Мик Джаггер

Майкл Филипп (Мик) Джаггер (ингл. Michael Philip «Mick» Jagger; 26 июль 1943, Дартфорд, Кент) — Британия (инглиз) рок-музыканты, актёр, продюсер, The Rolling Stones рок-төрөкөмө йырсыһы.

1998 йылдан Рок-н-роллдың дан залына инә, 2004 йылдан (нигеҙләнгәндән алып) — Бөйөк Британия музыкаһының дан залында (UK Music Hall of Fame).

Мик Джаггер
ингл. Mick Jagger
Мик Джаггер
Төп мәғлүмәт
Исеме

ингл. Michael Philip Jagger

Тулы исеме

Майкл Филипп Джаггер

Тыуған

26 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[…] (80 йәш)

Һөнәрҙәре

йырсы
композитор
шағир, актёр, продюсер, гитарасы

Әүҙем йылдары

1960 — хәҙерге ваҡытҡа тиклем

Инструменттар

гитара
ауыҙ гармуны
пианино

Жанрҙар

Рок
Блюз
Поп

Коллективтар

The Rolling Stones
SuperHeavy

Наградалар
Рыцарь-бакалавр
Рыцарь-бакалавр
MickJagger.com
Мик Джаггер Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

Мик Джаггер 1943 йылдың 26 июлендә Дартфордта тыуа (Кент графлығы). Атаһы физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, ә әсәһе консерваторҙар ассоциацияһы эшендә ҡатнаша. Миктың ҡустыһы Крис Джаггер[en], ул да йырсы һәм музыкант була һәм уның менән бергә сығыш яһай.

Майкл Лондон иҡтисад һәм сәйәси фәндәр мәктәбенә (LSE) уҡый. Университет Майкл өсөн бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу уятмай, уға тик йырлау ғына оҡшай. Тиҙҙән ул университеттан китә, сөнки Брайан Джонс һәм Кит Ричардс менән бергә ойошторған The Rolling Stones төркөмө популярлаша бара.

Мик Джаггер 
Джаггер 1972 йылда

Мик Джаггер Һәм Кит Ричардс уйын майҙансығында таныша. 1958 йылда Джаггер блюз «Little Boy Blue & The Blue Boys» төркөмөнөң ҡатнашыусыһы була. Кит сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә, унда Миктың элекке дуҫы һәм «Little Boy Blue» буйынса коллегаһы Дик Тэйлор менән таныша. Майк менән Киттың сираттағы осрашыуы ваҡытында иптәштәре Киттың «Little Boy Blue & The Blue Boys» тыңлауҙарын үтергә тейеш тигән фекергә килә. 1961 йылда Майк Джаггер Мик Джаггер булып китә. Ул ваҡытта альт-саксофонда уйнаған Брайан Джонс «The Ramrods» тан китә һәм Лондонға күсә. Ул «Blues Incorporated» төркөмөндә гитарасы булып эшкә урынлаша, үҙенең төркөмөн булдырыу тураһында хыяллана, унда үҙенең дуҫын һәм коллегаһын, блюз пианисыһы Иэн Стюартты саҡырырға теләй. «Blues Inc.» төркөмөндә Чарли Уоттс та уйнай. Йыл аҙағында Брайан Джонс Мик Джаггер һәм Кит Ричардс менән таныша. Улар йыш ҡына бергә уйнай, шулай уҡ Дик Тэйлор һәм Иэн Стюартты труппаға билдәле ваҡытҡа саҡыра.

1962 йылда «Jazz News» яңылыҡтарында тәүге тапҡыр «Rolling Stones» исеме күренә биреп ҡала. Ә 12 июлдә Лондондың «Marquee» клубында тәүге рәсми сығышы була. Сентябрҙә Дик Тэйлор команданан китә, ә декабрҙә Билл Уаймен рәсми рәүештә төркөмгә басист булараҡ ҡушыла. 1963 йылдың ғинуарында «Stones» төркөмөнә Мик Эйворины алмаштырып, Чарли Уоттс ҡушыла.

Мик Джаггер 
Джаггер 1982 йылда

Сәхнәлә Джаггер тыуҙырған образ үҙенсәлекле. Уның тауышы, ваҡыты менән тупаҫ, ваҡыты менән йомшаҡ, йыуан ирендәр, әҙәпһеҙ йылмайыу, меңәрләгән халыҡ алдында концерттарҙа мәғәнәһеҙ сексуаль хәрәкәттәр, агрессия, энергия, шул уҡ ваҡытта ахмаҡлыҡ һәм ҡыланыуҙар — былар барыһы ла Джаггерҙы иң популяр рок-фронтмендарҙың береһенә әйләндерә.

