Учалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты асыҡ акционерҙар йәмғиәте — баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, шулай уҡ алтын һәм көмөш етештереүсе предприятие, Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһында урынлашҡан.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Тармаҡ тау эше
Нигеҙләү датаһы 1961
Дәүләт Учалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Учалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Продукция Баҡыр
Рәсми сайт ugok.ru/ru/

Тарих

Учалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты 
Үҙ йылға руднигы, Межозёрный ҡасабаһы.

1968 йылдын 13 мартында байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сираты сафҡа индерелә.

1968 йылдын 31 декабрендә «Төҙөлөүсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһы тураһында» СССР-ҙың төҫлө метталургия министрлығының бойроғо сыға.

1990-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошманың акцияларын Урал тау-металлургия компанияһына һата. («Урал тау-металлургия компанияһы» холдингы — Екатеринбургтағы компания, ойоштороусыларының береһе, президенты һәм директорҙар советы рәйесе Искәндәр Мәхмудов, генераль директоры Андрей Козицин).

Башҡортостанда Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән дүрт ҙур предприятие: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәттәре, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә урынлашҡан Кесе Учалы күле юҡҡа сыға. Ул комбинаттың ҡалдыҡтарын һаҡлағыс булып тора.

Учалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты 
Комбинат идаралығы янында «Таусы» һәйкәле

Структураһы

  1. Учалы ер аҫты руднигы
  2. Байыҡтырыу фабрикаһы
  3. Үҙйылға руднигы (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы Межозёрный ҡасабаһында урынлашҡан)
  4. «Горняк» хоккей командаһы
  5. «Горняк» футбол командаһы
  6. Санаторий-шифахана
  7. «Яшма» ҡунаҡханаһы
  8. «Горняк» спорт-техник клубы
  9. АТП
  10. Сибай филиалы һ. б.

Етештереү

2011 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етештергән — баҡыр — 62 364,3 тн; — цинк — 109 690,8 тн.;

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етештергән: — баҡыр −20029,9 тн.; — цинк −1855,9 тн.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары Силәбе цинк заводында эшкәртелә.

Етәкселәр

  1. 1974—1989 Беляев Михаил Андреевич
  2. 1998—2010 Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы. Ойошма тарихында Учалы районында тыуған беренсе етәксе.
  3. 2010 — июнь 2012 Маннанов Рәшит Шәүкәт улы
  4. 06.2012 йылдан Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәфҡәт улы, директорҙар советы рәйесе И. Г. Кудряшкин

Билдәле хеҙмәткәрҙәр

Йөк тейәп ебәреү пункттары

Учалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты 
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 2ТЭ116-1106 тепловозы Рудная станцияһынан цинк-баҡыр концентраты ташый

Комбинат руданы 3 станция аша (Комбинатская, Рудная, Межозерная) артабан эшкәртеүгә ебәрә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Учалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты ТарихУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты СтруктураһыУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты ЕтештереүУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты ЕтәкселәрУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты Билдәле хеҙмәткәрҙәрУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты Йөк тейәп ебәреү пункттарыУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты ИҫкәрмәләрУчалы Тау-Байыҡтырыу Комбинаты ҺылтанмаларУчалы Тау-Байыҡтырыу КомбинатыАлтынБашҡортостан РеспубликаһыБаҡырКөкөртКөмөшУчалыЦинк

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Һунарсы башҡортЭлвис ПреслиАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыАльвин МитташЙәнекәев Рифҡәт Сәлих улыМова нановаҒүмәров Вил Бәшир улыБөтә донъя татарҙар конгресыВаҡытБайдин Николай АнатольевичАхыры заманХисамов Ғәлим Афзал улыҺессенАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеҺарыҡБерлинЭстонияла исламЙосопов Тимербай Йосоп улыМиҙиәкМәсетлеҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыБөтһөн империализм һуғышыСолтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙыХәрби антРәүешКарман һыҙатыЛазерСергей Ковалёв (йүнсел)Шығай (Силәбе өлкәһе)ТицианШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыХөсәйенбәк кәшәнәһеҠотдосВикиМиокард инфарктыТауыҡЕвропа тарихыБоланАҙнай (Бишбүләк районы)АфғанстанМәскәү дәүләт университетыАнтонов Алексей ИннокентьевичМарко ПолоИшҡолАдольф Гитлер1804 йылЕкатерина IIҠытай Халыҡ РеспубликаһыМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыШүрәлеҠара гөбөргәйелСалауат Юлаев музейыАзимов АйзекБашҡорт балыЭль-НиньоИнтернетПолина ВиардоҰРязанский Сергей Николаевич🡆 More