Листьев Владислав Николаевич

Листьев Владислав Николаевич (10 май 1956 йыл, Мәскәү, РСФСР, СССР — 1 март 1995 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй телетапшырыуҙар алып барыусыһы һәм журналисы, Беренсе каналдың беренсе генераль директоры, хеҙмәткәре.

«Ҡараш», «Пик сәғәте», «Моғжизалары яланы», «Тема» тапшырыуҙарының авторы һәм беренсе алып барыусыһы.

Листьев Владислав Николаевич
рус. Владислав Николаевич Листьев
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Листьев Владислав Николаевич Рәсәй[…]
Патронимы йәки матронимы Николаевич[d]
Тыуған көнө 10 май 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 1 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, телепродюсер, мөхәррир, алып барыусы, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө алып барыусы[d], журналист[d], мөхәррир[d], телетапшырыуҙар алып барыусы[d], изготовитель[d], телепродюсер[d] һәм тележурналист[d]
Эш урыны Беренсе канал
Биләгән вазифаһы генераль директор[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы Смак[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Листьев Владислав Николаевич Листьев Владислав Николаевич Викимилектә

Тормош юлы

Владислав Николаевич Листьев 1956 йылдың 10 майында Мәскәүҙә тыуа. «Спартак» спорт йәмғиәтенең бер туған Знаменскийҙар исемендәге мәктәп-интернатын тамамлай. Үҫмерҙәр араһында 1000 метрға йүгереү буйынса СССР чемпионы була, һуңыраҡ «Спартак» спорт йәмғиәтенең физик культура буйынса инструкторы булып эшләй. Мәскәү Тамань гвардия дивизияһында хеҙмәт итә.

Әҙерлек бүлегенән һуң Мәскәү дәүләт университетына (МДУ) журналистика факультетының халыҡ-ара бүлегенә «халыҡ -ара журналист» һөнәре буйынса уҡырға инә. Испан, француз һәм венгр телдәрен өйрәнә. 1982 йылда «телевидениеның әҙәби хеҙмәткәре» һөнәре буйынса журналистика факультетын тамамлай.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Бөтә Союз радиоһын пропагандалауҙың төп редакцияһының сит илдәр өсөн радиотапшырыуҙар мөхәррире булып эшләй.

1987 йылда Үҙәк телевидениеның Йәштәр редакцияһына «Ҡараш» программаһының төп алып барыусыһы булып эшкә күсә.

Бер нисә тапҡыр КВН юғары лигаһы жюрийына саҡырыла.

«Ҡараш» программаһының уңышына илһамланған Листьев һәм уның коллегалары ВИD («Взгляд и Другие» аббревиатураһынан) телекомпанияһына нигеҙ һала. ВИD бөгөнгө көнгә тиклем Беренсе канал өсөн телевизион программалар әҙерләй.

1991 йылдан башлап Листьев телекомпанияның генераль продюсеры, ә 1993 йылдың октябренән — уның президенты. «ВИD» телекомпанияһында эшләгән осорҙа Листьев «Мөғжизәләр яланы», «Тема» һәм «Пик сәғәте» телетапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы, шулай уҡ «Йондоҙло сәғәт», «L-клуб», «Көмөш шар» һәм «Көйҙө тап» программаларын төҙөүсе була. Шул осорҙа компания буйынса партнерҙары менән низағҡа инә башлай.

1993 йылдың 4 октябрендә иртә менән РТР эфирында (хәҙер — Рәсәй-1) Мәскәүҙең тыныс кешеләрен үлтереүҙә ғәйепләп, Листьев Юғары Совет яҡлылары тураһында ҡырҡа ҡаршы фекерҙәр әйтә.

1994 йылда, 1996 йылдан йыл һайын Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткәрелә торған «Иҫән ҡалыу өсөн ярыш» автошоу инициаторы була.

1995 йылдың ғинуарында Листьев, Беренсе каналдың ОРТ яңы телекомпаниеһы генераль директоры булып, «ВИD» телекомпанияһынан китә.