Мик Джаггер интервьюларының береһендә, 1968 һәм 1998 йылдарҙы сағыштырып, элек «Секс, наркотиктар һәм рок-н-ролл» өслөгөндә секс беренсе урында торҙо, ә хәҙер уның урынында наркотиктар,- тип әйтә. Ул саҡта Джаггер эсергә, тәмәке тартырға һәм наркотиктар ҡабул итергә ташлауы тураһында белдерә. Бындай ҡарарҙың сәбәбе — үҙенең һаулығы тураһында борсолоу, сөнки Джаггер инде йәш булмай. «Үҙемдең изге исемемде хөрмәт итәм һәм харабалар менән дан ҡаҙанырға теләмәйем. „Тере легендалар“ статусына эйә булһаҡ та, беҙ әле һаман „йондоҙҙар“!", — тип белдерә Мик Джаггер.

Джаггерҙың музыка өлкәһендәге ҡаҙаныштары юғары баһалана — 60 йәшлек юбилейына (2003) королева Елизавета II Джаггерҙы Рыцарға бағышлай.

2010 йылда Мик Джаггер яңы төркөм ойоштора, ул «SuperHeavy» (ингл. "Супертяжелый") исемен ала. Уның составына проекттың элекке ҡатнашыусыһы Мик, «Eurythmics» проектының элекке ҡатнашыусыһы Дэйв Стюарт, Бобтың кесе улы Дэмиан, йырсы Джосс Стоун һәм һинд композиторы А. Р. Рахман инә, ул, атап әйткәндә, Дэнни Бойлдың «Миллионер из трущоб» и «127 часов» фильмдарына саундтректар буйынса билдәле. Музыканттарға яҡын сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, «SuperHeavy» бер нисә йыр яҙҙырған һәм хатта «Miracle Worker» йырына клип төшөргән.

2012 йылда Мик Джаггер данлыҡлы stand-up comedy шоуында — Saturday Night Live ҡатнаша, унда Foo Fighters һәм Arcade Fire менән берлектә йырсы булараҡ сығыш яһамай, шулай уҡ миниатюралар жанрында үҙенең актёрлыҡ һәләттәрен күрһәтә.

2019 йылдың апрелендә Мик Джаггер йөрәгенә операцияны уңышлы күсерә.

2021 йылдың апрелендә үҙенең Youtube-каналында Foo Fighters лидеры Дэйв Грол менән бергә коронавирус пандемияһына арналған «Easy Sleazy» йырын баҫтырып сығара. 77 йәшлек музыкант һүҙҙәренсә, яңы йырҙы ул локдаун ваҡытында һәм унан алған тәьҫораттарында яҙған

Активизм

2019 йылда Мик Джаггер Венеция кинофестивалендә эко-активистарҙы яҡлай. Мик ошолай тип әйтә:

Мик Джаггер  Быны эшләгәндәренә мин ҡыуанам. Сөнки тап улар планетаны мираҫ итеп алып ҡала Мик Джаггер 

  2022 йылдың 28 февралендә Мик Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүендә Facebook сәхифәһендә Украинаға ярҙам ысулдары менән мәҡәләгә һылтанма баҫтырып, Украинаны хуплай.

Ғаилә тормошо

Мик Джаггер ике тапҡыр өйләнә, биш ҡатындан 8 балаһы, 5 ейәне һәм бүләсәһе бар. Мик үҙен ҡарт итеп тойорға яратмай, шуға ейәндәре уға исеме менән өндәшә.

  • Партнёр/мөнәсәбәттәр — Марианна Фейтфулл (1966—1970), йырсы, музыкант һәм актриса.
  • Партнёры — Марша Хант (1969—1970), йырсы.
    • Ҡыҙы — Кэрис Хант Джаггер (4 ноябрь 1970 йыл).
  • Ҡатыны — Бьянка Джагге (никахта 1971 йылдың 12 майынан 1978 йылдың майына тиклем), Никарагуа актрисаһы һәм адвокаты.
    • Ҡыҙы — Джейд Шина Джезебел Джаггер (21 октябрь 1971 йыл).
      • Ейәнсәре — Ассизи Лола Джексон (2 июль 1992 йыл).
        • Бүләсәһе —Эзра Кей (19 май 2014 йыл).
      • Ейәнсәре — Эмба Айзис Джексон (26 май 1996 йыл).
      • Ейәне — Рэй Эммануэль Филлари (11 июнь 2014 йыл).
  • Партнёры — Джерри Холл (1977—1999, рәсми булмаған никах 1990—1999), модель.
    • Ҡыҙы — Элизабет Скарлетт Джаггер[en] (2 март 1984 йыл).
    • Улдары — Джеймс Лерой Огастен Джаггер (28 август 1985 йыл).
    • Ҡыҙы — Джорджия Мэй Айиша Джаггер (12 ғинуар 1992 йыл), модель.
    • Улдары—Габриэль Люк Борегард Джаггер (9 декабрь 1997 йыл).
  • Мөнәсәбәттәре — Карла Бруни (1991—1994), супермодель. Йырсы, Францияның экс-президенты Николя Саркозиның ҡатыны.
  • Партнёры — Лусиана Хименес Морад[en] (3 ноябрь 1969 йыл), модель.
    • Улдары — Лукас Морис Морад Джаггер (18 май 1999 йыл).
  • Партнёры — Л ' Рен Скотт (фактик никахы 2001—2014), Америка фотомоделе һәм стилисы.
  • Партнёры — Мелани Хемрик (1987), балерина.
    • Улдары — Деверо Октавиан Бэзил Джаггер (8 декабрь 2016 йыл).

