Колхида Милли Паркы: Грузияның милли паркы

Колхида милли паркы (груз.

Парк Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш яр буйы райондарын һәм Палеостоми күле бассейнын үҙ эсенә ала. 1998 йылда булдырылған, Колхида ҡурсаулығы ла парк биләмәһенә инә.

Колхида милли паркы
Нигеҙләү датаһы 1998
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт Колхида Милли Паркы: Составы, Географияһы, Флораһы Грузия
Майҙан 289,4 км²
Колхида Милли Паркы: Составы, Географияһы, Флораһы Колхида милли паркы Викимилектә

Составы

Милли парк Грузияның биш муниципалитеты биләмәһендә урынлашҡан: Зугдид, Хоб, Сенак, Абаш һәм Ланчхут — административ йәһәттән биш районға бүленә. Һаҡланыусы биләмәнең дөйөм майҙаны — 446 км². Паркта визит-центр һәм ҡунаҡхана эшләй, һуҡмаҡтар һәм һыу ятҡылыҡтары буйлап туристик сәйәхәттәр ойошторола, балыҡ тотоу һәм экотуризм буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә

Географияһы

Парк составына Колхида һаҙлығы ла инә, ул — 10 миллион йыл элек Евразияла хөкөм һөргән реликт тропик һәм субтропик экосистема ҡалдығы. Палеостоми күле — 3 метрға тиклемге тәрәнлектәге ҡултыҡ, ул Ҡара диңгеҙҙән ҡом өйөмдәре һәм тоҙһоҙ һыулы Пичори йылғаһы менән айырылып тора.

Флораһы

Колхида милли паркындағы үҫемлектәр төрлөлөгө уның биләмәһендә өс төрлө экосистема булыуға бәйле: һаҙлыҡтар, ҡом өйөмдәре һәмһыу ятҡылыҡтары. Барлыҡҡа килеүендәге үҙенсәлегенә бәйле паркта Грузияның башҡа урындарында осрамаған ағастар һәм үҫемлектәр бар. Уларға өс төрҙәге торф мүге, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, төклө күрән ҡарай. Дымлы урманда ерек, лапина, имеретин имәне, хартвис имәне, колхида сырмауығы, ҡом өйөмдәрендә — һырғанаҡ осрай.

«Грузияның Ҡыҙыл китабына» түбәндәге үҫемлек төрҙәре индерелгән:

  • Гартвис имәне (Quercus hartwissiana)
  • Лапина крылоплодная (Pterocarya pterocarpa)
  • Колхида самшиты (Buxus colchica)
  • Ябай дардар (Fraxinus excelsior)
  • Грузин имәне (Quercus iberica)
  • Ҡара ерек (Alnus barbata)
  • Мачек желтоватый
  • Панкраций морской (Pancratium maritimum)

Фаунаһы

Милли парктың хайуандар донъяһы ла уникаль һәм күп төрлө. Парк көньяҡтан төньяҡҡа, йәки киреһенсә осоусы ҡоштар өсөн ял итеү урын ла булып тора. Парктың үҙендә вальдшнеп, кроншнеп, бүрекле чернеть, аҡ маңлайлы ҡаҙ, аҡҡош-кликун, ышылдаҡ аҡҡош, бөҙрә пеликан, ҙур подорлик, колхида фазаны көн итә. Һөтимәрҙәрҙән сүл бүреһе, ҡабан, ҡоралай, ҡама йәшәй. Һөйрәлеүселәрҙән бһаҙ ташбаҡаһы, һыу кеҫәрткеһе, һыу туҙбаш йыланы, каспий сыбар йыланы бар. Паркта ағас тәлмәрйенен дә осратырға була. Һөтимәрҙәрҙең 16 төрө парк өсөн эндемик булып тора, улар түбәндәгеләр: көнсығыш европа терпеһе, кавказ һуҡыр сысҡаны һәм ярғанаттарҙың бер нисә төрө.

Палеастоми күлендә балыҡтың 88 төрөнөң булыуы теркәлгән. Улар араһында түбәндәгеләр ҙә бар: уҡморон, көмрө балыҡ, сельдь, кефаль, суртан, скумбрия. Диңгеҙ һөтимәрҙәренән бында афалиндарҙы, ябай дельфинды һәм диңгеҙ сусҡаһын осратырға була.

«Грузияның Ҡыҙыл китабына» паркта йәшәгән хайуандарҙың 6 төрө индерелгән.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Колхида Милли Паркы СоставыКолхида Милли Паркы ГеографияһыКолхида Милли Паркы ФлораһыКолхида Милли Паркы ФаунаһыКолхида Милли Паркы ИҫкәрмәләрКолхида Милли ПаркыГрузин телеГрузияҠара диңгеҙ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Никколо МакиавеллиАмерика футболыИҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһыПугачёв Емельян ИвановичҠотдосДубай (ҡала)Оҙатыу (йыр)НәғәтШүлгәнташИрландияГалилео ГалилейҠобағошов Өлфәт Миниәхмәт улыСиреналарМөхәммәттең мөлкәтеРәсәй империяһыНибелунгтар тураһында йырБаварияПермь крайыМөхәммәттең йәһүдтәргә ҡарашыБронза быуатыНефтьБаш бит1921 йылФеодализмМалайзияФинанстарАҫыл таштарМюнхенВикипедияИраҡЙәстү намаҙыМарсТаллинПрагаИнглиз телеҒосман империяһыИсламГермания империяһыБазидиомицеттарАҡ ҡурғаш5 майУрыҫ телеАҠШ долларыФонемаАхун (Учалы районы)Болгар телеФарсы телеКавказ1994 йылМосолман исемеЕвлоева Рая Әхмәт ҡыҙыМонастир1961 йылИран телдәре11 сентябрьӨфө ҡалаһыLink buildingХань (династия)Селтик Парк1940 йылПсихологияҠара үлемБашҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары22 мартИслам терминдарыКәбисә йылМексика🡆 More