Фишер Карл Андреевич

Карл Андреевич Фишер (1859 — 1923 йылдан һуң, Мәскәү) — билдәле фотограф, Пруссия подданныйы; Мәскәүҙәге «К.Фишер, бывшая Дьяговченко» тип аталған иң эре фотография төшөрөү оҫтаханалары хужаһы.

Мәскәү сәнғәт яратыусылар йәмғиәте ағзаһы (1893), Рәсәй фотографик йәмғиәтен ойоштороусыларының береһе һәм уның ағзаһы (1894), Рус нәшер эше эшмәкәрҙәре йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе советы ағзаһы (19051908).

Фишер Карл Андреевич
нем. Karl August Fischer
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Фишер Карл Андреевич Пруссия
Тыуған көнө 1859
Вафат булған көнө иртәрәк1924
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө фотограф
Эшмәкәрлек төрө фотография
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Karl Fischer
Фишер Карл Андреевич Фишер Карл Андреевич Викимилектә
Фишер Карл Андреевич
Йәйләүҙә 1870-се йылдар. Автор К. Фишер
Фишер Карл Андреевич
Йәйләүҙә 1870-се йылдар. Автор К. Фишер


Биографияһынан

Фишер Карл Андреевич 
Ырымбур башҡорттары. 1870-се йылдар. К. Фишер фотоһы

Һөнәри нигеҙҙә фотограф эшмәкәрлеген Карл Фишер 1878 йылда Ырымбурҙа башлай. 1889 «И. Дьяговченко Һарай фотографияһы дауамсыһы» булып китә. Был эш уға мәрхүм булған Дьяговченконың ҡатыны Матрёна Яковлевнанан күсә. Күпмелер ваҡыттан оҫтахана «Фотография К. А. Фишера, бывшая И. Дьяговченко» тип атала башлай, күрәһең К. Фишер ательены бөтөнләй һатып алғандыр.

1892 йылдан «император театрҙары фотографы» булып китә, ижад оҫталығы артабанғы үҫеш алыуы ике тиҫтә йыл дауам итә.

1894 йылда Мәскәүҙә Рәсәй фотографик йәмғиәтенә (РФЙ) нигеҙ һалына. К. Фишер ойоштороусыларҙың береһе була, ә һуңғараҡ рәйесе (18981907) итеп һайлана, РФЙ-нең почетлы ағзаһы исеменә лайыҡ була (1907).

Октябрь революцияһынан һуң К.А. Фишер эшләүен дауам итә, тик ателье ябыла. Һуңғы тапҡыр Карл Андреевич тураһында 1923 йылда телгә алынған, шул йылы ул бөйөк драматургтың һәйкәл проекты өсөн Рәсәй скульпторы Голубкина Анна Семеновнаға А. Н. Островскийҙың үҙендә һаҡланған фотоларын биргән.

К. Фишерҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

К. А. Фишерҙың эшмәкәрлеге

1892 йылда Фишер хеҙмәт күрһәтеү ассортиментын киңәйтә, «төрлө баҫмалар өсөн» фототипия, цинкография һәм фотолитография ысулдарын ҡуллана. Фотография ательеһында М. А. Сахаров, В. И. Улитин, Д. Р. Вассерман, М. А. Бартошевич, ретушёры К. К. Краузе, А. Т. Трофимов һәм башҡалар эшләй.

К. Фишер һәм уның хеҙмәткәрҙәре XIX—XX быуаттың бик күп рус мәҙәниәте эшмәкәрҙәре портреттарын төшөрә һәм галереяһын булдыра. Третьяков галереяһы менән хеҙмәттәшлек итә, спектаклдәрҙе төшөрә.

Фишер ательеһы даими рәүештә Мәскәүҙәге Император археологик йәмғиәте өсөн дә уларҙың башҡарған эштәрен фотоларҙа тарихҡа теркәп ҡалдырған.

Карл Андреевия фотография өлкәһендә күп күренештәргә башланғыс һала - каталогтар, открыткалар, альбомдар сығара, журналдарҙа баҫыла, хроникала сағылдыра. Л. Н. Толстойҙың вафатынан һуң уның тураһында бер нисә фототипик альбом нәшер итә.

