Ягеллон университеты (пол.
Университетҡа нигеҙ һалыу тураһында грамота 1364 йылдың 12 майында Бөйөк Казимир III тарафынан сығарыла. 11 кафедра булдырыла: һигеҙ хоҡуҡ белеме, ике медицина һәм берәүһе — ирекле сәнғәт кафедралары. Дини тәғлимәт кафедраһын булдырыуға ул саҡта Рим папаһынан рөхсәт килмәгән. Польша короллеге канцлеры университеттың башлығы була, уның эшмәкәрлеге һәм артабанғы үҫеше тураһында хәстәрлек күрергә тейеш була. Ойоштороу һәм төҙөлөш эштәре башлана. Әммә улар король үлгәндән һуң туҡтап ҡала, ә Людовик Венгерский идара иткән осор университетты үҫтереү өсөн бик үк уңайлы булмай.
1400 йылдың 26 июлендә Польша короле һәм бөйөк Литва кенәзе Владислав Ягелло (Ягайло), королева Ядвиганың аҡсалары иҫәбенә университет эшмәкәрлеген тергеҙә (уның исеме шуның менән аңлатыла ла инде — Ягеллон университеты), был Речь Пополитая өсөн генә түгел, Бөйөк Литва кенәзлеге өсөн дә айырыуса әһәмиәтле була. Сөнки әле Кёнигсберг (1544) һәм Вильно (1579) университеттары әле нигеҙләнмәгән була. Краков университеты кенәзлек йәштәре өсөн төп юғары мәктәп була. Ягелло университетта белем алған литваларға ярҙам иткән: 1409 йылда ул ярлы студенттарҙы, айырыуса «Литванан һәм Рустән килгәндәрҙе» урынлаштырыу өсөн йорт бүлергә бойора. XV быуат уртаһына тиклем Краков университетында Литванан 70 самаһы егет белем алған.
Башта университет Studium Generale тип аталған, артабан Краков академияһы (пол. Akademia Krakowska), аҙаҡ Төп таж мәктәбе (пол. Szkoła Główna Koronna). XIX быуатта хәҙерге Ягеллон атамаһын ала, ул Ягеллондар династияһы менән бәйләнеште белдерә.
1977 йылда студент-оппозиционер Станислав Пыяс һәләк булғандан һуң, Ягеллон университеты Студенттарҙың теләктәшлек комитеттары, 1980 йылда — Студенттарҙың бойондороҡһоҙ союзы хәрәкәттәренең үҙәге була.
Университет Утрехт селтәре Европа университеттарының ассоциацияһына инә.
Әлеге ваҡытта Ягеллон университетында (шул иҫәптән Collegium Medicum UJ) 15 факультет иҫәпләнә:
Университет 46 йүнәлеш һәм 127 һөнәр буйынса әҙерлек алып бара. 2010 йылда Ягеллон университетында 49379 студент белем алған.
Ягеллон университеты Викимилектә | |
Ягеллон университеты Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ягеллон университеты, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.