Үлеме

1995 йылдың 1 мартында кис менән, «Пик сәғәте» программаһын төшөрөүҙән һуң ҡайтып барған ваҡытта, Владислав Листьевты Новокузнецк урамында үҙ йорто подъезында билдәле булмаған ике кеше атып үлтерә. Беренсе пуля уң яҡ елкәгә, икенсе пуля — башына эләгә.

Был енәйәткә бәйле рәүештә, киләһе көн дауамында «1-се Останкино каналы», «НТВ» һәм башҡа телеканалдарҙа, яңылыҡтар сығарылышына ваҡыт-ваҡыт өҙөлөп, «Владислав Листьев үлтерелде» тигән ҡайғылы башламаһы ғына трансляциялана.

Хушлашыу тантанаһы 1995 йылдың 2-3 мартында «Останкино» концерт студияһында үтә. 1995 йылдың 4 мартында храмда һәм Мәскәүҙәге Ваганьков зыяратында йыназа уҙа.

Хәтер

Листьев Владислав Николаевич 
2012 йылдың 18 марты
  • Беренсе канал һәм Рәсәй телевидениеһы академияһы 2010 йылдың 1 мартында Влад Листьев исемендәге Рәсәй телевидениеһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштар өсөн премия булдыра. Ул йылына бер тапҡыр бирелә. Влад Листьев исемендәге премия лауреаты 2010 йылдың 25 ноябрендә була. Ул билдәле журналист һәм телевтапшырыуҙар алып барыусы Леонид Парфёнов.
  • Влад Листьев хөрмәтенә Листьев астероиды (4004) атала.
  • Влад Листьев исеме менән Красноярск крайының Емельяновка районы Боровое ҡасабаһында урам атала[сығанаҡ 823  көн күрһәтелмәгән].
  • Влад Листьев исеме менән Липецк өлкәһенең Елецк районы Ключ Жизни ҡасабаһында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Ставрополь крайының Краснокум ауылында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Украинаның Мариуполь ҡалаһы янындағы Белосарайская Коса ауылында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Троицкое ауылында урам атала (Моздок районы, Төньяҡ Осетия Республикаһы).
  • Влад Листьев исеме менән Армавир ҡалаһында (Краснодар крайы) урам һәм тыҡрыҡ атала.
  • Влад Листьев исеме менән Белокуриха ҡала-курортында урам атала (Алтай крайы).
  • Влад Листьев исеме менән Каменка ауылында урам атала (Төмән өлкәһенең Төмән районы).
  • Влад Листьев исеме менән Красноярск крайының Курагино ҡасабаһында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Красноярск крайының Кошурниково ҡасабаһында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Ставрополь крайының Шпаковский районы Михайловка ҡасабаһында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Ырымбур өлкәһенең Первомайский районындағы Первомайский ҡасабаһында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Пенза өлкәһенең Верхний Ломов ауылында урам атала.
  • Влад Листьев исеме менән Төмән өлкәһенең Казан районы Новоселезнево ауылындағы урам атала.

Листьев тураһында документаль фильмдар һәм телетапшырыуҙар

Владимир Листьев иҫтәлегенә Рәсәй телевидениеһы бер нисә документаль фильм һәм телетапшырыуҙар сығара һәм күрһәтә:

  • «Час Пик. Владислав Листьев» («Останкино 1-се каналы», 2 март 1995)
  • «Владислав Листьев. Диалог с самим собой» («Останкино 1-се каналы», 9 март 1995) (выпуск программы «Час пик» на девять дней со дня смерти)
  • «Бабушкин сундук. Памяти Владислава Листьева» («РИО», Һамар ҡалаһы, 1995)
  • «Влад. Прошёл год…» (ОРТ, 1 март 1996)
  • «Влад» (ОРТ, 1 март 1997)
  • «Семь улыбок Влада Листьева» («ТВ-6», 1998)
  • «В мире людей. Владислав Листьев» («ТВ-6», 1998)
  • «Мой серебряный шар. Влад Листьев» («Рәсәй-1», 15 сентябрь 2003)
  • «Влад Листьев. Вспомнить всё» («Беренсе канал», 1 март 2005)
  • «Влад Листьев. Вспомнить всё» («Беренсе канал», 10 май 2006, фильмдың икенсе версияһы: Листьевтың тыуыуына 50-йыллығына тап килә)
  • «Убийство Листьева» («Совершенно секретно», 9 май 2007)
  • «Альбина и Влад. Любовь и смерть в прямом эфире» («НТВ», 28 февраль 2009)
  • «Владислав Листьев. Мы помним» («Беренсе канал», 1 март 2010)
  • «Уже 15 лет без Влада Листьева» («Программа максимум») («НТВ», 2010)
  • «Убийство Листьева, или Новый поворот в деле Влада Листьева» («Россия-1», 31 октябрь 2010)
  • «Время, которое нас изменило. Владислав Листьев» («ТВК», Красноярск, 20 февраль 2011)
  • «Мифы и легенды. Владислав Листьев»Ҡалып:Когда?
  • «Битва экстрасенсов» сығарылышы («ТНТ», 24 ноябрь 2013), Влад Листьевтың үлеменә арналған сығарылыш проекты тарихында иң рейтинглы була (тапшырыу башланғандан алып эфир көнөнә тиклем) — (өлөшө 33,4 %)
  • 2014 йылда Додолев Евгений Юрьевич һәм Кривцова Лариса Валентиновна «Влад Листьев. Был или не был?» фильмын төшөрә, әммә эш иғлан ителмәй, таҫма материалдары «Мушкетеры перестройки. 30 лет спустя» китабы нигеҙенә һалына (2017)
  • «Влад Листьев. Взгляд через двадцать лет» («Беренсе канал», 1 март 2015)
  • «Влад Листьев. 20 лет без легенды» (творческое объединение «МИКС», 8 март 2015, продюсер Эрик Салахов)
  • «Прощание. Владислав Листьев» («ТВ Центр», 1 март 2016)
  • «Влад Листьев. Жизнь быстрее пули» («Беренсе канал», 10 май 2016)
  • «ПРАВ!ДА? на ОТР». К 60-летию Владислава Листьева («Рәсәйҙең йәмғиәт телевидениеһы», 10 май 2016).
  • «Владислав Листьев. Неоконченное расследование». Эдуард Петров тикшереүе («Рәсәй 24», 2 март 2019)
  • «Легенды Телевидения: Владислав Листьев», Звезда, (16 ғинуар 2020).
  • «25 лет спустя: кто убил главную звезду нового русского ТВ?» / Редакция (20.02.2020, Алексей Пивоваров, ютуб-канал «Редакция»)
  • «Листьев. Новый взгляд» (Родион Чепель фильмы, YouTube-канал «КиноПоиск» и стриминговый сервис КиноПоиск HD, 25 февраль 2020)
  • «Влад Листьев: ТВ, которое убили» (Собчак Ксения Анатольевна фильмы, YouTube-канал «Осторожно, Собчак!», 26 февраля 2020)
  • «Памяти Влада Листьева» («Беренсе канал», 29 февраль 2020)
  • «Влад Листьев. Зачем я сделал этот шаг?» («Памяти Влада Листьева» фильмының ҡыҫҡартылған версияһы; «Беренсе канал», 1 март 2020)
  • «Альбина Назимова. 25 лет без Листьева» (Гордеева Катерина Владимировна проекты, YouTube-канал #ещенепознер, 1 марта 2020)