Ателье егерме йылдан ашыу эшләп, 1915 йылда ябыла.

К.А. Фишер фотоларында башҡорттар

Ырымбурҙа йәшәгән осоронда Карл Андреевич Фишер башҡорттарҙың көнкүрешен, антропологик портреттарын фотоға төшөрөп, тарих өсөн баһалап бөткөһөҙ мираҫ ҡалдырған.

Ырымбурҙағы тәүге профессиональ фотографтарҙың береһе Карл Андреевич Фишерҙың эшмәкәрлеге өсөн бер ниндәй сикләү һәм конкуренция булмаған. Бөтә ҡорамалдарын һәм материалдарын ул сит илдәрҙән, башлыса Германиянан алдырған.

Фотограф көнкүреште генә төшөрөү менән сикләнмәгән, ҡорғандарҙы ҡаҙыуҙа ҡатнашҡан, Ырымбурҙа йәшәгән кешеләрҙең йөҙ-ҡиәфәттәре коллекцияһын туплаған. 1882 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Рәсәй фотография күргәҙмәһендә 1000 ашыу "инородец" фототипияһын күрһәтә. 1912 йылда «Вестник фотографий» журналы былай тип яҙа: «коллекция эта содержит около 1000 съемок башкир и киргизов от 5-летнего до старческого возраста и представляет большой этнографический и антропологический интерес. < > К.А. Фишер принес её в дар Московскому Политехническому музею, где она находится в распоряжении профессора Д.Н. Анучина».

К.А. Фишерҙең фото коллекцияһы күргәҙмәнең алтын миҙалына лайыҡ була. Уның археологик коллекцияһы Мәскәү Тарихи музейында һаҡлана



Башҡорт антропологияһы буйынса фотолары

Әҙәбиәт

Исковский А. Е. Карл Фишер. Фотограф в Оренбурге. — Оренбург: ООО "Издательство «Оренбургская книга», 2015. — 128 с., ил. ISBN 978-5-94529-053-2

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Фишер Карл Андреевич БиографияһынанФишер Карл Андреевич К. А. Фишерҙың эшмәкәрлегеФишер Карл Андреевич К.А. Фишер фотоларында башҡорттарФишер Карл Андреевич Башҡорт антропологияһы буйынса фотоларыФишер Карл Андреевич ӘҙәбиәтФишер Карл Андреевич ИҫкәрмәләрФишер Карл Андреевич ҺылтанмаларФишер Карл Андреевич185918931894190519081923МәскәүПруссияФотография

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ВикиТимеров Азамат Камил улыИзраильШафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыБраузерӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыЛатвияУрал батырМоллюскыларМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыКәкүк (мифологияла)Аҡбулат мәмерйәһеАбдразаҡов Асҡар Әмир улыВикимедиа фондыxiaomiYouTubeДәүләтНинтендо уйын картаһыҒабдулла ТуҡайТел (лингвистика)Башҡорт ир-ат исемдәреМәскәүИспанияБашҡорт халыҡ йырҙары25 ғинуарБүләков Динис Мөҙәрис улыҠаҙ өмәһеЭтанолКөсТуғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙыҺыуһарДания баш ҡала төбәгеЯрмуллин Азат Шакирйән улыБашҡорт теленең морфологияһыЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыQR-кодҺиндостанБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыXIX быуатБактерияларҠытай телеХәйбуллин Ишморат Нәзир улыАрхаизмдарҠатын-ҡыҙ түшеАлиев Илһам Гейдар оғлыСаз (музыка ҡоралы)НеодимЭтПариж«Герой әсә» орденыБатанов Бәхетғәлей НиколаевичЭнциклопедияШәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы13 октябрь2020 йылХәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)ХристианлыҡӘл-БируниЭлектр тиҫкәрелекҠушма һөйләмХалҡым өсөн (Ш. Бабич)3 октябрьҺүҙбәйләнешШүлгәнташЗат (грамматик категория)ЯһаҡТалха Ғиниәтуллин🡆 More