Талха Ибн Ғөбәйдулла

Талха ибн Ғөбәйдулла (ғәр.

طلحة بن عبيد الله;рус.  Тальха ибн Убайдуллах ? -һ. 36, 656 йыл) — Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе, иҫән сағында уҡ ожмах менән һөйөнсөләнгән 10 сәхәбәнең береһе.

Талха ибн Ғөбәйдулла
араб. طلحة بن عبيد الله
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Талха ибн Ғөбәйдулла ‘Усман ибн Ғәмер ибн Ҡәғб

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, полководец

Тыуған көнө:

595

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз

Үлем көнө:

656

Үлгән ере:

Бәсра, Ираҡ

Ил:

Талха Ибн Ғөбәйдулла Хаҡ хәлифәт

Дине:

ислам

Атаһы:

Ғөбәйдулла ибн ‘Усман

Әсәһе:

ас-Са‘ба бинт ‘Абдуллах

Ҡатыны

Хамна бинт Джахш[d], Q124649286?, Умм Кульсум бинт Абу Бакр[d] һәм Курайба аль-Кубра бинт Абу Умайя[d]

Балалары:

Мухаммад ибн Тальха[d], Q12228500?, Q12246250?, Isa ibn Talha al-Taymi[d], Q22935161?, Юсуф ибн Тальха[d], Закарийя ибн Тальха[d], Ishaq ibn Talha[d], Умм Исхак бинт Талха бинт Убейдалла[d] һәм Аиша бинт Тальха[d]

Бәрелештәр:

Өхүд һуғышы

Талха Ибн Ғөбәйдулла Талха ибн Ғөбәйдулла Викимилектә

Йәш сағында Талха ҡорайыштарҙың каруаны менән Шам ерендә барып сыға. Каруан Басраға килгәс, Талха бер монахтан Мәккәлә яңы пәйғәмбәр киләсәген ишетә. Мәккәгә ҡайтҡас, ысынлап та, үҙен пәйғәмбәр тип атаусы кеше булғанын белә һәм беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә. Был уның менән ғаиләһе һәм ҡәбиләләштәре араһындағы низағҡа сәбәп була. Мәккә осорондағы йәберләүҙәрҙән һуң, Талха Мәҙинәгә һижрәт итә. Ул Бәҙер, Өхүд һәм башҡа мөһим һуғыштарҙа ҡатнаша. Үхүд һуғышында, мосолмандарҙың еңелеүенән һуң, Талха Мөхәммәт ғәләйһиссәләм янында ҡалған 12 сәхәбәнең береһе була. 11 ансар (Мәҙинә сәхәбәләре) һәләк була, ә мөһәжир Талха, ваҡыт-ваҡыт һөжүм итеүселәрҙе сигендереп, яраланған Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде тауҙарға табан күтәреп бара. Һуғыштан һуң уның тәнендә ҡылыс, һөңгө һәм уҡ тейеүҙән 70 артыҡ яра һанайҙар. Был ваҡиғанан һуң Талхаға «тере шәһит» ҡушаматын бирәләр.

Беренсе хәлифәләр осоронда ислам дәүләтен нығытыуға өлөш индерә. Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың үлеменән һуң, хәлифәлеккә алты кандидат араһында була.

Һижри 36 йылда Ираҡта Басранан йыраҡ түгел, мосолмандар араһында Дөйә һуғышы исемен алған бәрелеш була. Йәмән йәһүде Ғабдулла ибн Саба мәкере арҡаһында ике мосолман төркеме — Ғәйшә, Талха, Зөбәйер һәм хәлиф Ғәли төркөмдәре араһында алыш башлана. Ошо бәрелештә Талха үлтерелә.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Tags:

Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)ОжмахРус телеСәхәбәләр

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Электрон почтаAkStar2003 йылЭкспериментИсем (һүҙ төркөмө)ҺиндостанҠаҙағстанСовет Социалистик Республикалар СоюзыНельсон МанделаМәрйәм (исем)ВирустарҺары томбойоҡҺаҡмар һыуһаҡлағысы2019 йылБал ҡорто ағыуыИнтернет27 мартҠояш системаһыБернсдорф (район Цвиккау)СингапурБетонБөйөк Ебәк юлыВикипедияУсман ибн ӘффанВәлитов Нәжип Хәтмулла улыАкулаФранцуз телеМерил Стрип17 декабрьБоронғо РимЛавров Кирилл Юрьевич1701 йылСүәйс (Суэц) каналыОрфоэпияТел ғилемеКаллисто (юлдаш)Бөйөк Константин IПоль ГогенШәйбәков Ринат Гәрәй улыQueenВильһельм I Яулап алыусыИҫәнғолСалауат (доға)ИталияКаннМайкл ДжексонНартайлаков Мажит АхметовичНаурузНух (Ной)Әл-КүвәйтЧехияЛенинград өлкәһеҠотлогилдин Наил Закир улыҒәйшәБоготаБритания китапханаһыКитапОҡшашлыҡАҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙыЕте (һан)Ява телеТуҡыусылыҡ🡆 More