Ағасаҡ

Викитөрҙәрсистематикаһы

?
Ағарсаҡ
Ағасаҡ
Aspius aspius
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Лучеперые рыбы
Отряд: Карп һымаҡтар
Ғаилә: Карптар
Ырыу: Ағарсаҡтар
Төр: Ағарсаҡ
Латинса исеме
Aspius aspius
(Linnaeus, 1758)
ITIS 639538
NCBI 98928

Ағасаҡ, Ағарсаҡ, Ағасъяңаҡ (рус. Жерех, шереспёр, жерих, черех, белесть, белезна, красногубый жерех, аральский же́рех, лат. Aspius aspius) — шәп ағымлы йылға балығы, карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡарай.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Ағасаҡen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 2178

Ҡылыҡһырлама

Ағасаҡ оҙонса балыҡ, ауыҙы ҙур, әммә әммә йыртҡыстарға хас булған ҡаҙыҡ тештәре юҡ. Һаҙан балыҡтарыныҡы кеүек йотҡолоҡ тештәре генә бар, аҫҡы яңағы ҡалҡып сығып тора, ә үҙенең суҡағы менән өҫкө яңағы күҙлегенә терәлгән. Томшоғона яҡын торған псыҡ төҫлө күҙҙәре сағыштырмаса бик үк ҙур түгел. Ян-яҡтары көмөштәй аҡ, ҡараһыу осло арҡаһы менән ҡойроҡ йөҙгөстәре төҫлө була. Буйы 80 см. Иң эреләре 12 кг-ға етә. Һыуҙың өҫкө ҡатламдарында йөрөй, төнгөлөккә генә ул төпкөл урынға китә. 15 йәшкә тиклем йәшәй ала.

Таралыуы

Ағасаҡ Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренә ҡойған бөтә ҙур һәм урта йылғаларҙа тиерлек йәшәй, Аҙау һәм Балтик диңгеҙе йылғаларында һирәк осрай. Урта Азияла — Амударъяла, Һырдаръяла һәм Балхаш күлендә осрай. Шулай уҡ Германияла һәм Францияла бар.

Үрсеүе

Ыуылдырыҡ сәскән мәле апрель — май айҙарына тура килә.

Йәшәү рәүеше

Ағасаҡ тигеҙлек йылғаларында йәшәй, тоноҡ урындарҙа булмай. Ваҡ йылғалар тамағында һәм шаршы бөткән урындарҙа осрай. Бындай урындарҙа ҙур көтөүҙәргә йыйыла. Әммә ағымы көсһөҙ урындарҙа, күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа күпләп тупланмай Оҙон кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ булғанға күрә, ағымлы һыуҙа, буҫағалы һәм һай урындарҙы кисергә, оҙағыраҡ йөҙөргә мөмкинлек бирә. Ҡорбанын ҡыуып барғанда һыу өҫтөнә сығып, шапылдатып ала.

Туҡланыуы

Башлыса селәүсендәр, ваҡ ҡыҫыла һымаҡтар, бөжәктәр менән туҡлана. Әммә ҙурая килә йыртҡысҡа әүерелә, ваҡ балыҡтар, селбәрәләр менән туҡлана, шулай уҡ күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, энәғараҡтарҙы ла аулай.

Ҡулланыу

Балыҡсылыҡ йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә түгел һәм ҙур көтөүҙә йөрөмәй. Әммә ул һәүәҫкәр балыҡсылар араһында популяр. Бигерәк тә спиннинг менән тотоусыларҙа. Л. П. Сабанеев әйтеүенсә, «…был балыҡты аулау иң ауырҙар иҫәбенә инә».

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Нафиҡов Ш. В. Һыу буйында балыҡсы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. — 176 бит.
  • Лебедев В. Д, Спановская В. Д., Савваитова К. А., Соколов Л. И., Цепкин Е. А. Рыбы СССР. Под ред. Никольского Г. В. и Григораш В. А.. Из серии «Справочники-определители географа и путешественника». М.: Мысль, 1969
  • Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля пресноводных рыб. Шереспер, или жерех.
  • С. Т. Аксаков. Записки об уженье рыбы. 19. Жерех, шереспер 2015 йыл 23 апрель архивланған.
  • Шереспер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

Ағасаҡ 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «жерех» мәҡәләһе бар


Tags:

Ағасаҡ ҠылыҡһырламаАғасаҡ ТаралыуыАғасаҡ ҮрсеүеАғасаҡ Йәшәү рәүешеАғасаҡ ТуҡланыуыАғасаҡ ҠулланыуАғасаҡ ИҫкәрмәләрАғасаҡ ӘҙәбиәтАғасаҡ ҺылтанмаларАғасаҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠымыҙВирустарАҫыл таштарМостай КәримӨс тарлауыҡ ГЭС-ыЭминемМагнитогорскЕнси актПеруБетонАй (юлдаш)КүвейтАрубаМедицинаЗидан ЗинединБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыКацусика ХокусайТригонометрик функцияларУрта быуаттарБрюс ЛиХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыЭлистаАрыҫлан петроглифтарыНгарка-Неро-ЯхаКөньяҡ Ҡытай диңгеҙеАльмазанМәғлүмәт технологияларыБурновкаГеорг Фридрих Гендель1949 йылБайтҒарипов Рәми Йәғәфәр улыДауытБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреВикимедиа хәрәкәтеБөтә донъя мираҫыХрущёв Никита СергеевичМультипликацияБоготаВикиАкулаБашҡорт телеҺаҡмар һыуһаҡлағысыНарыхНәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙыОдри ХепбёрнСтәрлетамаҡ өйәҙеСингапурАдольф ГитлерАли ибн Әбү ТалипЗәкәтҒәзизов Искәндәр Хәниф улыПознер Владимир ВладимировичМесси ЛионельҠытай Халыҡ РеспубликаһыТуберкулёзЙәйге ваҡытСеченов Иван Михайлович1391 йыл🡆 More