Свирь

Свирь — Рәсәйҙә Ленинград өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында, Карелия Республикаһының административ сиктәрендәге яҡын ҙур йылға.

Волга-Балтик һыу юлында мөһим система.

Свирь
Рәсем
Һыу башы Онега күле
Ҡайҙа ҡоя Ладога
Ҡушылдыҡ Оять[d], Паша[d], Важинка[d], Каномка[d], Кислая Оять[d], Кузра[d], Мандрога[d], Мелдуса[d], Мунгала[d], Негежма[d], Пидьма[d], Погра[d], Сара[d], Святуха[d], Сегежа[d], Тойба[d], Усланка[d], Шакшозерка[d], Шамокша[d], Шоткуса[d], Яндеба[d], Янега[d], Святуха[d], Луданка[d] һәм Тензея[d]
Йылғалағы һыу ятҡылығы Ладога һәм Онега күле
Күлгә ҡойоусы йылғалар Онежский канал[d]
Һыу йыйыу бассейны бассейн Невы[d]
Һыу сығымы 790 м³/с
Бассейн майҙаны 84 400 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Свирь Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ленинград өлкәһе
Оҙонлоҡ 224 km
Ошо юлдың картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Свири[d]
Свирь Свирь Викимилектә

Географик мәғлүмәттәр

Свирь 
Свирь 
Онега күле һәм Свирь йылғаһының бассейны

Оҙонлоғо 224 км, башланғысын Онега күленән ала һәм Ладога күленә ҡоя. Йылғаның киңлеге бөтә дауамында тамағының тар урынында 100 м алып Ивин ташҡынында 10—12 км тиклем үҙгәрә. Ағым тиҙлеге 0,5 алып 10,6 км/сәғ үҙгәрә. Уртаса һыу сығымы — 785 м³/с. Тамағының бейеклдеге диңгеҙ кимәленән — 4,84 м

Свирь йылғаһы барлыҡҡа килгәнсе Онега күленән аҡма Ладогаға көньяҡтараҡ — Ошта — Тукша — Оять йылғалары аша уҙа. Хәҙерге йылға 9,5 мең йыл элек Онега күленең көньяҡ өлөшөнөң трансгрессияһы һөҙөмтәһендә, күл котловинаһының төньяк өлешөнөң изостатик күтәрелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Йылға үҙәне уйылған һайын Онега күле кимәле диңгеҙ кимәленән 75 метр билдәһенән хәҙерге 33 м тиклем кәмей

Йылға уйһыулыҡтарҙа аға, уларҙы борон боҙлоҡло һыу ятҡылыҡтары биләй. Свирь яры буйы күпселек өлөшөндә урман баҫҡан убалы ерҙән ғибәрәт. Свирь йылғаһының урта ағымында тупһалар булған, ләкин йылғала электростанция каскадтарын төҙөү менән плотиналар һыу кимәлен күтәрә һәм тупһалар һыу аҫтында ҡала, шулай итеп йылға дауамында тәрән һыу юлы барлыҡҡа килә. Йылғала Түбәнге Свирь (тамағынан 80 км алыҫлыҡта) һәм Үрге Свирь (тамағынан 120 км алыҫлыҡта) һыуһаҡлағыстары урынлаша. Үрге Свирь ГЭС-ы Ивин ташҡынын йәки 183 км² майҙаны менән Үрге Свирь һыуһаҡлағысын булдыра.

Түбәнге Свирь Ладога яны уйһыулығы сиктәрендә аға һәм түбәнге ағымы буйлап уға Оять һәм Паша йылғалары ҡойған ерҙә күп һанлы тармаҡтар һәм ҡылымыҡтар барлыҡҡа килтерә уларҙың береһе Загубский мороно менән тоташа. Бында Түбәнге Свирь ҡурсаулығы урынлаша. Йылғала барлығы утыҙға яҡын утрау бар.

Иң ҙур утрау — Иванькоостров.

Гидрологияһы

Свирь йылғаһының һыу йыйыу бассейнының 80 % өҫтө Онега күленә тура килә һәм йылғаның бассейн өлөшөнән ағым һыуһаҡлағыстар менән көйләнгән, уның һыу режимы йыл дауамында бер төрлөлөк менән айырыла. Әммә, мәҫәлән, Нева менән сағыштырғанда, яҙғы ташҡын түбәнге ағымында, шул иҫәптән барлыҡҡа килгән боҙ тығыны сәбәптәре арҡаһында асығыраҡ күҙәтелә.

