Страупе Борис Петрович: совет энергетигы, инженер

Страупе Борис Петрович (2 апрель 1909 йыл, Санкт-Петербург — 31 декабрь 1960 йыл, Өфө) — совет хужалыҡ эшмәкәре, инженер-энергетик.

РСФСР Юғары Советы депутаты (1947), Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Страупе Борис Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 апрель 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 декабрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (51 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Борис Петрович Страупе 1926—1940 йылдарҙа Ленинград металл заводында эшләй, разметка яһаусы өйрәнсеге булараҡ башлай, завод директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем етә.

1933 йылда производствонан айырылмайынса завод эргәһендәге втузды тамамлай. Турбина цехы начальнигы сифатында 100 МВт-ға тиклем ҡеүәтле беренсе совет пар турбинаһын сығарыуҙы ойоштора.

1940—1943 йылдарҙа — Нева машиналар эшләү заводы директоры.

1943—1950 йылдарҙа — Ленэнерго идарасыһы. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емертелгән Түбәнге Свирь, Дубровка, Энсо һәм Раухиала ГЭС-тарын тергеҙеүгә һәм файҙаланыуға тапшырыуға етәкселек итә.

Страупе бөтә блокада барышында Ленинградта эшләй һәм ҡаланы электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн бөтәһен дә, хатта мөмкин булмағанды ла эшләй. Ялғанға ҡоролған «Ленинград эше» буйынса язаға тарттырылыуҙан уны бәхетле осраҡ ҡына һаҡлап алып ҡала. Даниил Граниндың "История создания «Блокадной книги» тигән китабында шундай юлдар була: «Управляющим у нас в „Ленэнерго“ был тогда Борис Страупе…», артабан үҙ эшен тәрән белгән намыҫлы был кеше тураһындағы бүлектә уның хаҡында һөйләнә, әммә цензура был киҫәкте үткәрмәй, яҙыусы уны айырым баҫтыра.

Йоғонтоло дуҫтары булышлығы менән Страупены Уралға ебәрәләр.

1950 йылдан — УфаГЭСстрой начальнигы, ул Ҡариҙел йылғаһындағы Павловка ГЭС-ы төҙөлөшөнә етәкселек итә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

РСФСР Юғары Советы депутаты (1947), Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ленинград ҡала һәм Нуриман район Советтары депутаты итеп һайлана.

Иҫтәлектәрҙән

Павловка ГЭС-ы ветераны В. В. Маковеевтың иҫтәлектәренән:

— Это был горячий, любитель острого слова человек. Но справедливый. Дисциплина жесткая была. Иначе, наверное, и нельзя было. Более четырех тысяч человек трудились. В основном молодые. Всякое случалось: и пьянки, и женщин делили. С нарушителями Борис Петрович не церемонился: отправлял за шлагбаум. Поэтому и объект на совесть возвели, считаю (Альфред СТАСЮКОНИС, Нуримановский район. Гарантия — на сто лет. А простоит и тысячу// Республика Башкортостан. 07.04.2007).

Чикина Александра Михайловнаның хатынан:

«…На память все больше приходят те моменты, которые помогли кого-то спасти, не дали возможности пасть духом, не позволили опуститься… А разве можно забыть первую премию в первую блокадную весну за подачу тока раньше намеченного, её вручал управляющий Ленэнерго Борис Петрович Страупе. Она была продуктами!!» (Даниил Гранин китабынан)

Бүләктәре

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, миҙалдар.

Ғаиләһе

Страупеларҙың хеҙмәт династияһына ҡарай.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Страупе Борис Петрович Хеҙмәт эшмәкәрлегеСтраупе Борис Петрович Йәмәғәт эшмәкәрлегеСтраупе Борис Петрович ИҫтәлектәрҙәнСтраупе Борис Петрович БүләктәреСтраупе Борис Петрович ҒаиләһеСтраупе Борис Петрович ИҫкәрмәләрСтраупе Борис Петрович1909 йыл1960 йыл2 апрель31 декабрь«Почёт Билдәһе» орденыБАССР Юғары СоветыБашҡорт АССР-ыСССРСанкт-ПетербургХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыҠыҙыл Йондоҙ орденыӨфө

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Урал батырҠотдосАмерика Ҡушма ШтаттарыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыАнтонов Алексей ИннокентьевичБашҡортостан архитектураһыБеренсе донъя һуғышыҠытай Халыҡ РеспубликаһыКүсемле әйберХанлыҡВенгрияКөҙәйҰГәрәев Муса Ғайса улыНиғмәтуллаГрецияТаралған йондоҙҙар тупланмаһыБашҡортостанҠаҙағстанСәҙе буйы (йыр)ҠырғыҙстанСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыҺүҙбәйләнешМетаболизмҺыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)Итальян телеНеодимДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыҺунарсы башҡортХамматов Яңыбай Хаммат улы2004 йылЙәйғорБайрамБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыКәбиров Артур Зиннур улыИҫәнғолов Шамил Наил улыҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыВикипедияСыбар ҡаҙБоланҮрге АвстрияҺүҙ төркөмдәреИхтиандрҒүмәров Исхаҡ Идрис улыНатрий карбонатыЖан МареЯнцзыХәрби антРәүешЛакин Капитон МихайловичБабаев Юрий НиколаевичБлогЕкатерина IIЛайка (космонавт-эт)Штрих-кодМәсетлеРәсәй Федерацияһының социаль картаһыКорла Август Коцор2020 йылҠорбанғәлиевМөсәтМиҙиәк🡆 More