Ислам тарихы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Китап әһелдәре, әһле әл-китаб (ғәр. اهل الكتاب), Исламда — йәһүд дине (йәһүди) һәм христиан дине (нәсара) вәкилдәре, шулай уҡ сабийҙар (саби’ун), улар Тәурат (Тора), Зәбур (Псалтирь) һәм Инжил (Евангелие) китаптарын Аллаһынан иңгән Китаптар тип һанайҙар. Ҡайһы берәүҙәр «китап әһелдәренә» Зороастризм инаныслыларҙы ла индерә. «Китап әһелдәре» термины менән мосолмандар уларҙы мәжүсиҙәрҙән айырып ҡарай. Ҡөрьәндә был термин бер нисә урында телгә алына.
Ислам мосолмандарға Китап әһелдәрен мыҫҡыллауҙы, ғүмеренә, малына, намыҫына, дәрәжәһенә янауҙы тыя. Ислам дәүләтендә йәшәгәндә улар иркен рәүештә үҙ динен тота алған. Бының өсөн улар зиммиҙәр кеүек махсус һалым (жизйә) түләгән , мосолмандар иһә зәкәт биргән.
Мосолмандарға Китап әһелдәре ҡыҙҙарына өйләнергә, эш алып барырға рөхсәт ителгән. Мосолман ҡыҙҙарына мосолман булмағандарға кейәүгә сығырға рөхсәт булмаған . Мосолмандар китап әһелдәре үҙ дине буйынса әҙерләгән, шәриғәт рөхсәт иткән хәләл ризыҡты ашай ала.
Ҡөрьән һәм сөннәт буйынса Китап әһелдәре Тәүхидтән ситләшкән тип һанала һәм уларҙың дине хаҡ һәм ҡотҡарыусы дин тип иҫәпләнмәй.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Китап әһелдәре, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.