Мосул

Мосул (ғәр.

Mûsil; арам. ܡܘܨܠ, Мүсил) — Ираҡтың төньяғындағы ҡала. Ислам хәлифәтенең элекке « баш ҡалаһы». Ираҡтың төньяҡ өлөшөндә, Тигр йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Бағдадтан 396 км алыҫлыҡта.

Мосул
ғәр. الموصل
Рәсем
Рәсми атамаһы الموصل
Дәүләт Мосул Ираҡ
Административ үҙәге Найнава[d], Зангиды[d] һәм Мосульский вилайет[d]
Административ-территориаль берәмек Найнава[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тигр
Хөкүмәт башлығы Список правителей Мосула[d]
Халыҡ һаны 1 792 000 кеше (2023)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 223 метр
Туғандаш ҡала Филадельфия
Алыштырған Ниневия
Майҙан 180 км²
Подробная карта
Коллаж
Иң тәүге яҙма ваҡыты 700
Урындағы телефон коды 60 һәм 40
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Mosul[d]
Мосул Мосул Викимилектә

Тарихы

Боронғо заманда ҡала Тигр йылғаһының көнбайыш ярында, Ниневия ҡалаһы янында барлыҡҡа килгән. Бөгөн ҡала ике ярҙа ла ҙур майҙанды биләй — көнсығыш өлөшө — «Һул яр», көнбайыш өлөшө — «Уң яр» тип атала. Тап һул ярында боронғо Ассирия баш ҡалаһы Ниневия урынлашҡан булған.

Мосул халҡының күпселеген ғәрәптәр, ассирия, төркмән, ҡурд әҙселектәре тәшкил итә. Ҡала халҡы мең йыллыҡтар сигендә тиҙ үҫешә һәм 2004 йылға, баһалауҙар буйынса, 1 846 500 кешегә етә. Мосулда тыуған кешеләр мәсләүи тип йөрөтөлә.

XXI быуат башында 2014 йылдың 10 июненән 2017 йылдың 10 июленә тиклем Ислам дәүләте (ИД) террористик ойошма контроле аҫтында була. Мосул өсөн һуғыштан һуң ИД ҡала һәм уның тирә-яғы өҫтөнән контролде юғалта. 2014 йылда Мосулды Ислам Дәүләте баҫып алыр алдынан ярты миллионға яҡын кеше ҡаланан ҡаса.

Мосулдың тарихи мөһим ресурстары булып мәрмәр һәм нефть тора. ИД ҡаланы баҫып алғас, раҫланыуынса, Мосул халҡына нефть һәм автомобиль бензины һатып, шулай уҡ урындағы нефть продукттарын экспортҡа сығарып, байтаҡ аҡса алған.

Ҡалала Ираҡтағы иң ҙурҙарҙың береһе — Мосул Университеты урынлашҡан, шулай уҡ медицина колледжы бар. Университет ябылыуы тураһында хәбәрҙәр күп булыуға ҡарамаҫтан, ул эшләй.

2014 йылға тиклем ҡала несториан христианлығы тарихи үҙәге була булып тора, унда Иҫке Ғәһед пәйғәмбәрҙәре ерләнгән. Яхъя пәйғәмбәр ҡәбере 2014 йылдың июлендә Ислам дәүләте террорсылары тарафынан емерелә.

Этимологияһы

Мосул ҡалаһы беренсе мәртәбә Әһәмәниҙәр дәүләте фарсы нәҫеле хакимлыҡ иткән осорҙа б.э.т. йылда 401 Ксенофонт китабында телгә алына.

Мосул, ә дөрөҫөрәге Мәүшил — «ҡушылыу урыны» йәки «юл саты» тип тәржемә ителә.

Мосул ҡалаһын яҡын урынлашҡан Ассирия баш ҡалаһы Ниневия менән бутарға ярамай.

Беҙҙең эраға тиклем 612 йылда Ниневия Вавилон һәм Мидия ғәскәре тарафынан емерелгән, шуға күрә б.э.т. 401 йылда Ксенофонт уны телгә алмаған.

Мосул шулай уҡ al-Faiha («ожмах»), al-Khaḍrah («йәшел») һәм al-Hadbah «Төньяҡ ынйыһы» « һәм миллион яугир ҡалаһы» исемдәрен йөрөтә.

Климаты

Мосулдың климаты ярымҡоро, бик эҫе, ямғырһыҙ йәй һәм ҡышын һалҡын, ямғырлы . Бында ямғырҙар Бағдад Һәм Бәсраға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк. Дым бойҙай һәм арпа үҫтереү өсөн етерлек. Төньяҡтағы курд райондары дымлыраҡ.

Һуңғы йылдарҙа өс тапҡыр ҡар яуа: 23 февраль 2004 йыл 9 февраль 2005 йыл һәм 10 ғинуар 2013 йыл.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 21,1 26,9 31,8 35,5 42,9 44,1 47,8 49,3 46,1 42,2 32,5 25,0 49,3
Уртаса максимум, °C 12,4 14,8 19,3 25,2 32,7 39,2 42,9 42,6 38,2 30,6 21,1 14,1 27,76
Уртаса минимум, °C 2,2 3,4 6,8 11,2 16,2 21,3 25,0 24,2 19,1 13,5 7,2 3,8 12,83
Абсолют минимум, °C −17,6 −12,3 −5,8 −4 2,5 9,7 11,6 14,5 8,9 −2,6 −6,1 −15,4 −17,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 62,1 62,7 63,2 44,1 15,2 1,1 0,2 0 0,3 11,8 45,0 57,9 363,6

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Густерин П. В. Ғәрәп Көнсығышындағы Ҡалалар. — М.: Көнсығыш—Көнбайыш, 2007. — 352 б. — (Энциклопедик белешмә). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4

Tags:

Мосул ТарихыМосул ЭтимологияһыМосул КлиматыМосул ИҫкәрмәләрМосул ӘҙәбиәтМосулБағдадИраҡКурд телдәреТигрҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1999 йылЭнциклопедияВикимилекБәндәбикә кәшәнәһеҺыуЕңеш суҡыһыБеринг диңгеҙеҠобағош сәсәнБайдин Николай АнатольевичИтальян телеВикиөҙөмтәМәжит ҒафуриСоветтар Союзы ГеройыМаршалл УтрауҙарыXVIII быуатЯпонияАдольф ГитлерҠариҙел (йылға)СиднейБеларусьАнтонов Алексей ИннокентьевичМарксизмЯңы КаледонияҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыБаш битАҙнай (Бишбүләк районы)ВаҡытШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыАуыл хужалығыГәрәев Муса Ғайса улыИнтернетЙогаТимер юл транспортыКинотеатрСолтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙыТатарҙарЭлвис ПреслиШтрих-кодЮл япрағыБашҡортостан ҡоштарыМова нановаФәритов Айрат Тәбрис улыҠарас сәсәнОперацион системаЭҙләүҙе оптималлаштырыуХалыҡ-ара фонетик алфавитДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыМәскәү дәүләт университетыЙәйғорХәбиров Фәрит Барый улыУГАТУ-САТ2005 йылҒаиләҒиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улыБаймаҡ районы1804 йылКарл МарксБөйөк Ватан һуғышыБойцова Мария ФилипповнаРИА Новости1893 йылТауыҡИхтиандрЙылайыр районыМайкл Джексон🡆 More