Мырҙабулат

Мырҙабулат (рус. Мурзабулатово) — бөткән ауыл.

Башҡортостандың Баймаҡ районы Ярат ауыл Советына ҡараған ауыл. 1843 йылда нигеҙләнгән.

Мырҙабулат
Нигеҙләү датаһы 1843
Дәүләт Мырҙабулат Рәсәй империяһы
Мырҙабулат Башҡортостан Республикаhы
Мырҙабулат Баймаҡ районы
Ярат ауыл советы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1950

Икенсе исеме — Яңы Ярат.

Исеменең килеп сығышы

Ауыл тәүге төпләнеүсе отставкалағы зауряд-яҫауыл Мырҙабулат Ҡоҙаҡаевтың исемен йөрөткән.

Географик урыны

Мырҙабулат ауылы Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан булған. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көнбайышҡа табан 26 км алыҫлыҡта ятҡан.

Тарихы

Ауыл 1843—1850 йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылға Ярат ауылынан тәүге төпләнеүсе отставкалағы зауряд-яҫауыл Ҡоҙаҡаев Мырҙабулат Сәғит улының исеме бирелгән. Яраттан айырылып сыҡҡанға күрә ауылды шулай уҡ Яңы Ярат тип тә йөрөткәндәр. 1859 йылда ауылда 37 йорт теркәлгән, унда 99 ир-егет һәм 85 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда 45 йортта — 225 кеше, 1939 йылда барыһы 37 кеше йәшәгән. 1930-сы йылдарҙа Мырҙабулат ауылы К. Маркс исемендәге колхоз составында була. 1921 йылғы аслыҡ, репрессиялар, һөргөндәр, артабан Бөйөк Ватан һуғышы ауылдың юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә.

Бөрйән ырыуы башҡорттары.

Билдәле кешеләр

— Әхмәт Мырҙабулатов — ат ҡараусы, 1936 һәм 1941 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнашыусы.

— Мырҙабулатов Сөнәғәт Әбдрәхмән улы (1891) — золом ҡорбаны. 1931 йылдың 5 мартында репрессияға эләгә, 10 йылға хөкөм ителә

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Tags:

Мырҙабулат Исеменең килеп сығышыМырҙабулат Географик урыныМырҙабулат ТарихыМырҙабулат Билдәле кешеләрМырҙабулат ИҫкәрмәләрМырҙабулат ҺылтанмаларМырҙабулат ӘҙәбиәтМырҙабулат1843 йылБаймаҡ районыБашҡортостанРус телеЯрат ауыл Советы (Баймаҡ районы)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ир енес ағзаһы1934 йылҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыТатарҙарАҠШ долларыЕкатерина IIНазар НәжмиСалауат ЮлаевАныҡлаусыӘбйәлил районыИхтиандрЕвгений МоросниковБеренсе донъя һуғышыҠотошов Рамаҙан Нурғәли улыЕвропа тарихыРәсәй ФедерацияһыБерлинБашҡортостан архитектураһыВикиөҙөмтәНеодимБайкова Римма ИвановнаТыныслыҡМәскәү дәүләт университетыАхыры заманЙәнекәев Рифҡәт Сәлих улыАвстралияКарл МарксКүсемле әйберTendenceҠомарлы уйынЙыланлы (утрау)МетаболизмЙылХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыБашҡорт әҙәбиәтеЙондоҙ дәүмәлеТуңғатар1926 йылДинастияҺунарсы башҡортМиҙиәкШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыМостай КәримШтрих-кодҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы1999 йылТатар дәүләт гуманитар-педагогия университетыВикимилекКурдтарБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеАнуше АнсариЙен ЗигмундҠаҙағстанҠытай Халыҡ РеспубликаһыСундарбан (милли парк)КөҙәйБаймаҡ районыЭлвис ПреслиSkype🡆 More