Томирис

Томирис (грек.

фарсы Tahm-Rayiš, б.э. тиклем 570—520 йй) — (бор. грек. βασίλεια) массагет, тикшеренеүселәр фекере буйынса, скиф күсмә халҡының батшабикәһе.

Томирис
Томирис
массагеттар батшабикәһе
 
Тыуған: Б. э. т. VI быуат
Үҙәк Азия, Массагеты[d]
Үлгән: Б. э. т. VI быуат
Үҙәк Азия, Массагеты[d]
Балалары: Спаргапис[d]

Тарихы

Ҡайһы бер тикшереүселәр фекеренсә, батшабикә Томирис (бор. грек. Τομύρι) һәм уның улы Спаргапис (бор. грек. Σπαργαπίσης) исемдәре фарсы сығышлы, икенселәре әйтеүенсә, Томирис батшабикәнең улының исеме скиф батшаһы Скаргаписты хәтерләтә. Исемдәр оҡшашлығын скиф һәм массагет иран ҡәбиләләренең яҡынлығы менән аңлатырға була.

Массагеттар, Томирис батшабикә, уның фарсы батшаһы Бөйөк Кир II ғәскәрен еңеүе тураһындағы тәүге яҙмаларҙы Геродот был ваҡиғаларҙан йөҙ йыл үткәс теркәй. Томиристың Кирҙы еңеүе тураһындағы тарих антик дәүерҙә киң билдәле була һәм легендаға әйләнә; антик осорҙоң Страбон, Полиэн, Кассиодор һәм Иордан кеүек яҙыусылары ла был турала яҙа.

Геродот хәбәр итеүенсә, Кир Аракс йылғаһын кисеп, массагеттар биләмәһенә үтеп инә һәм Крез кәңәше буйынса уларға тоҙаҡ ҡора. Фарсылар сигенгән мәлдә лагерҙа үҙҙәренең шараптарын ҡалдыра. Массагеттар еңеүҙәрен билдәләп уны эсеп йоҡлап китә. Ошонан файҙаланған фарсылар уларҙы үлтерә, күптәрен әсиргә ала. Әсирҙәр араһында Томаристың улы Спаргалис та була. Был турала ишеткән Томирис Кирға хат ебәрә: «Ҡан көҫәгән Кир,… минең улымды ебәр ҙә илемдән язаһыҙ кит… Әгәр ҙә бының менән ризалашмаһаң, массагеттар хужаһы ҡояш менән ант итәм, мин һиңә ҡан эсерәсәкмен… ».

Геродот буйынса, әсир Спаргапис Кирҙан ҡулындағы бығауҙы сисеүен үтенә, әммә азат ителгәс, үҙ-үҙенә ҡул һала.

Томиристың тәҡдимен ҡабул итмәгән Кирға ҡаршы батшабикә яу аса. Фарсы ғәскәренең күп өлөшө юҡ ителә, Кир үҙе һәләк була. Геродоттың һүҙҙәре буйынса, был иң аяуһыҙ алыштарҙың береһе була.

Мәҙәниәттә сағылышы

Томирис турыһында тарих көнбайыш сәнғәте йолаларында сағылдырыла. Рәссамдар Рубенс, Аллегрини, ЛукаФеррари, Маттиа Претти, Гюстав Моро, скульптор Кальзетта да Равенне Томиристы һәм шул дәүерҙәге ваҡиғаларҙы һүрәтләй.


Астрономияла

Томирис хөрмәтенә 1906 йылда астероидҡа (590) Томирис исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • На Викискладе есть медиафайлы по теме Томирис
  • Массагеттар батшабикәһе Томирис
  • Булат Джандарбеков — билдәле яҙыусы, «Томирис» һәм «Ширак батырлығы» романдары ингән «Һаҡтар» дилогияһы авторы.

Tags:

Томирис ТарихыТомирис Мәҙәниәттә сағылышыТомирис АстрономиялаТомирис ИҫкәрмәләрТомирис СығанаҡтарТомирисГрек теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СөләймәнАмерика Ҡушма ШтаттарыТаиланд26 августЯдро ҡоралыМетаболизмИхсанов Рафиҡ Рәшит улыСуданСалауат ЮлаевТөрки ҡағанлығыХужандСамоа2010 йылӘсәҙуллин Әнис Ҡасим улыПуэрто-Рико9 октябрь1801 йыл1865 йылФизикаБаһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙыҠаракүл (һаҙлыҡ)Грек алфавитыҺөтимәрҙәрАрнсдорфБөйөк Британия (утрау)БоливияQR-кодЗаһитова Алина Илназ ҡыҙыАвгустФашизмСводеш исемлегеЗигмунд ФрейдБашҡорт ХөкүмәтеАнгкор-ВатАнгела МеркельҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүСингапур тарихыГаврило Принцип1861 йылҠомарлы уйынҺиндостанОктябрьХаббл (телескоп)Вестминстер аббатлығыМәсетАлександр фон ГумбольдтТормаАҡбаш сыпҡай1855 йылАбдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙыИкенсе донъя һуғышының Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театрыХэллоуинХорват телеТәтешле районыМарлен ДитрихКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыРене ДекартЛуи де ФюнесНаполеон IИндонезия телеЕйәнсураОдессаПутин Владимир ВладимировичЛатипов Ҡотдос Ҡәниф улыҺамар өлкәһеМөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙыЛатин телеПсихология🡆 More