Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Вера Поска-Грюнталь (эст. Vera Poska-Grüntal, шулай уҡ эст. Veera Poska-Grünthal, 25 март 1898 йыл, Таллин — 29 ғинуар 1986 йыл, Стокгольм) — эстон хоҡуҡ белгесе, юрист һәм журналист; эстон феминизмы лидеры.
Вера Поска-Грюнталь 1898 йылдың 25 мартында Таллинда присяжный поверенныйы ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә туғыҙ бала була: алты ҡыҙ һәм өс малай, Вера икенсе булып тыуа. Таллин гимназияһын тамамлай. 1915 йылда Петроградта һуңынан Воронежда хоҡуҡ белемен өйрәнә башлай. 1917 йылда эстон студенттарының "Пыхьяла» (EÜS Põhjala) йәмғиәтенә инә. Кейәүгә сыҡҡандан һуң — Курессаареға, 1920 йылда Тартуға күсенә. Беренсе донъя һуғышы һәм Октябрь революцияһы ваҡытында өҙөлгән уҡыуын Тарту университетында дауам итә. 1925 йылда, дүрт бала әсәһе булып, юридик факультетты тамамлай. Һуңынан Таллин ҡала юридик бюроһында юрист булып эшләй, 1929—1935 йылдарҙа Тарту ҡалаһында никах һәм айырылышыу мәсьәләләре буйынса юридик ярҙам күрһәтә. 1939 йылда юриспруденциялар магистры дәрәжәһен ала (Диплом эшенең темаһы: бәлиғ булмағандарҙың хеҙмәтен һаҡлау).
1944 йылда Ҡыҙыл армия һөжүме ваҡытында ғаиләһе менән Швецияға күсеп килә. Ире Тимофей Грюнталь Стокгольм университетының дәүләт стипендияһын ала. 1955 йылда, ире үлгәндән Һуң, Вера Поска-Грюнталь Канадаға күсенә, унда 1951 йылдың яҙында уның ҡыҙы Констанция ире Кальо Пилл һәм улдары Юри һәм Яан менән бергә киткән була.
Пенсияға сыҡҡанға тиклем архив хеҙмәткәре булып эшләй. 1986 йылдың 29 ғинуарында Стокгольмда вафат була. Вера Поск-Грюнталдең 12 томлыҡ шәхси архивы Швецияның Милли архивында һаҡлана.
Эстония феминизмы лидеры. 1928 йылда Парижда социаль эш буйынса Беренсе конгресс эшендә ҡатнаша. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ юристар федерацияһына — халыҡ-ара хөкүмәттеке булмаған ойошма нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ул юридик ярҙам, юридик әҙәбиәт һәм белем биреү программаларын тәҡдим итеп, шулай уҡ яҡлау, хоҡуҡи реформалар, тикшеренеүҙәр һәм мәҡәләләр ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың хәлен яҡшырта. Уның инициативаһы буйынса 1931 йылда Эстонияла Йорт һәм мәктәп ассоциацияһы (эст. Ühing Kodu ja Kool), сороптимистарҙың Тарту йәмғиәте (эст. Tartu Soroptimistide Ühing), 1939 йылда Тарту әсәлекте һаҡлау йәмғиәте (эст. Tartu Emadekaiste Ühing һәм Йортһоҙ әсәләр (эст. Emadekodu) өсөн приют ойоштора.
1934 йылда башҡа юрист ҡатын-ҡыҙҙар менән Эстонияла ғаилә хоҡуғын реформалаштырыу тураһында закон проектын тәҡдим итә. 1936 йылдан 1938 йылға тиклем университет белемле ҡатын-ҡыҙҙарҙың Халыҡ-ара федерацияһы конгрестарына саҡырыла. 1939 йылдың мартынан 1940 йылдың февраленә тиклем стипендиатка булараҡ Париж университетында эшләй. Уның бәлиғ булмағандарҙы яҡлау тураһында диссертацияһы 1941 йылда тамамлана, әммә яҡланмай булып ҡала.
1952 йылда Швецияла эстон телендә «Triinu» журналын ойоштора һәм 1981 йылға тиклем уның мөхәррире була. Канадаға күскәндән һуң был журнал Торонтола (һөргөндә) Эстон ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте органы була (эст. Toronto Eesti Naisselts (eksiilis)).
Швецияның 1920 йылдың 11 июнендәге никах тураһындағы Законын һәм Финляндияның 1929 йылдың 12 июнендәге никах тураһындағы Законды сағыштырыу.
«Ҡатын-ҡыҙ һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте» китабы ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйле проблемалар менән таныштыра, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең тарихын һәм проблемаларын бәйән итә.
Торонтола сыҡҡан «Дочь Яана Поски рассказывает. Воспоминания об отце и жизни в родительском доме». мемуарҙар китабы.
«Это было в Эстонии» китабында 1919—1944 йылдарҙағы Эстония тураһында хәтирәләр бәйән ителә; шәхси, ғаилә һәм тарихи ваҡиғалар яҡтыртыла; эстон һәм халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә.
«Жизнь продолжается на чужбине» хәтирәләр китабы: Эстониянан Швецияға ҡасыу, Швецияла ҡасаҡ сифатында яңы йорт һәм эш эҙләү; Молотов — Риббентроп пакты һәм эстондар өсөн уның эҙемтәләре; Эстон комитетындағы эшмәкәрлек һәм ҡатын-ҡыҙҙар секцияһын булдырыу; Швеция балттарына экстрадиция; Германияла, Канадала, АҠШ-та, Англияла эстон ҡасаҡтарының тормошо; Нью-Йоркта эстон ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын булдырыу; Себер лагерҙарынан ҡасып китеүселәр һәм башҡа бик күп нәмәләр.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Поска-Грюнталь Вера, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.