Ҡушылдыҡтары

Свирь йылғаһы бассейн ассиметрияһына эйә, һәм һул ҡушылдытары уң ҡушылдыҡтарҙан өҫтөнлөк итә. Иң ҙур йылғаларҙың береһе булып Паша һәм Оять тора.

Һул ҡушылдыҡтары

  • Кузра
  • Святуха
  • Тойба
  • Киселевка
  • Святуха
  • Погра
  • Мунгала
  • Янега
  • Шамокша
  • Заостровка
  • Оять
  • Паша
  • Яндеба
  • Шоткуса
  • Каномка

Уң ҡушылдыҡтары

  • Муромля
  • Ивина
  • Остречинка
  • Пидьма
  • Важинка
  • Усланка
  • Мандрога
  • Негежма
  • Сегежа

Тарихы

Свирь йылғаһы беҙҙең эраның беренсе һәм икенсе мең йыллыҡтары арауығында мөһим сауҙа юлы булған, ул көнсығыш һәм көнбайыш илдәрен тоташтырған. Ул юлды викингтар ҡулланған. Уларҙың боронғо карталарында Свирь Волга буйы Болғарына юлдың өлөшө, шулай уҡ тирегә бай Биармияға юл тип билдәләнә. Свирь ярҙарында весь ҡәбиләләре йәшәгән. Свирь янын славянлаштырыу XI быуатта башлана һәм һыу юлдары буйлап үтә. Был биләмә Новгород республикаһы составына, ә 1478 йылдан Бөйөк Мәскәү кенәзлеге составына инә. XV быуат аҙағында Свирь янында Александро-Свирский монастырына нигеҙ һалына.

1702 йылда Свирҙә Олонецкий верфына нигеҙ һалына. Свирь яны халҡының байтаҡ өлөшө XVIII быуаттың икенсе яртыһында суднолар һәм караптар төҙөү өсөн урман әҙерләү менән шөғөлләнә. XIX быуат башында Свирь Мариинский һыу системаһы өлөшө була.

Хужалыҡта ҡулланыу

Свирь 
«Свирь йылғаһында суднолар йөрөү планы». Н. Я Озерецковскийҙың «Онега һәм Ладога күле буйлап сәйәхәт» китабынан (1792)

Свирь ГЭС-ы каскады һыуһаҡлағыстары Ладога күленән Онега күленә һәм кирегә судноларҙы үткәреү өсөн шлюздар менән йыһазландырылған. Яҙғы-көҙгө ваҡытта йылға һыу транспорты менән йөктәрҙе һәм пассажирҙарҙы ташыу өсөн ҡулланыла.

Ҡыуғын өсөн ҡулланыла.

Рекреацион файҙаланыу. Балыҡсылыҡ, йылғала һөмбаш, бәрҙе, ағасаҡ, язь, йәйен һ.б. бар

Күперҙәр һәм кисеүҙәр

Вознесенье ҡасабаһында үҙенең башланған ерендә паром кисеүе эшләй. 2015 йылдың авгусынан кисеүҙә үҙйөрөшлө автомобиль-пассажирҙар паромы «Аркадий Филатов» эшләй.

Свирь 
Свирь 
Свирь 
Вознесенье ҡасабаһында паромға сират Паром «Аркадий Филатов». Паром «Аркадий Филатов».
Һүрәт Исеме Тәғәйенләнеше Конструкциялар тибы Асылыу йылы Урыны Координаталары Иҫкәрмәләр
Свирь  Үрге Свирь ГЭС-ының күпере аша үтеп йөрөү урыны автомобиль,



2 һыҙат
1952 йыл Подпорожье күпере HGЯO Подпорожьн ҡалаһы районында Үрге-Свирь гидроэлектростанция ТГК-1 аша плотинаһы аша автомобиль кисеүе урынлашҡан. 2020-2026 йылдарҙа автомобиль күпере төҙөү планлаштырыла.
Свирь  Подпорожье күпере тимер юл (вертикально-күтәрелә торған) 1914 йыл, 1946 йыл Подпорожье,



Ульяновск ҡала биләмәһе
HGЯO Үрге Свирь һыуһаҡлағысы ағымынан 6 км түбәндәрәк, Подпорожье ҡалаһының көнбайыш сигендә урынлашҡан. Күпер аша Октябрьск тимер юлының Санкт-Петербург — Мурманск һыҙаты, Подорожье - Свирь аралығының 284-се км үтә
Свирь  Лодейнополье күпере автомобиль



2 һыҙат,



тимер юл
(вертикально-күтәрелә торған) 1972 йыл Лодейнополье ҡала биләмәһе HGЯO Лодейное Поле ҡалаһынан көнсығышҡараҡ урынлашҡан. Күпер аша федераль автомобиль юлдары үтәР21 «Кол» (E 105), 236-й км.

