Новгород Республикаһы

Новгород республикаһы (Бөйөк Новгород әфәнде) — 1136—1478 йылдарҙа йәшәгән Урта быуат урыҫ дәүләте.

Сәскә атҡан осоронда, тар мәғәнәлә ҡулланылған Новгород ерҙәренән тыш, көнбайышта Балтик диңгеҙенән көнсығышта Урал тауҙарына төньяҡта Аҡ диңгеҙгә көньяҡта Волганан Көнбайыш Двинаға тиклем һуҙылған территорияларҙы үҙ эсенә ала. 1245 йылдан XIV быуаттан алып кенәз титулын бары тик Мәскәү кенәздәре генә алған Бөйөк Владимир кенәздәре сюзеренитетында булып, Новгород республикаһы 1478 йылда Иван III тарафынан берләштерелә һәм тулыһынса үҙәкләштерелгән Рус дәүләтесоставына инә.

Новгород республикаһы
Нигеҙләү датаһы 1136
Рәсми тел Боронғо рус теле һәм древненовгородский диалект[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Новгород республикаһы
Административ үҙәк Бөйөк Новгород
Идара итеү формаһы республика һәм олигархия[d]
Административ рәүештә бүленә Водская пятина[d], Бежецкая пятина[d], Деревская пятина[d], Обонежская пятина[d], Шелонская пятина[d] һәм Бөйөк Новгород
Валюта древнерусская гривна[d] һәм новгородка[d]
Алдағы Рюрик Дәүләте
Ҡулланылған тел Урал телдәре, Боронғо рус теле һәм древненовгородский диалект[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1478
Майҙан 3 000 000 км²
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Рәсми дине православие дине һәм традиционные верования финнов[d]
Новгород Республикаһы Новгород республикаһы Викимилектә

Тарихы

Новгород Республикаһы 
1239-1245 йыл картаһы

Новгородтың Боронғо Урыҫ дәүләтенән бойондороҡһоҙлоҡ алырға тырышыуы XI күҙәтелә. Новгород баярҙары ҡала халҡы ярҙамында Киев һалған һалымдан ҡотолорға һәм үҙ ғәскәрен булдырырға теләй. 1136 йылда Жданая тауы эргәһендәге алыш яланынан кенәз Всеволод Мстиславичтың ҡасыуынан һәм уны Новгород ерҙәренән ҡыуыуҙан һуң, Новгород ерҙәрендәреспублика идаралығы урынлаша.

Монголдарҙың Рускә баҫҡынсылығы ваҡытында һәм монголдарҙың, урҙаларҙың артабанғы походтары ваҡытында Новгородҡа ситтә ятыуы арҡаһында хәйерселәнеүҙән ҡотолоп ҡалырға мөмкин була. Әммә Новгород биләмәләренең көньяҡ-көнсығыш ҡалалары (Торжок, Волок, Бежецк) талана һәм бушап ҡала. 1259 йылда Новгород ерҙәре Александр Невский ҡатнашлығында Урҙаның яһаҡ түләү буйһоноуына индерелә. 1236—1240 һәм 1241—1252 йылдарҙа Новгородта — Александр Невский, 1328—1337 йылда Иван Калита кенәз була. 1478 йылға тиклем Новгород кенәзе тәхетен башлыса Владимир һәм Суздаль, ҡайһы берҙә Литва кенәздәре биләй.

XV быуатҡа тиклем Новгород көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан киңәйтелә. Республикаһы Онега күл тирәһендәге, Төньяҡ Двина йылғаһы һәм Аҡ диңгеҙ ярҙары буйлап ерҙәргә эйә була. Шулай уҡ Баренц һәм Кар диңгеҙҙәре, Төньяҡ Уралдың көнбайышы тикшерелә. Баш ҡаланан төньяҡ-көнсығышҡа табан райондар ҡиммәт тиреле йәнлектәргә һәм тоҙға бай була. Был ресурстар Новгород республикаһы иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була, уның нигеҙен сауҙа тәшкил итә.

Сәйәси ҡоролошо

Вече

Новгород Республикаһы 
«Новгород вечеһы». А. П. Рябушкин

Новгород республикаһы өсөн йәмәғәт ҡоролошоноң һәм феодаль мөнәсәбәттәрҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре хас: Новгород баярҙарының боронғо траждицияларға эйә һиҙелерлек социаль һәм ер биләүселек әһәмиәте һәм уның сауҙа һәм кәсепселек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуы. Төп иҡтисади фактор булып ер түгел, ә капитал тора. Был йәмғиәттең айырым социаль структураһын һәм Урта быуат Русе өсөн хас булмаған дәүләт идараһын барлыҡҡа килтерә.

Новгород Республикаһы 
XIV быуат аҙағында Новогород республикаһы һәм уның күршеләре

Вече — ҡала халҡының ир-аттары йыйылышы — киң вәкәләттәргә эйә була («дөйөм ҡала» вечеһы): ул кенәзде һайлай, уның "ғәйептәре"н хөкөм итә, Новгородтан «юл күрһәтә»; посадник, тысяцкий һәм хаким һайлай; һуғыш һәм солох мәсьәләһен хәл итә; закон ҡабул итә һәм уны ғәмәлдән сығара; һалым һәм йөкләмәләр күләмен билдәләй; Новгород биләмәләрендә власть вәкилдәрен һайлай һйм уларҙы хөкөм итә.

Новгород Республикаһы 
Вече ҡыңғырауы указы. Миниатюра

Новгородҡа беренсе уңышлы походынан һуң (1471) Иван III новгород халҡын «архиепископты Мәскәүгә ҡуйырға» мәжбүр итә. Икенсе походы һөҙөмтәһендә (1478) вече сәйәси институты булараҡ бөтөрөл, ә вече ҡыңғырауы Мәскәүгә оҙатыла. Вече йолалары ырыу-ҡәбилә берләшмәләренең халыҡ йыйындары традицияларына барып тоташа.

