Украина географияһы — илдәрҙе өйрәнеүсе фәндең бер өлөшө, ул Украина сиктәрендәге тәбиғәт шарттарын һәм йәмғиәттең территориаль ойошторолоуын өйрәнә.
Уның төп бүлектәре булып Украинаның физик һәм социаль-экономик географияһы тора.
Украина географияһы | |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Регион | Көнсығыш Европа |
Координаталар | 49°00'с.ш., 32°00'в.д. |
Майҙаны |
|
Яр буйы оҙонлоғо | 2 782 км |
Сиктәре | 6999,982 км Россия: 2302,04 км |
Иң юғары нөктә | 2 061 м (Говерла) |
Иң түбән нөктә | —5 м (Куяльницкий лиман) |
Иң ҙур йылға | Днепр (1 121 км) |
Иң ҙур күл | Ялпуг (149 км²) |
Украинаның майҙаны — 603,549 (де-юре) / 576,604 (де-факто) тыс. км².
Ҡоро ер сиктәренең оҙонлоғо — 5643,982 км.
Диңгеҙ сиктәренең оҙонлоғо — 1355 км (Ҡара диңгеҙ буйлап — 1056,5 км; Азов диңгеҙе буйлап- 249,5 км; Керчь ҡултығы буйлап— 49 км).
Оҙонлоғо: көнбайыштан көнсығышҡа — 1316 км, төньяҡтан көньяҡҡа — 893 км.
Сиктәге нөктәләр: төньяҡта Чернигов өлкәһенең Гремяч ауылы, көньяҡта — Одесса өлкәһенең Вилково ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа 23 км-ҙа урынлашҡан Дунай дельтаһындағы нөктә (фактик контролдә тотолған территория сиктәрендә) / Ҡырым АР Сарыч мороно (иғлан ителгән территория сиктәрендә), көнбайышта — Карпат арты өлкәһенең Чоп ҡалаһы , көнсығышта — Луганск өлкәһе Червоная Зирка ауылы.
Күрше дәүләттәр (ҡоро ер буйынан): көньяҡ-көнбайышта - Румыния, Молдова, көнбайышта - Венгрия, Словакия, Польша, төньяҡта - Беларусь, төньяҡ-көнсығышында һәм көнсығышында Рәсәй.
Бөтөн илдең климаты уртаса-континенталь тип баһалана
Яуым-төшөмдөң йыллыҡ һаны: тигеҙлектә — 300—700 мм, Украин Карпаттарында — 1500 мм-ҙан артығыраҡ.
Һауа температураһы: һауаның уртаса күп йыллыҡ температураһы: ғинуарҙың −1…-6 °C, июлдең +18…+23 °C.
Украина территорияһындағы оҙонлоғо, км:
Майҙаны буйынса, км²:
Күлдәр:
Бейеклек буйынса, диңгеҙ кимәленән м-ҙа:
Украина Карпаттары:
Һоверла 2060,8 м[9]
Бребенескуль 2035,8 м[9]
Ҡара Тау 2020,2 м[9]
Петрос 2020,2 м[10]
Гутин Томнатек 2016,4 м[9]
Ребра 2001,1 м[9]
Илдең тигеҙ ерендә иң бейек тау булып Берда тауы (515 м) һанала, тигеҙлектең уң яҡ ярындағы иң бейек нөктәһе — Мечетная ҡәберлеге (367,1).
Хәҙерге моментта Украина территорияһында космик есемдәрҙең төшөүе арҡаһында барлыҡҡа килгән һигеҙ кратер табылған. Ильинецкий кратерынан башҡалары, барыһы ла, күмелгән хәлдә, йәғни ҡалын ултырма тоҡомдар аҫтында ҡалған, һәм улар скважина керндары аша билдәләнгән һәм өйрәнелгән.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Украина географияһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.