Иҫтәлекле урындары

  • Түбәнге Свирь ҡурсаулығы
  • Стороженский маяғы

Тораҡ пункттар

  • Вознесенье ҡасабаһы
  • Красный Бор ауылы
  • Плотично ауылы
  • Пидьма ауылы
  • Мятусово ауылы
  • Хевроньино ауылы
  • Подпорожье ҡалаһы
  • Никольский ҡасабаһы
  • Важины ҡасабаһы
  • Усланка ауылы
  • Верхние Мандроги ауылы
  • Свирьстрой ҡасабаһы
  • Харевщина ауылы
  • Лаптевщина ауылы
  • Лодейное Поле ҡалаһы
  • Заостровье ауылы
  • Ковкеницы ауылы
  • Нижняя Шоткуса ҡасабаһы
  • Свирица ҡасабаһы
  • Каномы ауылы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Житков С. М. Исторический обзор устройства и содержания водных путей и портов в России за столетний период 1798—1898. СПб, 1900.
  • Петрашень И. В. Мариинская система. 1810—1910. СПб, 1910.
  • Муллонен И. И. Топонимия Присвирья: Проблемы этноязыкового контактирования / И. И. Муллонен; Рецензенты: д-р филол. наук А. С. Герд, канд. филол. наук Н. Н. Мамонтова; Институт языка, литературы и истории. Карельский научный центр РАН. — Петрозаводск: ПетрГУ, 2002. — 356 с. — 700 экз. — ISBN 5-8021-0193-8. (в пер.)
  • По водным путям Северо-Запада. Путеводитель. / Г. Е. Евгеньев (Пащенко). Л.: Речной транспорт, 1958.
  • Волго-Балт. От Волги до Балтики. Альбом. / Авт.-сост.: В. В. Лапин, А. Н. Чистиков. СПб.: Лики России, 2004.
  • Мариинская водная система. Выдающиеся гидротехнические сооружения мира / Автор-сост. А. Н. Чистиков. — СПб.: Лики России, 2011. — 200 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-87417-266-4.

Һылтанмалар

Tags:

Свирь Географик мәғлүмәттәрСвирь ГидрологияһыСвирь ТарихыСвирь Хужалыҡта ҡулланыуСвирь Күперҙәр һәм кисеүҙәрСвирь Иҫтәлекле урындарыСвирь Тораҡ пункттарСвирь ИҫкәрмәләрСвирь ӘҙәбиәтСвирь ҺылтанмаларСвирьКарелия РеспубликаһыЛенинград өлкәһеРәсәй

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ШалғандарШарлотт (Төньяҡ Каролина)ДанияПуэрто-РикоҒаилә1973 йылКацусика ХокусайСәғитов Рәсүл Хәсән улы19 августВаршаваУрыҫ телеЯман шешЖанна д’АркЛатин Америкаһы1855 йылЭдинбургМексика2015 йылМиссури (йылға)1862 йылЙәйге Олимпия уйындары 2012Ахыры заманЕлисей һарайы27 сентябрьВәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙыБахрейнВольфганг Амадей МоцартРене Декарт29 мартИр енес ағзаһыМинскВашингтон (Колумбия федераль округы)Тарихи БашҡортостанАрал диңгеҙеАвстрияШеңжан-Уйғыр автономиялы районыПолитеизмТубылТокиоКонысковолаЭлизия (тел белеме)Ырымбур өлкәһе26 августАтлантик океан2001 йылЛавров Кирилл ЮрьевичТашкентАфғанстанЯва телеСәғәт бүлкәтеОло Глушица районыҠомарлы уйын27 март1822 йыл1758 йылГаванаПугачёв районыҺөйрәлеүселәрАвстронезия халыҡтарыРудольф ДжулианиБранденбургШвейцарияла исламКраузе Александр СергеевичБашҡортостан автономияһыЖитомир өлкәһеРамаянаМайра Мөхәммәт ҡыҙыМусина Ольга ГеннадьевнаБашҡорт АССР-ыВаско да ГамаНью-Йорк🡆 More