Листьев тураһында китаптар

  • «Кто убил Влада Листьева?…» (1995), ISBN 985-6202-67-1, Современная литература, 416 стр.
  • «Час Пик. Кто убил Влада Листьева?» (1995), ISBN 5-85095-071-3, Орион.
  • Раззаков Ф. Звёзды телевидения: Правда. Домыслы. Сенсации. [печатный текст] / Раззаков, Фёдор Ибатович, Автор (Author); Дольников, В., Редактор (Editor); Левыкин, М. А., Художник (Artist). — Москва [Россия]: Эксмо, 2000. — 432 с.: ил. + [8] л.; 24 см. — 7 000 экземпляров. — ISBN 5-04-006025-4
  • «Владислав Листьев. Послесловие…» (2001), ISBN 5-17-009772-7, ISBN 5-93992-010-1
  • «Кто убил Влада?» (2003), ISBN 5-98318-001-0
  • «Влад Листьев. Пристрастный реквием» (2011), ISBN 978-5-905629-27-3
  • «Битлы перестройки» (2011), ISBN 5-94663-301-7, ISBN 978-5-94663-301-7, ISBN 978-5-470-00172-6
  • «The Взгляд» (2013), ISBN 978-5-4438-0344-9
  • «Лиsтьев. Поле чудес в стране дураков» (2014), ISBN 978-5-4438-0260-2
  • «Мушкетеры перестройки. 30 лет спустя» (2017), ISBN 978-5-17-105662-9
  • «Влад Листьев & „Взгляд“. 101 штрих к портрету» (2019), ISBN 978-5-00-5043559.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Скуратов Ю. Кого убил Владислав? — М., 2003.
  • Додолев Е. «Взгляд» — битлы перестройки. — М.: Зебра Е, 2011.
  • Додолев Е. Владислав Листьев. — М.: Зебра Е, 2011. — 254 с.
  • Додолев Е. Влад Лиcтьев. Поле чудес в стране дураков. — М.: Рипол-классик, 2014. — 432 с. — ISBN 978-5-386-05813-5.
  • Додолев Е. Влад Листьев & «Взгляд». 101 штрих к портрету. — М., 2019. — 290 с.

Һылтанмалар

Tags:

Листьев Владислав Николаевич Тормош юлыЛистьев Владислав Николаевич ҮлемеЛистьев Владислав Николаевич ХәтерЛистьев Владислав Николаевич ИҫкәрмәләрЛистьев Владислав Николаевич ӘҙәбиәтЛистьев Владислав Николаевич ҺылтанмаларЛистьев Владислав Николаевич1 март10 май1956 йыл1995 йылБеренсе каналМәскәүРәсәй Совет Федератив Социалистик РеспубликаһыРәсәй ФедерацияһыСовет Социалистик Республикалар Союзы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Һаҡмар һыуһаҡлағысыСәхәрВуди АлленИндонезия телеИмәнҠатын-ҡыҙҠулса (математика)Екатерина IIОлбани (Нью-Йорк)Оккам бәкеһеБоронғо РимКаллисто (юлдаш)ТупраҡНарыхВикипедияНух (Ной)Пушкин (Ауырғазы районы)Баш битСальвадор ДалиҠытайҙағы мәҙәни инҡилапАллергияӘт-ТәхиәтҒәрәп яҙмаһыТокио фонд биржаһыАят әл-КурсиIcecastЭстонияМиссуриАрыҫлан күпере (Санкт-Петербург)ХубилайПеруРеинкарнацияИррациональ һанВикикитапханаХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены2005 йылОригамиШумерГагарин Юрий АлексеевичГолландия Ост-ҺиндостаныAkStarБашҡортостан Республикаһының Финанс министрлығыЮғары белемБеренштайн (Мәғдән тауҙары)МультипликацияТәрәүихҠытай яҙыуыКатолик сиркәүеАргентинаИндуизмWindowsУрыҫтарДональд ТрампКесе Зонд утрауҙарыФонетикаБерләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреИнә ҡорт һөтөШон КоннериАмерика Ҡушма ШтаттарыӘзербайжанМурзин Даян Баян улыТажикстанБильбаоБашҡорт теле🡆 More