Кенәз власы

Новгород Республикаһы 
«Александр Невскийҙың ярл Биргер менән алышы» (Н. К. Рерих картинаһы)

Новгород кенәздәре ҡайһы берҙә вече тарафанан күрше кенәзлектәрҙән саҡырыла йәки раҫлана. Кенәз граждандар оборонаһы һәм суд функцияларын башҡара, һуғыш ваҡытында ул шулай уҡ баш хәрби етәксе була. Кенәз Новгород ерҙәренең бер өлөшө (Новгород ерҙәре ҡалаларының ҡайһы берҙәрендә үҙ кенәздәре була) өсөн яуап бирә.

Посадник

Новгород Республикаһы 
1170 йылда новгород ҡалаһы һуғыш һәм суздалец, 1460 йыл икона фрагмент

Формаль рәүештә башҡарма власть посадник — беренсе граждандар сановнигы, бер-ике йылға һайланған халыҡ вечеһы рәйесе ҡулында була. Посадник барлыҡ вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеге менән етәкселек итә, кенәз менән бергә идара итеү һәм суд мәсьәләләрен алып бара, ғәскәр, вече советы һәм баярҙар советы менән командалыҡ итә, тышҡы мөнәсәбәттәрҙә вәкил була. Вазифаларын башҡарғанда улар дәрәжәле тип атала («степень»-ға баҫып, вечеға мөрәжәғәт итәләр). Отставкаға киткәндә ҡарт посадник йәки ҡарт тысяцкий (мең башы) исемен алалар.

Тысяцкий Новгород ополчениеһы етәксеһе була, шулай уҡ уның бурысына һалым йыйыу һәм сауҙа суды инә.

Әфәнделәр (байҙар) советы

Новгород Республикаһы 
Новгородтағы Изге София соборы — республика символы

Был административ вазифаларҙан һәм веченан башҡа, әфәнделәр («господа») советы — үҙенсәлекле юғары палата була. Уға түбәндәге вазифалар инә:

  • архиепископ (хаким) — дәүләт етәкселәренең һәм дәүләт ҡаҙнаһын һаҡлаусыларҙың береһе, үлсәмдәр һәм үлсәү эталондарын контролдә тота, вече тарафынан һайлана.
  • посадник — веченың башҡарма органы, уның вәкәләттәре даими киңәйә бара, әммә XIII быуаттан Әфәнделәр советы тарафынан һайлана.
  • мең башы
  • ос старосталар
  • йөҙ башы старосталары
  • ҡарт посадник һәм мең баштары.

Әфәнделәр советының, посадник һәм веченың кенәз менән мөнәсәбәттәре айырым килешеү грамоталары менән көйләнә.

Суд һәм хоҡуҡ

Новгородта ҡайһы бер суд институттары була: хаким (епископ), мең башы, посадник һәм кенәз наместнигының сместной (берлектәге), сауҙа суды. Айырым суд инстанцияһы булып вече тороуы мөмкин. XII быуатта смечтной суд ултырыштары урыны һәм енәйәт, граждан, мөлкәт, сауҙа эштәренә ҡараған йәҙҙән ашыу туҙ грамотаһы табыла.

Административ бүленеше

Новгород Республикаһы 
Бөйөк Новгородтың тарихи үҙәге

Ер убалары менән уратып алынған Новгород Волхов йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан һәм биш: София яғында Загородский, Неревский, Людин һәм Сауҙа яғында Славенский һәм Плотницкий осҡа бүленә.

Новгородтың һәр осоноң үҙ вечеһы булған һәм ике йөҙгә, йөҙҙәр урамдарға бүленә. Уларҙың башында кончанскийҙар, йәҙ баштары һәм старосталар тора. Һуғыш ваҡытында һәр урам, йөҙ һәм ос ополчениеға ингән үҙ хәрби часын булдыра.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Новгород Республикаһы ТарихыНовгород Республикаһы Сәйәси ҡоролошоНовгород Республикаһы ИҫкәрмәләрНовгород Республикаһы ӘҙәбиәтНовгород Республикаһы ҺылтанмаларНовгород РеспубликаһыАҡ диңгеҙБалтик диңгеҙеБөйөк Владимир кенәзлегеВолгаКөнбайыш ДвинаУрал тауҙарыУрыҫтар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

24 апрельБоготаУотфордМузыкаФәнСаентологияКалифорнияӘбүғәлисинаАрыҫлан петроглифтарыФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыБетонМостай КәримАҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙыThe BeatlesНилӘһәмәниҙәр дәүләтеWindowsӨзбек тылӘл-ҠаидәНельсон МанделаЧукот автономиялы округыӘл-Фатиха сүрәһеКвадрат тигеҙләмәКатолицизмҠатайИо (юлдаш)ИдеологияТанзиматХәбиров Радий Фәрит улыПакистанҠаҙағстанОперацион системаҒарипов Рәми Йәғәфәр улыГрек ашамлыҡтарыЭнди УорхолSkypeБеренсе донъя һуғышыӨсөнсө рейхАмерика футболыТупраҡ20 сентябрьБөйөк депрессияБөйөк Константин IАзия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегеАҠШ долларыКузеев Рәил Ғүмәр улыТәһәрәтДауытОхот диңгеҙеЯпония әҙәбиәте27 июльЕнси актЕлизавета IIТрнаваНамазова Адилия Аваз ҡыҙыСкароне ЭкторБурновкаСэмюэл Морзе2003 йыл🡆 More