Дискографияһы

Альбомдары

  • 1985 — She’s The Boss.
  • 1987 — Primitive Cool.
  • 1993 — Wandering Spirit.
  • 2001 — Goddess in the Doorway.
  • 2004 — Alfie (Soundtrack).
  • 2007 — The Very Best Of Mick Jagger.

Фильмографияһы

  • Sympathy for the Devil (реж. Ж.-Л. Годар) (1968)
  • Представление (снят — 1968, вышел — 1970)
  • Нед Келли (1970)
  • Rutles:All You Need Is Cash (1978)
  • Running out of Luck (1987)
  • Корпорация «Бессмертие» (Беглец) (1992)
  • Склонность (1997)
  • Побег с Елисейских полей (2001)
  • The Rolling Stones. Да будет свет (2008) — фильм-концерт М. Скорсезе.
  • Baden-baden (2008)
  • Ограбление на Бейкер-стрит (2008)
  • Искусство ограбления (2019)

Пародиялар

Бөйөк Британияла:

  • Мика Джаггерҙы Бенни Хилл (шулай уҡ The Rolling Stones төркөмөнөң башҡа ҡатнашыусыларын да), Фредди Старр, Эверетт Кенни һәм башҡалар пародиялай
  • Rock Star Ate My Hamster компьютер уйынында Dick Knackered исеме буйынса персонаж бар — Мик Джаггерға пародия.
  • Мик Джаггерҙы Saturday Night Live шоуында 2017 йылдың апрелендә Гарри Стайлз (инглиз-ирланд бой-бэнд йырсыһы One Direction) пародиялай.

АҠШ-та:

  • Мик Джаггерға пародияны үҙенең шоуында комик Грег Трэвис күрәһәтә.

Аргентинала:

  • Мик Джаггерға пародияны Federal S. A шоуында Бенхамин Рохас күрһәтә.

Францияла:

  • Мик Джаггерға һәм The Rolling Stones төркөмөнөң башҡа ҡатнашыусыларына пародия «Луиз: истинная история рок-н-ролла» фильмында бар (1996).

Рәсәйҙә:

  • Тимур Аршба Мик Джаггер пародияһын күрһәтә («Нарты из Абхазии» КВН командаһы) — «Нарты из Абхазии» КВН ҡатнашыусыһы.

Китаптар

  • Андерсен К. Мик Джаггер. Великий и ужасный / Пер. с англ. О. Перфильева. — М.: Синдбад, 2013. — 416 с., 3000 экз., ISBN 978-5-905891-06-9
  • Норман Ф. Мик Джаггер: Биография / Пер. с англ. А. Грызуновой. — М.: КоЛибри, 2014. — 672 с., 3000 экз., ISBN 978-5-389-04417-3

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Мик Джаггер БиографияһыМик Джаггер АктивизмМик Джаггер Ғаилә тормошоМик Джаггер ДискографияһыМик Джаггер ФильмографияһыМик Джаггер ПародияларМик Джаггер КитаптарМик Джаггер ИҫкәрмәләрМик Джаггер ҺылтанмаларМик ДжаггерАнглияИнглиз телеРок

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Әхмәтшин Рәлиф Фәйзел улы1959 йылФутбол19 августБейсболПортугалияМалайзияЭтӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыТүбәнге Новгород өлкәһе6 ноябрьАбай ҠонанбаевТанзанияБәрәңгеНатрий карбонатыЙәйәләрВенгрҙарФредерик ШопенМакроиҡтисадФлоридаҠошсоСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Эль-НиньоМәккәХисамов Ғәлим Афзал улыПономарёв Руслан Олегович2006 йылЕвропаМайкл ДжексонXIX быуатМиланМуса Йәлил27 мартЕмешОҙон көйУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыВоронеж өлкәһеБашҡортостан күлдәреХуннуҙар (Һуннуҙар)Бүреләр (рок төркөмө)Ҡазан1809 йылМәскәүНефтьРостов АренаРичард I Арыҫлан ЙөрәкЛос-АнджелесГазпром Нефтехим СалауатЕйәнсура районыҒәрәп телеХәбиров Фәрит Барый улыИхтиандрГлобаль йылыныуҠораллы КөстәрТатарстан Республикаһы1884 йылАрҡайымҺуғышБаҙарға сыҡтымИстанбулБөтә донъя мираҫыБашҡортостан ҡоштарыӘстәғәфируллаһ17 сентябрь🡆 More