншаһы 1979 йылда ислам революцияһы ваҡытында ҡолатылған Мөхәммәт Риза Пәхләүи була. Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең улын Иран монархистары законлы шаһиншаһ тип һанай.

Рус телендәге әҙәбиәттә, һүҙ Фарсы иле хаҡында барһа, шаһиншаһ титулы, ғәҙәттә, «батшаларҙың батшаһы» тип тәржемә ителә, бөгөнгө Иран тураһында һүҙ барғанда, тәржемә ителмәй.

Сәсәниҙәрҙе еңгәндән һуң, византия императоры Ираклий I шундай уҡ мәғәнәгә эйә — Басилевс Басилеон — грек титулын ҡабул иткән.

Әһәмәниҙәрҙән һуң титул йөрөткән династиялар

Династия Дәүләт Идара йылдары
Аршакиҙар Аряншаһр б. э. т. 170 — б. э. 226
Шаһиншаһ  Арташесиҙар Шаһиншаһ  Бөйөк Әрмәнстан б. э. 88 — б. э. 1
Шаһиншаһ  Сәсәниҙәр Шаһиншаһ  Эраншаһр 226—651
Шаһиншаһ  Багратидтар Шаһиншаһ  Әрмәнстан 921—1045
Шаһиншаһ  Багратиондар Ҡалып:Флагификация/Грузинское царство 1124—1490
Бувайхидтар Ираҡ һәм Иран 932—1062
Һүләкүләр Һүләкүләр дәүләте
Баһарлы Ҡара Ҡуйлылар
Баяндурҙар Аҡ Ҡуйлылар
Сәфәүиҙәр Шаһиншаһ  Сәфәүи Ираны 1501—1794
Шаһиншаһ  Бабуриды Шаһиншаһ  Бөйөк Моголдар империяһы 1526—1858
Әфшариҙар Шаһиншаһ  Әфшариҙар Ираны 1736—1795
Зәндтәр Шаһиншаһ  Иран 1782—1794
Шаһиншаһ  Ҡажарҙар Шаһиншаһ  Иң юғары Иран дәүләте 1796—1925
Шаһиншаһ  Пәхләүи Шаһиншаһ  Шаһаншаһ Дәүләте Иран 1925—1979

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Фарсы батшалары

Иҫкәрмәләр

  • Georgia in the XI—XII centuries = საქართველო XI—XII საუკუნეებში / Mariam Lortkipanidze ; Editor: George B.Hewitt

  • претендовали до 1943
  • Һылтанмалар

    Шаһиншаһ 
    Викиһүҙлек логотипы
    Викиһүҙлектә «шахиншах» мәҡәләһе бар

    Ҡалып:Шахиншахи Ирана Ҡалып:Ближневосточные титулы

    Tags:

    Шаһиншаһ ТасуирламаһыШаһиншаһ Әһәмәниҙәрҙән һуң титул йөрөткән династияларШаһиншаһ Шулай уҡ ҡарағыҙШаһиншаһ ИҫкәрмәләрШаһиншаһ ҺылтанмаларШаһиншаһИмператорИранУрта фарсы телеХалыҡ-ара фонетик алфавитӘһәмәниҙәр

    🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

    ГерманияГеорг Вильгельм Фридрих ГегельЯлан кантоныКесаҙнаЙәйәләрБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыНазар НәжмиАпрельҠытайҙағы мәҙәни инҡилапМайХәсән НазарДжордано БруноНаполеон IҠушма һөйләмОкеанияАмерика Ҡушма ШтаттарыВикипедияНидерланд телеМостай КәримМәскәүМәғрифәтселек дәүереВенгрҙарАтлантик океанХанты-Манси автономиялы округы — ЮграДжимми УэйлсБикбаев Рауил Төхфәт улыЕрҺүҙ төркөмдәреУрду телеЛос-АнджелесПортугалияТөҙөлөшБашҡортостан байрамдарыЭль-НиньоНефтьГренландияБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыНилГалилео ГалилейСифат1922 йылФранцияИсламда фәрештә27 мартТәкәләр (ырыу)Килеш26 майАрхеологияТалха ҒиниәтуллинҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрИслам тарихыХисамов Ғәлим Афзал улыУрал тауҙарыБатырша12 сентябрьҠадир ДаянӘстәғәфируллаһЯнцзыНоябрьХуннуҙар (Һуннуҙар)Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)🡆 More